Аһ, йөрәгем, йөрәккәйем...
Аһ, йөрәгем, йөрәккәйем...

«Хаҡ мөьминдәр шуларҙыр: Аллаһты зекер итһәләр, күңелдәре йомшарыр, Аллаһтан ҡурҡырҙар һәм уларға Аллаһтың аяттары уҡылһа, имандары артыр һәм улар һәр ваҡыт Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылырҙар» (8:2).
«Әгәр йөрәк һау булһа, бөтә ағзалар ҙа һау була, әгәр йөрәк ауырыу булһа, башҡа ағзалар ҙа ауырыу була» (Бохари; Мөслим).
Йөрәк, йәғни «ҡалб» (йөрәк; үҙәк) һүҙе ғәрәп теленең «ҡаләбә» ҡылымынан «әйләндереү, үҙгәртеү; бороу» тип тәржемә ителә.
Мосолман кешеһе өсөн йөрәк физик ағза ғына түгел, ә рухи ағза ла, фекер йөрөтөү һәм аҡыл үҙәге лә, теләктәрҙең, хистәрҙең, ынтылыштарҙың башланған урыны ла. Юҡҡа ғына халыҡта батыр кешене − ҡыйыу, арыҫлан, ә ҡурҡаҡ кешене − ҡуян йөрәкле, ҡаты күңелле кешене таш йөрәкле тип әйтмәйҙәр.
Кеше йөрәге төрлө халәттә булырға мөмкин, йөрәге менән ул хаҡты һәм ялғанды аңлай, яҡшы йәки насарҙы айыра, шатлыҡ-ҡайғыларҙы тоя, физик ауыртыуҙы һәм күңел әрнеүҙәрен йөрәге аша үткәрә. Йөрәк һауыт кеүек, ти ғалимдар. Әгәр кеше йөрәген иман, белем менән тултырһа, ул кеше тәртипле, күркәм әхлаҡле, тәҡүәле, әгәр йөрәк Аллаһҡа ширек килтереү, донъяға мөхәббәт хисе, шөкөр итмәү, тәкәбберлек, шик, ҡомһоҙлоҡ, асыу, ике йөҙлөлөк, алдаҡ менән тултырылһа, был кеше әҙәпһеҙ, боҙоҡ була, был йөрәк ауырыу һанала.
Мосолман ғалимдары йөрәкте биш төргә бүлеп ҡарай:
1.Һүнгән, файҙаһыҙ, буш йөрәк. Был кешенең кәүҙәһе, тәне ҡәбер кеүек. Уның йәшәү рәүеше хайуандарҙыҡына оҡшаш, ашап-эсә, йоҡлап-тора, кәйеф-сафа ҡора, әхлаҡһеҙ, Аллаһу Тәғәләнең бойороҡтарын үтәмәй, бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тоймай, ҡыҫҡаһы, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙә ҡойоноп йәшәй, ләкин Уға шөкөр итмәй (2:7, 18, 74; 27:80-81; 59:19).
- Ауырыу йөрәк (2:10, 16).
- Вайымһыҙ, ғәмһеҙ йөрәк (7:202; 39:22). Ауырыу һәм ғәмһеҙ йөрәкте дини тәрбиә һәм белем менән генә дауалау мөмкин, ти ғалимдар.
- Зекер итеүсе йөрәк (2:152; 13:28; 29:45; 33:41; 57:16; 73:8). Бындай йөрәкле кеше һис ваҡыт Аллаһты онотмай, йөрәге менән Аллаһты иҫкә ала.
- Тере йөрәк. Был төркөмгә пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр инә. Уларҙың йөрәктәре, үҙҙәре үлһә лә, зекер итә (34:37).
