Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Башым зыр әйләнә

 

Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн берҙә генә лә мемуарҙар яҙып ултырғы килмәй ине. Күҙ алдарым томаланып тик торасы! Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки бөгөн мине бик ҡаты түбәләнеләр, етмәһә, яратҡан уйынсыҡтарымдың береһен тартып алдылар.

 

Был тарих кешеләрҙең телефондарын урлап көн күргән башлы ғына йәш егет тураһында. Ул уғрылыҡ юлына баҫһын өсөн, мин ярты йыл уның мейеһен сереттем. Нисек кенә юлдан яҙҙырырға маташып ҡараманым мин уны?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөгөн ҡылған ғәмәлдәренә тәүбә итте һәм минең менән дуҫлығын өҙҙө. Икенсе төрлө әйткәндә, ул аҡылға ултырҙы һәм бурлыҡ ҡылмай башланы.

Ә беләһегеҙме нисек ул тәүбәгә килде? Хәҙер һөйләйем. Ул бөгөн көндөҙ мәсеткә барып килде һәм урлашыуҙан туҡтаны. Ниңә ер йөҙөндәге бар мәсеттәрҙе лә емереп бөтөрмәйҙәр икән?! Ниңә уларҙы һыу баҫмай икән?! Ниңә динһеҙҙәр бар донъяны баҫып алып, барса иман йорттарын пыран-заран килтермәйҙәр икән? Мин мәсеттәрҙе күралмайым. Мәсет бөгөн минең йәп-йәш кенә бурымды тартып алды. Ул бөгөн, аҙан тауышын ишеткәс тә, Аллаһ Йортона барырға булып китте. Унда барып йөрөмә, тип нисек кенә инәлмәнем, тыңламаны. Китте. Унда мотлаҡ рәүештә берәй насар нәмә килеп сығырын белеп торам бит инде. Һәм шулай булды ла!

Мәсеткә ингәс, ул Аллаһу Тәғәләне, Ҡиәмәт көнөн иҫенә төшөрҙө. Шунан «Ниңә урлашам әле мин? – тип уйланы ла ҡапыл илап ебәрҙе. – Раббым ҡаршыһына барып баҫҡас, нимә тип әйтермен? Мин бит йәш әле, аҡсаны эшләп тә таба алам. Ниңә миңә кешеләрҙең телефондарын урларға? Аллаһ бит барыһын да күреп тора. Ҡиәмәт көнөндә барыбыҙға ла Уның алдында яуап тоторға бит».

Ҡараҡ егеттең мәсеттән бөтөнләй үҙгәреп килеп сыҡҡанын тойҙом. Ул бүтәнсә кеше әйберенә теймәҫкә ҡарар ҡылған. Кешеләргә Аллаһу Тәғәләне иҫенә төшөрөүсе мәсетте ҡәһәр генә һуҡһын. Кешеләргә Ҡиәмәт көнөн иҫтәренә төшөргән мәсетте ер йотһон. Гонаһлы бәндәләрҙе Раббыһына ҡарай борған иман йортона төкөрөп бирәйем.

Минең бөгөн бер нимә эшләгем килмәй. Көнөм бушҡа уҙҙы. Ошо шөғөлөн ташлаған өсөн, әйҙә, уға оят булһын. Урлашыуҙың нимәһе насар инде? Тәүбә ҡылған өсөн оят булһын. Берәйһе тәүбә ҡылһа, мин сығырымдан сығам. Раббыһына кире ҡайтҡан кешеләрҙе күрһәм, миңә шул тиклем ныҡ ҡыйын була. Ай-ай-ай! Бик-бик ҡыйын. Ай-ай-ай! Башым зыр әйләнә...

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...