Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Изге эштәр байрамы

 

Бөгөн шул тиклем насар көн ине. Иртәнән бирле толҡа тапманым. Хәс тә ағыуланған кеүек булдым. Юҡ, юҡ, минең көн түгел был. Ә беләһегеҙме ни өсөн? Бөгөн Изге эштәр байрамы үткәрелә, был көндө бөтә кеше бер-береһенә ярҙам итергә тырыша. Уй-уй-уй, барығыҙҙы ла шайтан алғыры! Бына барығыҙ ҙа үлеп бөтһә, мин барлыҡ ыҙаларымдан ҡотолор инем. Ошо байрамығыҙ – Изге эштәр көнө юҡҡа сыҡһын ине ул!

 

Был көн ҡот осҡос насар булһа ла, мин барыбер хаслыҡ ҡылып өлгөрҙөм. Һа-һа-һа! Балаҫтар менән сауҙа итеүсе Фәриҙун хажиҙың башын алйотландырҙым бит. Ошо байрамға ул миллион һум хәйриә аҡсаһы бүлергә ниәтләгәйне. Ләкин мин уға был эште атҡарып сығырға ирек бирмәнем. Һа-һа-һа! Ул, яҡшы эш эшләрмен, тип уйлағайны, ләкин мин уға ҡамасаулап өлгөрҙөм. Һа-һа-һа! Ә хәҙер тарихын тыңлағыҙ.

Ул байрамға барыу ниәте менән машинаһына инеп ултырыуы булды, мин дә эргәһенә ҡунаҡланым. Яйлап ҡына уның ҡолағы эргәһенә яҡынлаштым да шыбырлай башланым: «Фәриҙун хажи! Һеҙ хәйриә өсөн бик күп сығымдар бүлдегеҙ бит. Инде хәҙер башҡаларҙың сираты». Мин был һүҙҙәрҙе әйткәс, Фәриҙун хажи: «Ләғнәт төшһөн һиңә, Шайтан!» – тине. Ләкин мин туҡтап ҡалманым. Мин уға: «Тыңла әле, Фәриҙун! Ниңә әле һин шунда уҡ шайтанды ҡарғайһың? Үткән айҙа ғына бит һин ер тетрәүенән ҡаза күргәндәргә миллион аҡса күсерҙең. Үткән айҙа яман шеш менән ауырығандарға ла ике миллион аҡса бүлдең. Теге аҙнала мәсеттә һыу эсер өсөн кулер алып ултырттың. Унан башҡа үткән айҙа ауылыңдағы мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә ярҙам күрһәттең».

Фәриҙун хажи телмәремдең уртаһына еткәс, ҡапыл ҡалҡынып: «Шайтан алғыры мәлғүн! Уның ҡотҡоһоноң сиге юҡ!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Һа-һа-һа! Ә бит ул хаҡлы ине. Шайтан ҡотҡоһоноң осо ла, ҡырыйы ла юҡ.

Мин яңынан уның ҡолағы эргәһенә яҡынлаштым һәм шыбырлай башланым: «Тыңла мине, Фәриҙун! Шайтанды ҡарғама. Хәйриә эштәренең дә үҙ сиге бар. Аллаһу Тәғәлә һинән бик риза. Һин мотлаҡ Йәннәткә эләгәсәкһең. Шулай булғас, аҡсаңды үҙеңә лә ҡалдыр инде».

Ошо рәүешле, мин уны шул тиклем оҙаҡ өгөтләнем, һеҙ күрһәгеҙ икән! Һа-һа-һа! Ниһайәт, Фәриҙун хажиҙы байрамға барып тормаҫҡа күндерә алдым. Эшемде бөтөргәс, ул былай тип әйтте: «Мин быйыл бик күп изге эштәр эшләнем. Етеп торор. Аллаһ бойорһа, киләһе йыл тағы хәйриә эштәре менән булашырмын».

Һа-һа-һа! Фәриҙун хажи – аҡыллы кәсепсе. Тик мин уны нисек ахмаҡландырҙым! Һа-һа-һа! Бөгөн ҡот осҡос насар, уңайһыҙ көн булһа ла, алйотландыра алдым бит. Һәм миңә был бик оҡшаны. Һа-һа-һа! Көлдәре күккә осһон был байрамығыҙҙың! Изге эштәр көнө, имеш! Һа-һа-һа!

 

Гөләмриза Хәйҙәри Әбхариҙың «Шайтан яҙмалары» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...