Ҡәғбәнең төҙөлөүе тураһында ҡисса

Ҡәғбәнең төҙөлөүе тураһында ҡисса

Ҡәғбәнең төҙөлөүе тураһында ҡисса

 

Ер йөҙөндә туфан ҡалҡып, Ҡәғбә күккә алынғандан һуң, уға хаж ҡылыу туҡтала. Аллаһу Тәғәлә Ибраһим-Хәлилгә хәбәр иткәнгә тиклем, Ҡәғбәнең ҡайҙа икәнлеген бер кем дә белмәй. Раббы, Ҡәғбәне тергеҙеп, Харам мәсетенә хаж ҡылыуҙы ҡайтанан башлау өсөн, Ибраһимға Уның (Аллаһтың) ҡунаҡтары өсөн мөбәрәк йорт төҙөргә вәхи (илаһи асыш, хәбәр) ебәрә. Күктә аҡ болот пәйҙә була, уның күләгәһе Ҡәғбәнең ҡайҙа булырға тейешлеген теүәл күрһәтә. Юғарынан килгән тауыш Аллаһ Йортон ошо урында һалырға кәрәклеген хәбәр итә. Хисап көнөндә хажиҙарҙың изге ғәмәлдәре ауырыраҡ тартһын өсөн, уларға таштарҙы биш тауҙан: Тур Сайна1, Зәйтә2, Лүбнән3, Джүди4 һәм Хира5 тауҙарынан алырға ҡушыла һәм шулай эшләнә.

 

Хәҙер Ибраһим, Раббының ҡушҡанын үтәп, Аллаһ Йортоноң нигеҙен һала башлай. Исмәғил уға ярҙам итә, таш һәм иретмә биреп тора. Төҙөлөш ваҡытында Ибраһим Әбү-Ҡубәйс тауы яғынан тауыш ишетә: “Әй Ибраһим, миндә һаҡланған әйберҙе урынына ҡайтарырға ваҡыт етте, килеп ал”.

Ибраһим ﷺ тауға күтәрелә. Тауҙың бер өлөшө ярыла, Ибраһим унан Нух пәйғәмбәрме, Ябраил фәрештәме йәшереп ҡалдырған Ҡара ташты табып ала. Ул уны алып Ҡәғбәнең Йәмән мөйөшөнә һалып ҡалдыра. Ташты “Йәд Аллаһи фид-дунйә” (Аллаһтың был донъялағы ҡөҙрәт ҡулы) тигән һүҙҙәр менән хөрмәтләгәндәр.

Ҡәғбә тирәләй тәүәф ҡылғанда, Хәджәр әл-Әсүәд (Ҡара таш) янында сәждә ҡылыу, ҡулың менән ҡағылып, уны үбеү сөннәт һанала. Кем был сөннәткә әһәмиәт бирмәй, ундайҙарҙан йыраҡ тороғоҙ.

Әлбиттә, хәҙер, хаж ҡылыусыларҙың күплеге арҡаһында, Ҡара таш янында туҡтап сәждә ҡылыу һәм уны үбеү ҡыйынлашты. Шунлыҡтан, ҡулың менән ташҡа табан ишаралап, ҡулыңды үбеү ҙә етә, шуның менән сөннәт үтәлгән тип иҫәпләнә.

Кем был сөннәтте үтәй, Хисап көнөндә Хәджәр әл-Әсүәдтең шәфәғәтен алыуы ихтимал, тип әйтелә. Йәнә Мәхшәр көндө, бөтәһе лә ярҙамға, яҡлауға мохтаж булғанда, Хәджәр әл-Әсүәд шаһитлыҡ ҡылыр.

Тәү атабыҙ Әҙәм Ожмахта саҡта, Аллаһу Тәғәлә уға һаҡлаусы фәрештә беркетә. Әҙәм икмәк ағасына яҡынлағас, фәрештә уның янынан китә. Раббыбыҙ фәрештәгә Үҙенең Рәхимле Ҡарашын ташлағас, фәрештә оялышынан ҡатып ҡала.

Әҙәмде, икмәк ағасының емешен татыған өсөн, Ожмахтан ергә күсергәндә, тәү атабыҙ ташҡа әйләнгән фәрештәне үҙе менән ала. Таш фәрештә башта күҙ сағылырлыҡ аҡ төҫтә була, уның яҡтылығы бөтә ер йөҙөнә етерлек булған. Ләкин аҙаҡ, гонаһлы кешеләрҙең ҡулдары тейеүҙән, таш ҡарая һәм яҡтылығы ла бөтә. Ҡиәмәт көнөндә ҡәҙерле Ҡара таш яңынан фәрештәгә әйләнәсәк һәм, кем уға, Аллаһ ризалығы өсөн, саф күңелдән, ихлас хөрмәт менән ҡағылған, шуларға шаһитлыҡ ҡыласаҡ.

