Муса пәйғәмбәр ҡиссаһы

Муса пәйғәмбәр ҡиссаһы

Муса пәйғәмбәр ҡиссаһы

Яуыз Фирғәүендең донъяға килеүе, бала сағы

 

Мысырҙа Мусғаб исемле йөҙ ҙә етмеш йәшлек көтөүсе йәшәгән. Уның балаһы булмаған. Бер ваҡыт ул болонда быҙауы менән йөрөгән һыйырға ҡарап көнләшә. Шул мәлдә һыйыр, Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәте менән телгә килеп, көтөүсегә уның улы тыуасағы тураһында һәм улының Тамуҡ әһелдәренең етәксеһе буласағын әйтә.

 

Мусғаб улы тыуғанды күрмәй үлеп китә. Ул вафат булғас, малайы тыуа, уға Вәлид тип исем ҡушалар. Уны әсәһе яңғыҙ үҫтерә. Вәлид бәлиғ булғас, уны ағас эшкәртеү оҫтаһына өйрәнсек итеп бирәләр. Ағас эше Вәлидкә оҡшамай, ул ҡомарлы уйындарға әүәҫләнеп китә. Әсәһе күпме генә был уйындарҙы ҡалдырыуын һорамаһын, Вәлид уны тыңларға ла теләмәй: «Мин ни теләйем, шуны эшләйәсәкмен, һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтажлығым юҡ», − тип кенә яуап ҡайтара ул. Шуға күрә уға «Ғәүнү» (үҙенә үҙе ярҙамсы) тигән ҡушамат тағалар. Ә ысын исеме онотола.

Ошонан һуң Ғәүнү көнө-төнө ҡомарлы уйындар уйнай. Отолған һайын нимәнелер сығарып һата һәм бер ваҡыт ул бөтөнләй кейемһеҙ ҡала. Ошондай хәлдә кешеләргә күренергә оялып, ул башы һуҡҡан яҡҡа сығып ҡаса. Ул юғалғас, кешеләр көлөп: «Фәрра Ғәүнү» («Ғәүнү ҡасып китте»), − тиҙәр, шуға күрә уны «Фирғәүен» тип атай башлайҙар. Күпмелер ваҡыттан ул, энәле ағастай, бөтә тәне сәнскәктәргә ҡаҙалып, ҡайтып инә. «Балта эше менән шөғөлләнһәң, һәйбәтерәк булмаҫмы?» − тип әсәһе уны яңынан аҡылға килтерергә тырыша. Ләкин Фирғәүен, үҙем нимә теләйем, шуны эшләйәсәкмен, тип яуап бирә. Ул һатыу эше менән шөғөлләнергә була. Үҙендә ҡалған бер дирһәм аҡсаға ҡарбуз менән ҡауын һатып ала ла, ҡиммәтерәк хаҡҡа һатыр өсөн баҙарға китә. Көнө буйы ултыра, берәү ҙә уның тауарын алмай. Кискә табан уның янына һалым йыйыусы килеп, бер дирһәм талап итә. «Минең бөтә тауарым бер дирһәм тора, нимә өсөн мин бер дирһәм түләргә тейеш?» − ти Фирғәүен. Һалым йыйыусы, был батша әмере, ул һәр кемдән берәр дирһәм йыйырға ҡушты, ти. Асыуы ҡабарған Фирғәүен баҙарҙан сығып китә һәм кеше талау, урлашыу менән шөғөлләнә башлай. Ул, намыҫын бөтөнләй юғалтып, юлбаҫарға әйләнә, әле төрмәлә ултыра, әле ҡасҡын булып йөрөй.

Бер ваҡыт Фирғәүен ғәмәликтәрҙән булған бер кешегә ҡасып киткән атын тотоп килтерә. Мираҫын кемгә ҡалдырырға белмәгән балаһыҙ был кешегә Фирғәүендең ҡыйыулығы бик оҡшай. Ул уны үҙенә улы урынына булырға саҡыра, был ризалаша. Фирғәүенгә оҙаҡ хеҙмәт итергә тура килмәй: оҙаҡламай аҫрау (приемный) атаһы үлеп китә, уның бөтә мал-мөлкәте Фирғәүенгә ҡала. Ул, әсәһе янына ҡайтып, бар байлыҡты туҙҙыра башлай. Байлыҡ бөткәс, еңел аҡса табыуҙың яңы юлын эҙләй башлай һәм таба: Мысыр зыяратында мәрхүмдәрҙе ерләргә килеүселәрҙән һалым йыйырға була. Етмәһә, халыҡ араһында, был − батша әмере, тигән ялған хәбәр тарата. Бик күп аҡса йыя. Был хәл батша ҡыҙы үлгәнгә ҡәҙәр дауам итә. Мәйетте алып килгәс, Фирғәүен аҡса талап итә, шунһыҙ батша ҡыҙын ерләргә рөхсәт итмәй.

