Ильяс пәйғәмбәр

Оҙаҡламай ырыуҙар башлығы Ғамилдың ҡыҙы ла тәүхидте ҡабул итә һәм Ильястың u ышаныслы шәкерте була. Ғамил бының өсөн ҡыҙын үлтерергә уйлай. Ләкин, көтмәгәндә, уның иң яратҡан улы үлеп китә. Ильяс u шунда Ғамилға әйтә: «Әгәр һин үҙең табынған илаһтың (һынташтың) көсөнә шул тиклем ышанаһың икән, улыңды терелтеүен һора, нисек яуап бирер икән, ҡарайыҡ». Ғамил һынташтан һорай башлай, сәғәттәр буйы инәлә, сәждә ҡыла, әммә һөҙөмтә булмай. Батша Ильясҡа u мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. «Әгәр һинең Аллаһың минең улымды терелтһә, мин үҙемдең илаһыма табыныуҙан туҡтаясаҡмын, − тип һүҙ бирә ул. − Ислам ҡабул итәсәкмен һәм ғүмеремдең ахырынаса һинең менән ҡаласаҡмын», − ти.
Ильяс, Ғамилдың улын терелтеүен һорап, Аллаһу Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Уның доғаһы шунда уҡ ҡабул була. Улының терелгәнен күреп, батша ысын йөрәктән шәһәҙәт әйтә һәм Исламды ҡабул итә. Ул, үҙе теләп, батшалыҡты ҡалдыра һәм бөтә күңеле менән Ғаләмдәр Раббыһына табына башлай, Ильясҡа эйәреп, тормошон Аллаһ юлында хеҙмәт итеүгә бағышлай. Ильяс кешеләрҙе хаҡ юлға баҫырға өгөтләүен, Исламға саҡырыуын дауам итә, әммә халыҡ тәүхидте ҡабул итергә теләк белдермәй. Оҙаҡламай Ғамил үлеп китә, аҙаҡ ҡыҙы менән улы ла, шулай уҡ Джабтың ҡатыны ла әхирәткә күсә.
Ильяс үҙҙәренең Раббыларын танырға теләмәгән халыҡҡа ныҡ асыулана һәм Аллаһтан уларға ҡоролоҡ ебәреүен һорай. Уның доғаһынан һуң күктән бер тамсы ла ямғыр төшмәй, һөҙөмтәлә, ерҙә бер бөртөк иген дә шытып сыҡмай. Кешеләр аслыҡтан үлә башлай, улар хатта эттәрҙе, сысҡандарҙы ашай. Был хәл күктәге фәрештәләр, ҡош һәм йәнлектәрҙе йәлләп, Аллаһу Тәғәләнән миһырбанлыҡ һорап инәлә башлағансы дауам итә. Шулай уҡ Ильясҡа араларында булған мөьминдәр ҙә килә: «Әгәр һин һораһаң, Аллаһ ямғыр ебәрәсәк, зинһар өсөн, халыҡты йәллә!» − тип үтенәләр. Ильяс: «Улар Аллаһҡа ышаныуҙан баш тарта, минең уларға асыуым − фәҡәт Аллаһ өсөн», − тип яуап бирә. Ғаләмдәр Раббыһы Ильясҡа, кешеләрҙе йәлләргә ҡушып, үәхи ебәрә. «Әгәр улар динде ҡабул итһә, һинең арҡала улар бәләнән ҡотоласаҡ. Әгәр юҡ икән, Минең рәхимлегем һинекенән артығыраҡ. Һин уларҙы яңынан тәүхидкә (Бер Аллаһҡа) саҡыр», − ти Аллаһ. Пәйғәмбәргә оят булып китә, ул шунда уҡ тәүбә итә. Һәм ул икенсе ҡасабаға китә. Унда Әлйәсәғ (Елисей) исемле ауырыу малайҙың әсәһендә туҡтай. Ильяс малай өсөн доға ҡыла, бала шунда уҡ һауыға һәм Ислам ҡабул итә. Әлйәсағ, Ильястың бәләкәй ҡустыһы һымаҡ, уның артынан ҡалмай, бөтә ерҙә оҙатып, эйәреп йөрөй.