Йөрәге һау кеше йөрәген һаҡларға, ә йөрәге ауырыу кеше уны дауаларға тейеш. Кешенең тәне ризыҡ-һыуһыҙ тора алмаған кеүек, уның йөрәге лә ризыҡҡа мохтаж, йәғни, кеше үҙ йөрәген һәр ваҡыт рухи аҙыҡ менән «туйындырып» торорға бурыслы. Йөрәкте рухи яҡтан дауалау түбәндәге өлөштәрҙән тора:
- шәһәҙәт һүҙен тел менән әйтеп, йөрәк менән ҡабул итеү(2:22, 255; 6:19; 49:15; Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; ибне Мәжжәһ; Әхмәд);
- Аллаһтың ғазабынан ҡурҡыу (2:165; 3:31; 8:2; 59:18; Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Хәким; Һәйҫәми; ибен Мәжжәһ; Әхмәд; Табәрани);
- Аллаһ фарыз ҡылған ғибәҙәттәрҙе ысын күңел менән үтәү (намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу һ.б.) (2:3, 177; 9:71; Бохари; Мөслим; Әхмәд; Нәсәи; Табәрани; Һәйҫәми);
- Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылғанда хушүғ (буйһоноусан, түбәнселекле ҡиәфәт) һәм ихсан (Аллаһты күреп торған кеүек ғибәҙәт ҡылыу. Әлбиттә, беҙ Уны күрмәйбеҙ, ләкин Ул беҙҙе күрә) хәлендә булыу (16:128; 10:26, 61; 23:1-3; 107:4-5; Мөслим; ибне Мәжжәһ; Әхмәд; Әбү Дәүд; Тирмиҙи);
- Аллаһ биргән ниғмәттәргә (иман, һаулыҡ, ғаилә, мал-мөлкәт, эш, уҡыу һ.б.) шөкөр итеү, риза булыу (5:20; 16:78; Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; ибне Мәжжәһ; Әбү Дәүд; Нәсәи; Әхмәд);
- Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хаҡ һәм һуңғы пәйғәмбәр икәненә ысын күңелдән ышаныу;
- йөрәкте хаҡ белем менән биҙәү (12:76; 35:28; ибне Мәжжәһ; Тирмиҙи);
- Ҡөрьән уҡыу (10:57; Бохари; Мөслим; Тирмиҙи).
- һәр ваҡыт Аллаһты зекер итеү (7:180; 13:28; 17:110; Бохари; Мөслим; Әхмәд; Хәким; Һәйҫәми; Тирмиҙи; ибне Мәжжәһ; Әбү Дәүд; Нәсәи; Табәрани);
- яҡшы, изге доғалар ҡылыу (Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Нәсәи; Хәким; Әбү Дәүд; ибне Мәжжәһ);
- изге эштәрҙә ихлас булыу, уларҙы Аллаһ ризалығы өсөн ысын күңелдән башҡарыу;
- һәр эштә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылыу (3:159; 5:23; 9:51, 129; 65:3; Бохари; Мөслим; Әхмәд; Тирмиҙи; Хәким; Әбү Дәүд);
- хәләл ризыҡтар менән туҡланыу (2:168; 5:91; Бохари; Мөслим; Бәйһаҡи; Хәким; Әбү Дәүд; ибне Мәжжәһ);
- йөрәкте төрлө ялған хөрәфәттәрҙән, ырымдарҙан һаҡлау (4:48; 31:34; Бохари; Мөслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи).
- фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртеү. Шикләнеү, дошманлыҡ (хаслыҡ) тойғоһо, асыу, артыҡ ҡайғырыу йәки шатлыҡ хисе инфаркт ауырыуын, гипертонияны барлыҡҡа килтерә;
- йәшәү рәүешен үҙгәртеү, йәғни Аллаһ тыйған харам, гонаһ эштәрҙән тыйылыу (9:103; 92:18; Тирмиҙи; ибне Мәжжәһ; Әхмәд; Табәрани);
- Аллаһҡа гонаһ эштәр өсөн тәүбә-истиғфар итеү, ғәфү һорау (4:106; 47:19; Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Әхмәд; ибне Мәжжәһ; Хәким; Әбү Дәүд; Табәрани; Бәйһаҡи);
- төнөн тороп, тәһәжжүд намаҙын уҡыу. Төн − яңғыҙ ҡалып, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу өсөн иң яҡшы ваҡыт (76:25-26; 51:17-18; 32:16).
- тәҡүәле, изге кешеләр менән аралашыу (9:119; 49:13).
- үлемде йышыраҡ иҫкә төшөрөү (5:57; 35:9; 40:60; 48:9; 49:11; 73:8; 60:1; 66:6;76:25; Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Әхмәд; ибне Мәжжәһ).
- сабыр итеү.
(Дауамы бар)