Хәджәр әл-Әсүәд тураһында бына шундай риүәйәт, ысын хәҡиҡәтте иһә бер Аллаһ ҡына белә. Ә инде тарихсыларҙың дәлилдәре менән килешеү өсөн ҡәлебтең сәләмәт (таҙа) булыуы мөһим.

Инде Ибраһим мәҡәмендәге аяҡ эҙҙәре ҡалған аҡ ташҡа килгәндә, ул, Ҡәғбәне төҙөгәндә, Ибраһим менән бергә, күтәреү краны һымаҡ, аҫҡа һәм өҫкә хәрәкәт иткән. Ҡарап тороуға ябай таш һымаҡ күренһә лә, ул аҫыл таш − саф хризолит. Уны ла Әҙәм Ожмахтан алып килгән була. Бәрәкәт алыу ниәтенән аҫыл ташҡа ҡарау − гүзәл сөннәт.

Аллаһ Йорто төҙөлөп бөткәс, Сөбхәнәһү Тәғәлә бөтәһен дә ошонда саҡырырға ҡушҡан. Ибраһим ҡушҡанды үтәгән. Аллаһ ҡөҙрәте менән был саҡырыу бар тарафта: Мәғрибтән (Көнбайыштан) Мәшриҡҡәсә (Көнсығышҡаса) ишетелгән.

Һәм, Аллаһ ихтыяры менән, хаж ҡылырға тейешле кешеләрҙең зәррәһе6 был саҡырыуға: “Ләббәйкә” (“Бына мин Һинең ҡаршыңда”), − тип яуап бирә. Ибраһимға ошо рәүешле яуап биргәндәргә хаж ҡылырға һис нимә ҡамасаулай алмай.

Шунан һуң Аллаһу Тәғәлә Ибраһимға хаж ҡылырға ҡуша. Ябраил фәрештә Ибраһим менән Исмәғилгә хаж ҡылыу тәртибен өйрәтә, һәм атай менән ул йоланы еренә еткереп башҡара. Беҙҙең һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ хаж йолаһын тап улар һымаҡ үтәгән.

Шулай итеп, Аллаһу Тәғәлә вәхи ебәргәндән бирле бөтә өммәт шул тәртипте ҡабатлай, сөнки хаж мәлендә үтәлә торған фарыз һәм сөннәт ғәмәлдәрҙең береһе лә хикмәтһеҙ түгел.

“Хажға йүнәлгән кешенең һәр аҙымы өсөн әжер яҙыла, һәм һәр аҙымы һайын гонаһтары юйыла”, − тиелгән Ибне Ғүмәрҙән (Ғүмәр улынан) еткерелгән хәҙистә.

Хажға инер алдынан ғөсөлләнеүҙең хикмәте шунда, Аллаһ, хаж ҡылыусыларға ҡыуанып, тәҡүәлеләрҙең тәндәре лә таҙа булһын, тип, уларҙы ҡарарға һәм яратырға фәрештәләрен саҡыра.

Ғәҙәттә, үҙҙәренең ил башлыҡтарына барғанда, кешеләр иң затлы, иң ҡиммәтле кейемдәрен кейә, киреһенсә, Аллаһ Үҙенең ҡунаҡтарының Уның алдына ябай кейемдә килеп баҫҡанын ярата.

Аллаһу Тәғәлә Уның саҡырыуына яуап итеп: “Ләббәйкә!” тип әйтеүсенең доғаһын ҡабул итергә әҙер. Ул: “Минән ни теләйһегеҙ, шуны һорағыҙ, бына Мин һеҙҙең менән”, − тип уларҙың теләктәрен үтәүҙе үҙ өҫтөнә ала.

Тәүәф ҡылғанда хаж ҡылыусының уйҙары Аллаһҡа төбәлергә тейеш, һәм улар күңелдән: “Беҙ бит Һинең рәхмәтеңә өмөтләнеп килгән Һинең ҡунаҡтарың. Беҙҙең доғаларыбыҙҙы яуапһыҙ ҡалдырма”, − тип һорайҙар. Ғәрәфәт тауында торғанда, Ҡиәмәт көнөндә эҫе ҡояш аҫтында күрәсәк ғазап-яфаларҙы күҙ алдына килтереп, ҡурҡыу тойғоһон кисерегеҙ. Мөздәлифәлә йыйған таштарығыҙға ҡарап, үҙегеҙҙең гонаһтарығыҙҙы тотоп барғандай хис итегеҙ. Мәшғәр әл-Харамда7 Аллаһты зекер итеүселәрҙе Раббы фәрештәләр араһында яҡшы итеп иҫкә алыр. Джәмәратҡа таштар бәргәндә, Аллаһ юлында хеҙмәт итеп, Уға буйһоноп, үҙегеҙҙең гонаһтарығыҙҙы һәм хата-кәмселектәрегеҙҙе шунда ташлайһығыҙ икән, тип хис итегеҙ. Йәнә шул: кеше Ҡиәмәт көнөндә Ғәрәсәт яланында торғанда Минала ҡырылған сәстәренең һанынса нур аласаҡ, тип әйтелә.