Әлегәсә Ислам ҡабул итмәгән Исраил тоҡомдарының барыһы ла пәйғәмбәргә ямғыр һорап килә, әгәр уның Аллаһы ямғыр яуҙырһа, тәүхидкә килергә вәғәҙә бирәләр. Ильястың доғаһынан һуң Аллаһ мул итеп ямғыр ебәрә, бөтә тирә-йүн терелә. Ләкин ошонан һуң да кафырҙар биргән һүҙҙәрендә тормай, Исламды ҡабул итмәй. Уларҙың алдағы пәйғәмбәрҙең йөрәген ныҡ яралай, һәм ул яңынан уларға насар доға уҡырға йыйына. Тик был юлы ла Аллаһ рәхимлек күрһәтә һәм уға үәхи ебәрә, был Ильястың күңелен тынысландыра. Ғаләмдәр Раббыһы әйтә: «Эй Ильяс! Ғәмәлдә, һин Минең һүҙҙәремде кешеләргә еткерер өсөн бөтәһен дә эшләнең, Минең ҡушҡандарымды теүәл үтәнең. Ә хәҙер урыңыңда Әлйәсәғты ҡалдыр ҙа был ҡәүемдән кит. Һин Минең яҡын ҡолдарым араһында ҡалаһың». Пәйғәмбәр Аллаһ ҡушҡанса эшләй: урынын Әлйәсәғҡа тапшыра ла был халыҡтан бөтөнләйгә китә.
Китә башлағас, ҡапыл уның алдында толпар ат пәйҙә була, унан сәселгән яҡтылыҡ бар даланы нурға күмә. Ат, пәйғәмбәр алдында туҡтап: «Мин һиңә, менеп йөрөр өсөн, Раббының бүләге булып килдем», − ти. Ильяс атҡа атланып өлгөрмәй, Ябраил килеп етә. Ул Аллаһтың ҡотлауын алып килә һәм ошондай хәбәрен еткерә: Ильяс хәҙер ер өҫтөнән фәрештәләр менән бергә, нисек теләй, шулай осоп йөрөй ала.
Китаптарҙа әйтелеүенсә, Аллаһ Ильястың ашау-эсеүгә ихтыяжын алып, уға фәрештәләр сифатын бирә, һәм ул фәрештәләр һымаҡ күктәрҙә лә, кеше кеүек ерҙә лә була. Шулай уҡ яҙылған: Ильяс менән Хызыр һәр йыл Рамаҙан айын Бәйтүл-Мөҡәддәстә ураҙа тотоп үткәрәләр, ә хаж мәлендә Мәккәгә киләләр.
Шәмғун (Самуил) u пәйғәмбәр тураһында ҡыҫҡаса
Ильяс киткәндән һуң, Әлйәсәғ ғүмеренең аҙағына тиклем Исраил халҡының хәлифе була. Әлйәсәғ үлгәс, уны Фәләстанда ерләйҙәр. Исраилдар ун йыл пәйғәмбәрһеҙ йәшәй. Шунан һуң уларҙың хәлифе Ғәйлә улы Кәһин (Һарун тоҡомонан) була. Ул ҡырҡ йыл идара итә һәм Муса пәйғәмбәрҙең динен яңырта. Мусанан һуң бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә уның динен яңыртыу маҡсатында ебәрелә. Мусаның вафатынан Кәһиндең вафатына тиклем биш йөҙ йыл самаһы ваҡыт уҙа. Кәһин идара итҡән осорҙа Дауыт менән Шәмғун пәйғәмбәрҙәр тыуа.