Фирғәүенгә ҡарата ялыуҙар батшаға барып етә. Батша уны ҡулға алырға һәм үлем язаһы бирергә ҡуша. Фирғәүен тере ҡалыу юлын эҙләй башлай һәм батшаға мул итеп аҡса ебәрә. Батшаға бындай аҡсанан баш тартыуы «оят» була. Шулай итеп, мөнәсәбәттәр яйға һалына һәм ул, ҡул һелтәп, Фирғәүенгә эшен дауам итергә рөхсәт бирә. Батшаның вәзирҙәренә был оҡшамай, улар: «Әгәр был хаҡта бүтән батшалар ишетһә − ниндәй оят!» − тиҙәр. Фирғәүен яңынан батшаға килә һәм уның шәхси һаҡсылар отрядын үҙенә тапшырыуҙы һорай. Батшаның дошмандары күп булғанлыҡтан, ул Фирғәүендең тәҡдимен ҡабул итә, уға иң көслө һуғышсыларын бирә, ҡала уртаһында ҡәлғә (нығытма) төҙөтә һәм Фирғәүенде ҡарауыл башлығы итә.

Ошонан һуң батшаға яман төш инә: уны ҡурҡыныс бер саян тешләй, һәм ул ҡото осоп уянып китә. Батша төшөн юратырға вәзиренә йүнәлә, ләкин юлда Фирғәүенде осрата. Ул батшанан ни булғанын һораша, тегеһе уға төшөн һөйләй. Фирғәүен уны юхалап нығытмаға алып инә һәм башын сабып өҙә. Шунан ул батшаның атына атланып ала ла уның һарайына йүнәлә. Бында ул тәхеткә менеп ултыра, башына батшаның тажын кейеп ала һәм уның хазина-байлыҡтарын ҡарай башлай. Артабан ул вәзирҙәрҙе саҡырып ала һәм үҙенең шундай ихтирамлы, әҙәпле телмәре, ҡиммәтле бүләктәре менән уларҙы өндәшмәҫкә мәжбүр итә.

Баштан уҡ боҙоҡлоҡта булған Фирғәүен ҡаты саралар менән үҙенең хакимлығын нығыта. Уны тағы ла нығыраҡ маһайтыу, дан һөйәрлеген арттырыу ниәтенән, уның янына беренсе булып иблис килеп баш эйә. Шунан һуң Һәмән1 килеп баш эйә һәм уны «аллаһ» тип атай. Вәзирҙәр, бөтә ярҙамсылар һәм сихырсылар барыһы ла Фирғәүенгә баш эйә. Шунан һуң ул Аллаһу Тәғәләгә табыныусы Исраил улдарына тотона, уларҙы төрлөсә ҡыҫа башлай һәм үҙенә табыныуҙы талап итә. Тегеләр Фирғәүенгә баш эйергә мәжбүр була, ләкин шул уҡ ваҡытта Аллаһҡа йәшерен табынырға ниәтләйҙәр.

Шунан һуң иблис Фирғәүенгә үҙенең шәхси һындарын уйлап табырға һәм кешеләрҙе шуларға табынырға мәжбүр итергә ҡоторта. Һәм, иблис теләгәнсә, һынташтар (поттар) эшләйҙәр, бөтәһе лә шуларға табына башлай, ләкин Исраил вариҫтары йәшерен генә бер Аллаһҡа инаныуҙарын дауам итә.

