ҒӘБДЕЛМОТТАЛИПТЫҢ ЗӘМ-ЗӘМ ШИШМӘҺЕН ТАҘАРТЫУЫ

ҒӘБДЕЛМОТТАЛИПТЫҢ ЗӘМ-ЗӘМ ШИШМӘҺЕН ТАҘАРТЫУЫ

ҒӘБДЕЛМОТТАЛИПТЫҢ ЗӘМ-ЗӘМ ШИШМӘҺЕН ТАҘАРТЫУЫ

Бер мәл Ғәбделмотталип Ҡәғбәнең күләгәһендә йоҡлап ултырғанда, төшөндә: «Зәм-зәм шишмәһен ҡаҙы!» – тигән тауыш ишетә. Ҡасандыр джурхумит ҡәбиләһе Мәккәнән ҡасҡан сағында изге ҡоҙоҡто күмеп киткән була.

 

Ғәбделмотталип: «Нимә ул Зәм-зәм?» – тип һорай. «Зәм-зәм – ул Исмәғил пәйғәмбәрҙең һыуһынын ҡандырыр өсөн барлыҡҡа килгән һыу сығанағы. Ул Аллаһ ҡушыуы буйынса Ябраил фәрештә ҡанаты менән тейгән урында барлыҡҡа килгән. Ул сығанаҡтың һыуы бер ҡасан да бөтмәҫ һәм һәр саҡ хаж ҡылыусыларҙы эсереп торор», – тигән тауыш килә өҫтән. «Зәм зәм һыуһынды ҡандырыр, ас кешене туҡландырыр һәм ауырыған кешене шифаландырыр», – тип өҫтәй тауыш. Был күренеш өс тапҡыр ҡабатланған.

Бынан һуң Ғәбделмотталип, ярҙамға Харис улын алып, төшөндә күргән урынға барып ҡаҙа башлай һәм изге Зәм-зәм сығанағын таҙарта. Әммә ҡорайыштар был ҡоҙоҡтоң хаҡы буйынса уның менән бәхәсләшә башлайҙар. Улар был ҡоҙоҡ Исмәғил пәйғәмбәрҙеке һәм шуға ла, ул ҡоҙоҡ дөйөм булырға тейеш, тип иҫәпләйҙәр. Был бәхәстең осона сыға алмағас, Ғәбделмотталип һәм ҡорайыш вәкилдәре Бану Сади ҡәбиләһенә барырға була. Ул ҡәбилә аҡһаҡалдары бәхәсле һорауҙарға яуап таба белеүселәр булараҡ билдәле булған.

Эҫе сүллек буйлап китеп барғанда, ҡорайыштарҙың һыуы бөтә. Шул саҡта Ғәбделмотталиптың дөйәһенең тояғы аҫтынан шишмә атылып сыға. Был хәл ҡорайыштарҙы хайран ҡалдыра һәм улар Зәм-зәмгә ысынлап та Ғәбделмотталип лайыҡлы тип таный. Улар кире ҡайтырға булалар. Әммә

Ғәбделмотталип был хәл өсөн ныҡ борсола, шуға, әгәр Аллаһ уға ун ул бирһә, улар аталарын яҡларлыҡ йәшкә еткәс, береһен Ҡәғбә Раббыһына ҡорбан итер инем, тип ант итә.

 

ҮТӘЛМӘГӘН ҠОРБАН

Ғәбделмотталип Зәм-зәм өсөн яуаплы булғас, уның абруйы ҡорайыштар араһында ныҡ күтәрелә. Аллаһ уның доғаһын ҡабул итә һәм уға ун ул бирә. Улар Харис, Зүбәйр, Әбүталип, Ғабдуллаһ, Хәмзә, Әбүләһәб, Ғидак, Мәҡүәм, Сәфәр һәм Ғәббәс.

Улдары бәлиғ булғас, Ғәбделмотталип уларға үҙенең анты тураһында һөйләй. Барыһы ла атаһының хөкөмө менән риза булалар. Шунан, ғәрәптәр араһындағы ғәҙәт буйынса, Ғәбделмотталип йәрәбә һалырға була. Ул улдарының исеме яҙылған ун уҡ ала. Йәрәбәне өс тапҡыр һала: тартып сығарған һайын Ғабдулла исеме яҙылған уҡ килеп сыға. Ул Ғәбделмотталиптың иң яратҡан һәм иң тыйнаҡ улы була − уның йөҙөндә пәйғәмбәрлек нуры була.

Шунан Ғәбделмотталип бысаҡ алып, яратҡан улын Ҡәғбә эргәһенә алып бара. Әммә ҡорайыштар, бигерәк тә Бану Мәхзүм ҡәбиләһе халҡы һәм улы Әбүталип был ҡорбанды салырға ирек бирмәй. Шунан Ғәбделмотталип: «Миңә Аллаһҡа биргән антым менән нимә эшләргә һуң?» – тип һорай. Туғандары Хиджаз яғында йәшәгән билдәле әүлиә, бағымсы ҡатынға барып, унан кәңәш һорарға ҡуша. Ул саҡта ғәрәптәр араһында йолоу (ҡотолдороу) ҡорбаны тигән йола булған. Шунан бағымсы Ғәбделмотталипҡа, бер уҡҡа Ғабдуллаһ тип, икенсе уҡҡа ун дөйә тип яҙып, йәрәбә тартырға тәҡдим итә. Улының исеме сыҡҡан һайын, икенсе уҡҡа йәнә ун дөйә ҡушып, йәрәбәне ҡабатларға кәрәк.

Ҡатындың кәңәше буйынса, Ғәбделмотталип уҡтарҙы һайлап сығара башлай, сығарған һайын уҡта улының исеме була. Һәр йәрәбә һайын икенсе уҡҡа ун дөйә өҫтәй бара. Шулай туғыҙ тапҡыр атай кеше улының исемен сығара. Унынсы тапҡыр һалғанда ғына «йөҙ дөйә» тигән уҡ сыға. Ғәбделмотталип, ҡыуанып, йөҙ дөйә сала һәм кешеләргә тарата, ҡыр хайуандарына бирә.

Был хәлгә тиклем, ғәрәп йолалары буйынса, кеше үлтергәнгә йолом ун дөйә булған була, бынан һуң ул йөҙ дөйәгә күтәрелә. Был ғәҙәт аҙаҡ шәриғәт буйынса ла ҡабул ителә.

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....