Исраил халҡы һәр ваҡыт Аллаһтан рәсүлдәр нәҫеленән булған пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреүен һораған. Һарун нәҫеленән түлдән ҡалған өлкән йәштәге ҡатын ғына ҡалған була. Аллаһ ихтыяры менән, был ҡатын Шәмғундың әсәһе булырға тейеш булғанлыҡтан, ул йөккә уҙа. Был хаҡта белгәс, кешеләр бик ғәжәпләнә һәм буласаҡ пәйғәмбәр тыуырына өмөтләнә, ҡатын да Аллаһтан туҡтауһыҙ малай һорап доға ҡыла. Аллаһ Үҙенең ҡолона һорағанын бирә: Һарун ырыуы ҡатынының улы − буласаҡ пәйғәмбәр − донъяға килә.
Башта ул улына Шамуил тип исем бирә, тик ниңәлер ул Шәмғун булараҡ билдәле. Бала саҡтан уны Кәһин тәрбиәләй. 6-7 йәшендә ул Тәүратты ятлай.
Ҡырҡ йәшендә Шәмғун Ябраил фәрештәнең тауышын ишетә һәм ныҡ ҡурҡа. Был серле тауыш тураһында Кәһингә һөйләй. Кәһин бының Ябраил фәрештә булыуын әйтә һәм уның менән осрашыуға әҙерләнергә ҡуша. Шәмғун Кәһин өйрәткәндәрҙе эшләй һәм, тәһәрәт алып, фәрештәне көтә башлай. Ябраил килә һәм Шәмғунға Исраил халҡы өсөн пәйғәмбәрлек бирелеүен хәбәр итә. Шәмғун ҡырҡ йыл улар араһында Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп йәшәй. Кәһин батшалыҡ иткән заманда, Исраил халҡында һаҡланған тәбүт [пәйғәмбәрҙәрҙең һүрәте (һыны, рәүеше) һаҡланған һандыҡ, табут] һуғыштарҙан һуң дошмандар (амаликиттар) ҡулында ҡалған була.
Халҡының талабы буйынса, Шәмғун Ғаләмдәр Раббыһына табутты ҡайтарыуын һәм бының өсөн уларға батша ебәреүен һорап мөрәжәғәт итә. Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаһ, уның үтенесенә яуап итеп, уларға Ожмахтан таяҡ ебәрә һәм әйтә: «Таяҡтың оҙонлоғо буласаҡ батшағыҙҙың буйына тиң булыр. Табығыҙ уны».
Ҡәбиләлә Талут исемле ярлы ғына кеше йәшәй. Ул ишәге менән кешеләргә һыу ташып көн күрә. Бер ваҡыт ул, юғалған ишәген эҙләп йөрөгәндә, осраҡлы ғына Шәмғундың өйө тапҡырында туҡтай. «Эй Шәмғун, мин ишәгемде юғалттым, Аллаһу Тәғәләнән һора әле, миңә уны табырға ярҙам итһен», − тип ныҡышып һорай Талут, һәм Шәмғун уның һорауын үтәргә вәғәҙә бирә. Аллаһу Тәғәлә, буласаҡ батшаның исеме Талут булыр, тип алдан әйткәнлектән, Шәмғун уны ожмах таяғы менән үлсәп ҡарарға була һәм Аллаһтың тап ошо кеше тураһында хәбәр иткәнлеген аңлай. «Һин хәҙер Исраил халҡының батшаһы, һәм мин быға шаһитлыҡ ҡылам», − ти Шәмғун. Был хәбәрҙән ҡәбилә халҡында төрлө һүҙҙәр, имеш-мимештәр ҡуйыра, кешеләр бер нисек тә һыу ташыусы фәҡирҙе батша итеп күҙ алдына килтерә алмай. Шәмғун, Аллаһу Тәғәләнең тап уны, Талутты, уларҙың етәксеһе итеп һайлауы, һәм уларҙың уға буйһонорға тейешлектәрен әйтә. «Быға дәлил − һеҙ уның ярҙамы менән амаликиттарҙан тәбүтте ҡайтара алырһығыҙ», − ти Шәмғун. Тәбүттең кире ҡайтарыласағын ишеткәс, Исраил ҡәбиләһе Талутты батша тип иғлан итә.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)