Шулай үҙенең миһырбанһыҙлығы, көс ҡулланып ҡылған әшәке ғәмәлдәре менән был әҙәм аҡтығы, халыҡты иҙеп, ҡанлы ҡулдары менән хаҡимлыҡты тулыһынса үҙ ҡулына ала. Аллаһ дошманы үҙен аллаһ тип иғлан итә һәм бөтә Мысыр халҡын үҙенең ҡолона әйләндерә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә лә Фирғәүенгә оҡшағандар етерлек бит!.. Уларҙың власҡа үрләү ысулдары бер төрлө − көс ҡулланыу, ҡанһыҙлыҡ. Иғтибар итегеҙ, Фирғәүен яҙмышының ахыры нисек, уның батшалығынан нимә ҡалған? Һәм бөгөн уның ғәмәлен дауам итеүселәрҙең дә аҙағы нисек тамамланыры билгеле.

 

Фирғәүендең Асиятҡа өйләнеүе

Асият әсәһенең ҡарынында булғанда, уның атаһы Мөзәхим төш күрә: имеш, уның арҡаһында йәшел ағас үҫеп сыҡҡан да, ҡара ҡоҙғон уның олонон суҡый. «Был минең ағас», − ти ул, ботаҡҡа ултырған килеш. Шул минутта уҡ Мөзәхим уянып китә, төшөн үҙе нисек юрарға ла белмәгәс, төш юраусыға китә. «Һинең бик тәҡүәле, шәп ҡыҙың тыуасаҡ, ләкин яҙмыш уны кафыр бәндә менән бәйләйәсәк, ул уның ҡатыны буласаҡ һәм был донъянан шәһит булып китәсәк», − ти теге кеше.

Оҙаҡламай, Мөзәхимдең Асият исемле ҡыҙы тыуа. Уға егерме йәш тулғас, ниндәйҙер бер ҡош осоп килә лә уның итәгенә ынйы ырғыта. Шунан Асиятҡа былай ти: «Был ынйы йәшел төҫкә ингәс, һин кейәүгә сығаһың, ынйы ҡыҙарғас, шәһит буласаҡһың».

Бар булмышынан изгелек бөркөлгән Асият үҙенең ғәжәйеп күркәмлеге менән халыҡ араһында танылыу таба. Уның тураһында хәбәр Фирғәүенгә лә барып етә һәм ул уға яусы ебәрә. Мөзәхимгә был оҡшамай һәм ул, Асияттың йәш булыуына һылтанып, тәҡдимде кире ҡағырға теләй. Ләкин Фирғәүен уның һүҙен ишетергә лә теләмәй, шунан һуң Мөзәхим унан мәһәр талап итә, ләкин батша түләүҙән баш тарта. Асият иһә, уның өсөн күп мәһәр түләгән хәлдә лә уға кейәүгә сыҡмаясағын әйтә: үҙен аллаһ тип иғлан итеүсе кеше уға ытырғаныс була. «Һин үҙ динеңде тот, ә ул, әйҙә, үҙенекендә ҡалһын», − тип, Фирғәүен менән мөнәсәбәтте боҙоуҙан ҡурҡып, уны яуыз батшаға кейәүгә сығырға димләйҙәр. Ниһайәт, ҡыҙ ризалыҡ бирә, батша ла уның атаһының талабын ҡәнәғәтләндерә: уға ун мең уҡия2 көмөш һәм алтын бирә.

Батша Асият өсөн махсус һарай һалдыра, хеҙмәтсе ҡатындар бирә, күп мал салдырып, ҙур туй үткәрә. Аллаһ Үҙенең Ҡөҙрәте менән Фирғәүенде, ул Асияға өйләнгәс, үҙенең ирлек ҡеүәтенән яҙҙыра.

Бер заманда ла, бер ерҙә лә залимдарҙың ябай халыҡты яфаламаған сағы булмағандыр. Һәм был донъяла, монафиҡтың ысын мөьминде тыныслыҡта ҡалдырған сағы ла, моғайын да, булмағандыр.

Был донъя кафырҙар өсөн Ожмах булғанлыҡтан, әйҙә, улар, нисек теләй, шулай йәшәһен. Мәңгелек донъяның «Тамуҡ тотҡондарын» ләззәтләндереүсе «ағас күләгәһе» (фани донъя) бик тиҙ үтеп китәсәк бит.

_______________________________________

1 Һәмән (библ. Аман) − Фирғәүендең иң яҡын ярандарының береһе.

2 Уҡия − 25,5грамға торош ауырлыҡ үлсәме.

 

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...