Мосолман ғаиләһе − йәннәт баҡсаһы!

Мосолман ғаиләһе − йәннәт баҡсаһы!

Мосолман ғаиләһе − йәннәт баҡсаһы!

Ғаилә − йәмғиәттең кескенә берәмеге, уны үҙ ихтыяры менән никахҡа ингән ҡатынҡыҙ һәм ир-ат барлыҡҡа килтерә. Ғаилә именлеге һәм бәхете динебеҙҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Ғаилә усағының бәхетле һәм тыныс йәшәүе – иң әүәл үҙ-ара ышаныс һәм бер-береңдең хоҡуғын хөрмәт итеүҙә.

Ир кешенең бурысы:

1. Ҡатыны башҡа кешеләрҙең ярҙамына мохтажлыҡ кисермәһен өсөн, көслө зат үҙе ҡатынына лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырырға тейеш.

2. Балаларҙы матди яҡтан тәьмин итеү һәм матур тәрбиә биреү ҙә − атайҙың бурысы.

3. Үҙ ҡатынына ихтирамлы булырға һәм үҙ өйөн яҡын күрергә тейеш.

4. Ҡатынына ышанысын белдереп, нигеҙһеҙ шикләнеүҙәрҙән тыйылырға.

5. Ҡатыны тураһында сит кешеләрҙән ишеткән һүҙҙәргә, имен-мимештәргә ышанып, ашығыс ҡарар сығарыу ҙа ир өсөн килешмәгән эш.

6. Ваҡ-төйәк өсөн ҡатынға үпкәләү ир-атты бөтөнләй биҙәмәй.

7. Шулай уҡ ғаилә башлығы ҡатынының туғандары менән, һәм, киреһенсә, нескә зат – ирҙеке менән әҙәпле мөғәмәлә ҡорһа, татыулыҡ тағы ла артыр.

8. Ир-ат никахтың интим яҡтарын фашларға, һөйләп барырға тейеш түгел.

9. Ир кешенең юҡ-бар өсөн ҡатынын борсоп, йә иһә килеп тыуған мәсьәләне йоҙроҡ, көс ҡулланып хәл итеүе − ир-егетлек түгел, көсһөҙлөк билдәһе.

Ҡатындың бурысы:

1. Ҡатын ирен яратһын һәм хөрмәт итһен, сафлығын һаҡлаһын, ирендә шик тыуҙырған ғәмәлдәрҙән йыраҡ булһын.

2. Нескә зат ире, балалары хаҡында хәстәрлек күрә, йортҡураһын ҡарай, мөлкәтен һаҡлай.

3. Иренең туғандарына хөрмәт һәм илтифат күрһәтергә кәрәк.

4. Ауыр хәлгә тарымаҫ өсөн ҡатын-ҡыҙ аҡса менән тотона белергә тейеш. Әлбиттә, иренең рөхсәте менән генә!

5. Ир менән ҡатын араһындағы бурысты башҡарырға, һәр ваҡыт таҙа, бөхтә булырға тейеш.

6. Күндәм, яҡты сырайлы, ыңғай ҡатын − өй күрке.

7. Тышҡы ҡиәфәте, хеҙмәте, Раббыға ғибәҙәттәре менән дә ҡатын-ҡыҙ балаларына яҡшы өлгө күрһәтһә − айырыуса һәйбәт.

8. Ирен артыҡ маҡтау, шулай уҡ кәмһетеү ҙә булмаһын.

Ә хәҙер ир менән ҡатындың үҙара бурыстары менән танышып сыҡҡандан һуң, яңыраҡ донъя ҡорған йәштәрҙең иғтибарын ғаилә төҙөүҙә файҙалы аспекттарға йәлеп итергә теләйбеҙ.

1. Ныҡ, сәләмәт ғаилә мөхәббәт һәм хөрмәткә, ышаныс һәм сабырлыҡҡа нигеҙләнә.

2. Бәхет асҡысы − бер-берегеҙҙе аңлауҙа һәм яратыуҙа. Яңылыш йәки белеп яһаған хаталарҙы кисерә белегеҙ.

3. Һау-сәләмәт сағығыҙҙа ир менән ҡатын араһындағы яҡынлыҡтан ҡасмағыҙ. Физик һәм рухи ҡәнәғәтһеҙлек араны һыуындырыуы бар.

4. Сит-яттарға серҙәрегеҙҙе һөйләмәгеҙ. Сәбәп табып, һәр бер һорау буйынса атай-әсәйегеҙгә йүгермәгеҙ.

5. Ғаиләгеҙ өсөн мөһим көндәрҙе һәм даталарҙы онотмағыҙ. Ғаилә бюджетын бөлгөнлөккә төшөрмәй генә һөйгәнегеҙҙе бүләк, сувенирҙар менән ҡыуандырығыҙ.

6. Кисен эштән ҡайтҡанда берберегеҙҙе ихлас һәм ҡыуанып сәләмләгеҙ. Тупһа аша атлау менән проблемағыҙҙы белгертмәгеҙ.

7. Ата-әсәйегеҙ йә башҡа кеше алдында бер-берегеҙҙе тәнҡитләмәгеҙ.

8. Киске ашҡа һуңламаҫҡа тырышығыҙ. Оҙаҡлаһағыҙ, өйҙәгеләргә хәбәр итергә онотмағыҙ.

9. Аҡсаны хәләл ефетегеҙҙән йәшереп кенә тотонорға ғәҙәтләнмәгеҙ.

10. Ғаиләгеҙҙә хаким иткән мөхәббәт һәм ихтирамды ике яҡ туғандарға ла бүләк итегеҙ. Бөтә нәмәгә һөйөү һәм хөрмәт менән бағығыҙ.

11. Бер-берегеҙ алдында бөхтә һәм йыйнаҡ булырға тырышығыҙ.

12. Дини талаптарға хөрмәт күрһәтегеҙ, бергәләп өйрәнегеҙ һәм динегеҙҙе һаҡлағыҙ. Был балаларығыҙҙың дин тәғлимәтенә һәм ғибәҙәт ҡылыуға ынтылышын, һөйөүен арттырыр.

13. Юҡ-барҙан, кескәй генә мәсьәләнән янъял ҡуптармағыҙ. Ҙур янғын кескәй генә осҡондан тоҡаныусан, шуны онотмағыҙ!

14. Өй эшендә ярҙам итегеҙ. «Йортта ла, эштә лә хеҙмәт күрһәтергә тейешменме ни?» − тип ризаһыҙлыҡ белдермәгеҙ. Ҡатынығыҙҙың үтенесе буйынса күрһәткән ярҙам дәрәжәгеҙҙе төшөрмәҫ. Тормошоғоҙ мөхәббәткә, хөрмәт, ышанысҡа һәм сабырлыҡҡа ҡоролһон, йәштәр!

15. Күберәк аралашырға, йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. Был арағыҙҙы яҡынайтыр, һөйөүегеҙҙе нығытыр.

Үрҙә бирелгән кәңәштәргә йомғаҡ яһап, яҡшы ғаилә − көндәлек тырыш хеҙмәттең емеше, тиергә мөмкин. Ғаиләлә һәр кем Аллаһ ризалығына ынтылып йәшәһә, ир менән ҡатындың ырыҫы артыр, балалары ла үҙҙәрен бәхетле хис итер. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

САФИЯ ФОКИНА

С.Әбсәләмова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...