Никах – Аллаһу Тәғәләнең ризалығы

Никах – Аллаһу Тәғәләнең ризалығы

Никах – Аллаһу Тәғәләнең ризалығы

Нимә ул никах?

Никах – ул, ир һәм ҡатын булып, бергә йәшәү өсөн Аллаһу Тәғәләнең хәйерфатихаһын, рөхсәтен алыу. Һәр кеше үҙенең яратҡан йәре менән ғаилә тормошон башлар алдынан Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһындағы әлеге йоланы уҙғарырға тейеш. Ошо уңайҙан миҫал килтерергә мөмкин.

Әйтәйек, беҙгә бер йорт йәки автомобиль оҡшай, ти. Ләкин рөхсәтһеҙ беҙ уларҙың береһен дә ҡуллана алмайбыҙ. Уның өсөн үҙ ҡанундары булған билдәле бер тәртипте үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, килешеү төҙөргә, һатып алырға һ.б. Шунан һуң ғына әлеге йортта йәшәү йәки машинала йөрөү хоҡуғы бирелә. Ғаилә ҡорғансы егет менән ҡыҙ бербереһенә сит кешеләр булып һанала. Уларға бергә йәшәргә хоҡуҡ биреүсе – Аллаһу Тәғәлә. Дөрөҫөрәге, ул туранан-тура рөхсәт бирмәй. Бары тик шәриғәт ҡанундары буйынса тормош башлағанда ғына егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә хәләл булыуын аңлата. Был йоланы үтәмәү – гонаһ.

Никахтың ниндәй шарттары бар? Беренсенән, никахта шаһиттарҙың ҡатнашыуы зарур. Был ролде ике мосолман ир заты йәки бер ир менән ике ҡатын үтәй ала. Был никах уҡығанды халыҡ белһен өсөн кәрәк. Никах шаһиттарһыҙ уҙғарылһа, ул никах булып һаналмай. Икенсенән, йоланы үтәгәндә, кейәүҙең бурысы – киленгә мәһәр биреү. Мәһәр ҡатын-ҡыҙҙың иҡтисади иреклеге өсөн кәрәк. Мәҫәлән, әгәр ире менән бер-бер хәл булып, яңғыҙы тороп ҡалһа, дүрт ай ҙа ун көн ул кейәүгә сығырға тейеш түгел, ошо ваҡытта ул мәһәрен ҡуллана ала.

Ни өсөн дүрт ай һәм ун көн? Ҡатын-ҡыҙ йөккә уҙған булһа, ошо ваҡыт эсендә ҡарынындағы балаға йән инә. Әгәр ҙә дүрт ай ҙа ун көнгә ҡәҙәр кейәүгә сыҡһа, сабыйҙың ҡайһы ирҙән икәнлеге билдәһеҙ буласаҡ. Шуның өсөн, балаға йән кергәнсе, ҡатын-ҡыҙға никахлашырға ярамай. Ирҙәр өсөн бындай сикләү юҡ. Кемдәргә никах уҡылмай? Бәлиғ булмаған балаларға, аҡылға зәғифтәргә, мосолман ҡыҙы христиан йәки йәһүд егетенә кейәүгә сыҡҡанда (мосолман егетенә христиан йәки йәһүд динендәге ҡыҙҙы ҡатын итеп алырға мөмкин), бер туғандарға, сабый саҡта бер әсәнең күкрәк һөтөн имгән ҡыҙ менән егеткә.

Никах ҡасан боҙола? Ир кеше ҡатынына айырылыу ниәте менән: “Талаҡ”, − тип әйтһә, никах боҙола. Бындай хәл килеп сыҡҡанда, Аллаһу тарафынан уларға уйлар өсөн өс ай ваҡыт бирелә. Ошо арауыҡта улар кире ярашмаһа, никахтары тарҡала. Әгәр бергә ҡалырға теләһәләр, никахтарын яңыртырға кәрәк буласаҡ.

Тағы ниндәй осраҡта никахты яңыртырға мөмкин? Никах яңыртыу мәжбүри йола түгел. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, ир менән ҡатын дүрт ай бергә булмаһалар, никахты яңыртыу мөһим. Әммә мәжбүри түгел. Һуңғы йылдарҙа студенттар араһында никах уҡытыу таралды. Егет-ҡыҙҙар гонаһтан ҡурҡалар, ә бергә булыуҙарын ата-әсәләренә әйткеләре килмәй, шул уҡ ваҡытта ир менән ҡатын вазифаһын тулыһынса үҙ өҫтәренә алырға теләмәйҙәр. Никахтың бер өлөшөн генә үтәп, икенсеһен ҡалдырыу Аллаһу Тәғәләне алдарға маташыу була. Өйләнешкәс тә Аллаһу Тәғәлә: “Бер-берегеҙҙе ысынлап та яратаһығыҙмы икән?” − тип, һынай башлай. Шунда барыһы ла күренә инде. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: “Мин һеҙгә һынауҙы был кеше һеҙҙең дуҫығыҙмы, юҡмы икәнен белдереү өсөн бирәм”, − ти. Һынау рәхәтлек йәки ауырлыҡ менән килә. Кешенең эске донъяһын яратһаң, уға балаларыңдың атаһы, әсәһе, тип ҡараһаң ғына, ғаилә тормошо саф буласаҡ. Аллаһу Тәғәлә: “Бер берегеҙгә күлдәк булығыҙ”, − ти. Тәнгә иң яҡын әйбер − кейем. Ул тәндең бөтөн етешһеҙлектәрен ҡаплай. Ир менән ҡатын да бер-береһен ҡаплап, ышыҡлап, һаҡлап тороға тейеш.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд: “Ҡатынығыҙҙа бер кәмселек тапһағыҙ, уның бик күп яҡшылыҡтарын иҫегеҙгә төшөрөп, риза булып йәшәгеҙ”, − тигән. Никахта тороп, ситтә тағы бер никах рөхсәт ителәме? Рөхсәт ул дауа. Мәҫәлән, дарыуханала ниндәй генә дауаланыу саралары юҡ. Уларҙы белеп ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта ғына тәнеңә шифа була. Икенсе тапҡыр ҡатын алырға Ҡөрьән Кәримдә рөхсәт бар. Әммә ул һиңә файҙағамы, юҡмы икәнен үҙең хәл итәһең. Ҡатыныңа белдермәй генә берәү менән никахҡа кереү, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Аллаһу Тәғәлә: “Араларында ғәҙеллек урынлаштыра алһағыҙ ғына, дүрт ҡатынға өйләнергә мөмкин”, − ти. Шулай итеп, хөрмәтле имандаштар, никахтың әһәмиәтен һәм мөһимлеген аңлап, яҡындарыбыҙға ла аңлатайыҡ. Үҙебеҙ дин тотоп, ә балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ зина ҡылып йәшәмәһендәр, тип тырышайыҡ.

Рәмил Юныс хәҙрәттең вәғәзе буйынса Әлмира Ғилманова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...