Кем Ғәрәфәт тауында торғанда Аллаһтан ҡурҡып илаған, доға уҡыған, Мәшғәр әл-Харамда Аллаһты зекер иткән, Минала ҡорбан килтергән һәм сәсен ҡырған, − ул бөтә гонаһтарҙан таҙарына. Аллаһ уға бының өсөн нимә бирә − быны фәҡәт Аллаһ Үҙе генә белә. Ҡиәмәт көнөндә улар Тамуҡтан ҡотҡарылыр һәм Аллаһ ризалығын алған кешеләр эргәһендә булыр.

Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Үҙенең иң яҡын ете йөҙ мең фәрештәһен Ҡәғбәне алып килергә ебәрер. Ҡәғбә, әгәр уның үтенесен үтәмәһәләр, майҙанға бармаясағын белдерер. Теләген әйтергә ҡушҡас, Ул Аллаһтан: “Минең тирәмдә ерләнгән барлыҡ мөьминдәргә шәфәғәтсе булырға рөхсәт ит”, − тип һорар. Уға рөхсәт бирелер. Харам (Изге) ерҙә ерләнгән барса мосолман, ихрам кейемендә, йөҙҙәрендә нур балҡытып, “Ләббәйкә!” һүҙҙәрен ҡабатлап, аҡ күгәрсендәрҙәй, Ҡәғбә тирәләй йыйылыр. Шунан фәрештәләр Ҡәғбәгә әйтер: “Теләгең үтәлде, әйҙә киттек беҙҙең менән”. Ҡәғбә ҡуҙғалмаҫ, бөтә теләктәр ҙә үтәлмәне әле, тиер. Аллаһ исеменән уға әйтерҙәр: “Теләгәнеңде һора”. Аллаһу Тәғәлә уға теләген үтәргә вәғәҙә бирер. Ҡәғбә кеселекле итеп, донъяның төрлө тарафтарынан уны һағынып килгән, төрлө михнәттәр менән оҙон, ауыр юлдар үтеп, гонаһ-хаталары менән килеп, хаж ғәмәлдәрен тейешенсә үтәгән гонаһлы кешеләргә шәфәғәтсе булырға рөхсәт һорар. Улар араһында яҡлауға лайыҡ булмағандар ҙа бар, тиерҙәр уға. Әммә Ҡәғбә һаман да, хаж ҡылыусыларҙың береһенә лә сик ҡуймай, бөтәһенә лә ярҙам итергә рөхсәт һорап ныҡышыр. Ошонан һуң күктәрҙән фәрештәнең: “Кем Аллаһ йортонда − Ҡәғбәлә булған, берегеҙ ҙә ҡалмай, уның янына йыйылығыҙ!”, − тигән тауышы яңғырар. Йөҙҙәре нурға мансылып, ҡояштай балҡыған хажиҙар, “Ләббәйкә” ҡысҡырып, Ҡәғбәне уратып алырҙар. Фәрештәләр яңынан Ҡәғбәне үҙҙәре менән барырға саҡырыр. Һәм улар, Ҡәғбәне “Ләббәйкә” һүҙен туҡтауһыҙ ҡабатлаған хажиҙар менән бергә Мәхшәр майҙанына алып килер.

Был Тәүрәттә (Торала) иҫкә алынған Һәм Вахб тарафынан тапшырылған риүәйәт “Иғәнәт әт-Талибин” китабында килтерелгән.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

--------------------------------------------------------

1 Тур Сайна − Синай тауы (Муса пәйғәмбәр менән бәйле).

2 Зәйтә − Палестиналағы Зәйтүн (Масличная) тауы (Ғайса пәйғәмбәр менән бәйле)

3 Лүбнән − Ливан тауҙары

4 Джүди − Нух пәйғәмбәрҙең карабы туҡтаған урын

5 Хира − Мәккә эргәһендәге тау (Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ менән бәйле)

6 Зәррә − кеше затының бик бәләкәй бөртөксәһе (тыуасаҡ тоҡомдар), улар менән Аллаһ Килешеү төҙөгән (ҡара: Ҡөрьән, 7:172)

7 Мөздәлифәләге Мина сигендәге ҡалҡыулыҡ

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...