Шайтан яҙмалары

Шайтан яҙмалары

Үҙемдең ризалығым өсөн!

Һа-һа-һа!

Ә нимә? «Аллаһ ризалығы өсөн», тип яҙыуымды көткәйнегеҙме?!

Һис ҡасан да! Мин күптән инде Ғаләмдәр хужаһы менән бәйләнеште өҙҙөм. Шулай булғас, ниңә миңә «Аллаһ ризалығы өсөн» тип яҙырға ти?

Бик күп йылдар элек, Әҙәм пәйғәмбәр донъяға килгәнгә тиклем үк, мин Аллаһу Тәғәлә менән бик яҡшы мөнәсәбәттә инем. Мин хатта фәрештәләр эргәһендә йәшәнем һәм улар менән бергә көнө-төнө Раббыға маҡтауҙар яуҙырҙым. Тәү кеше Әҙәмдең был донъяға килеүе Аллаһу Тәғәлә менән арабыҙҙың боҙолоуына сәбәпсе булды.

Әҙәмде яратҡас, Аллаһ миңә һәм фәрештәләргә: «Әҙәмгә баш эйегеҙ», тип бойорҙо. Мин шул саҡ тәкәбберлегем арҡаһында Әҙәмдән бик ныҡ көнләштем һәм Аллаһ ҡушҡанды үтәүҙән баш тарттым. Барса фәрештәләр Әҙәмгә баш эйҙе, мин эймәнем! Улай ғына ла түгел, мин үҙемә кешеләрҙе алдап, юлдан яҙҙырып, уларҙы тамуҡҡа йүнәлтәсәкмен, тип ант бирҙем.

Бына инде меңәр йылдар дауамында мин әҙәми заттарҙың йәндәре артынан һунар итәм. Бына ошо көнгә тиклем күпме кешене алдап өлгөрҙөм мин! Һа-һа-һа! Әлбиттә, арағыҙҙа ҡорған тоҙаҡтарыма эләкмәгәндәр ҙә бик күп булды. Ә ҡайһыларығыҙ минең арттан эйәрҙе, ләкин һуңынан, бик ныҡ үкенеп, тәүбәгә килде.

Тик был хаҡта һүҙ сурытмайыҡ. Әкиәт һөйләй торған урын түгел был. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе үҙемдең китабым менән таныштырам. Әле һеҙ уҡый башлаған китап «Шайтан яҙмалары» тип атала. Ә беләһегеҙме, ни өсөн мин уны яҙырға булып киттем? Күп кешеләрҙең көндәлек эштәрен теркәй барған ҡуйын дәфтәре бар бит. Ә ниңә, мин кешеләрҙән кәмме ни? Тап шуға үҙемдең ҡайһы бер ҡылған эштәремде яҙып барырға булдым. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм!

 

Һурып ҡына ҡарағайны!

Һа-һа-һа! Ниһайәт, минең бер нисә ай дауамында түккән көсөм уңыш килтерҙе. Мин ҡәнәғәт! Ә беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки, минең ҡотҡоға ышанып, Фәрхәт тәмәке тарта башланы. Һа-һа-һа!

Быға өс ай ваҡыт сарыф ителде. Апрель аҙағы ине, Фәрхәт эргәһенә килеп: «Дуҫҡайым, ә ни өсөн һин тәмәке тартмайһың? Һин тәмәке тартҡан башҡа малайҙарҙан кәмме ни?» – тип өндәштем. Ул саҡ Фәрхәт миңә яуап ҡайтарманы. «Тәмәке тартыу кешенең үпкәһе өсөн бик зарарлы. Ул кешене үлемгә илтә. Ошоларҙы белә тороп, тәмәке көйрәтергә мин алйот түгел дәһә», – тип эстән генә уйлап ҡуйҙы.

Икенсе көндө мин йәнә уның янына килдем, был юлы ҡыҙығыраҡ тәҡдим уйлап таптым: «Мин бит һине тәмәкесе булырға өндәмәйем. Юҡ, тәмәке тартыу, ысынлап та, зыянлы. Аҡыллы кеше тәмәкегә һис ҡасан үрелмәйәсәк. Һин бер тапҡыр ғына һурып ҡара. Ҡыҙыҡ та инде! Бер тапҡыр ғына!»

Мин уны шул тиклем оҙаҡ өгөтләнем, ул ахыр сиктә, тәҡдимемде кире ҡаға алмай, бер генә тапҡыр тәмәке төтөнөн һурып ҡарарға булды. Һа-һа-һа! Ул бит тәмәке төтөнөнә өйрәнмәгән, шунда уҡ сәсәй, йүткерә башланы. Һа-һа-һа! Киләһе көндәрҙә лә артынан ҡалманым: «Төтөнөн һурып ҡараның бит инде, ә хәҙер тәмәкене бөткәнсе тарт. Бер тәмәкенән ни булыр тиһең!» Меҫкенкәйем ышанды бит әй, тәмәкене бөткәнсе тартты ла ҡуйҙы. Был юлы йүткермәне лә хатта. Һа-һа-һа!

Шулай итеп, яйлап, көнөнә бер көйрәтеп алыу уның ғәҙәтенә инеп китте. Бер айҙан эргәһенә килгәндә, ул көнөнә инде ун бөртөк тәмәке тарта ине.

Мин уны тағы ла йышыраҡ көйрәтергә өндәнем. Ул иһә еп-еңел генә минең ҡотҡома бирелде лә ҡуйҙы. Һа-һа-һа!

Бөгөн минең эйәрсендәрем Фәрхәттең көнөнә бер ҡап сигарет тартҡанын килтереп еткерҙе. Һа-һа-һа! Ҡайһылай матур яңылыҡ! Һа-һа-һа! Өс ай элек ул тәмәке төтөнөн ни бары һурып ҡына ҡарағайны, ә хәҙер бер ҡап тәмәке тарта! Һа-һа-һа!

Инде шәпмен дә инде үҙем! Нисек еңел генә итеп әҙәми заттарҙы алйотҡа әйләндерәм! Зиһендәрегеҙҙе бутап, юлдан яҙҙырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалаһығыҙ бит һеҙ. Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Йә, бер генә тапҡыр тәмәке төтөнөн һурып ҡарағыҙ әле, бер генә тапҡыр! Ҡыҙыҡ өсөн!

Их, иң ауыры, беренсе тапҡыр тәмәке төтөнөн һурып ҡарарға мәжбүр итеү! Һа-һа-һа!

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....