ӘҘӘПТӘР

ӘҘӘПТӘР

ӘҘӘПТӘР

Саҙаҡа биреү әҙәбе

  • Ярҙам һорап килгәнен көтмәйенсә, хәйерсене табып, уға саҙаҡа биреү
  • Башҡаларға күрһәтмәйенсә саҙаҡа биреү
  • Саҙаҡа биргәндән һуң, бер кемгә лә һөйләмәү
  • Ярҙам һорап килгәндәрҙе яҡшы ҡабул итеү
  • Һаран булмау
  • Фәҡиргә һорағанын биреү йәки йомшаҡ ҡына итеп үтенесен кире ҡағыу
  • Әгәр ҙә шайтан, ярҙам һорап килгән хәйерсе саҙаҡаға лайыҡ түгел, матди хәле яҡшы, тип ышандырһа, Аллаһтың уға биргән ниғмәттәрен кире алырға ярамай, меҫкендең уға хаҡы бар.

 

Ярҙам һорап килеү әҙәбе

  • Ысын ихтыяж булған саҡта ғына үтенес менән барыу
  • Үҙеңде яҡшы тотоп, үтенесең тураһында һөйләү
  • Әҙ бирһәләр ҙә, ярҙам алғандан һуң рәхмәт әйтеү
  • Ярҙам итеүсегә ихлас доға ҡылыу
  • Ярҙамсы булыша алмағанлығын белдерһә, уның хәлен аңлап, сығып китеү
  • Ныҡышыу, ҡабат-ҡабат шул уҡ ишеккә шаҡыу кәрәкмәй

 

Мал-мөлкәтле кешенең әҙәбе

  • Һәр ваҡыт тыйнаҡ булыу
  • Тәкәбберләнмәү
  • Һәр ваҡыт шөкөр ҡылып тороу
  • Байлығыңды хәйерле эштәргә генә ҡулланыу
  • Ярҙам һорап килгән мохтаждарҙы йылмайып ҡаршы алыу һәм уларға иғтибар бүлеү
  • Бөтә кешенең дә иҫәнләшеүенә яуап биреү
  • Хәлеңдән ҡәнәғәт булыуҙы һүҙҙәрең һәм ғәмәлдәрең менән күрһәтеү
  • Яҡшы һәм күркәм һүҙҙәр әйтеү
  • Кешеләр менән яҡшы аралышыу
  • Хәйерле эштәрҙә мөмкин булған тиклем булышыу

 

Ярҙамға мохтаж кешенең әҙәбе

  • Ҡулыңда булған нәмәләр менән ҡәнәғәт булыу
  • Ихтыяждар һәм проблемалар тураһында бөтәһенә лә һөйләп йөрөмәү
  • Бөхтә һәм ыҡсым кейенеү
  • Ҡомһоҙ булмау
  • Кешеләрҙән һоранып йөрөмәү, бөтә нәмәне үҙеңә эшләргә тырышыу
  • Диндар һәм хөрмәткә лайыҡлы кешеләргә проблемаларыңды үҙең хәл итеүҙе күрһәтеү
  • Бай кешеләргә йылмаймау, әммә уларға ихтирам күрһәтеү
  • Бай кешеләргә өмөт бағламау, йәшәргә етерлек булыуын күрһәтеү
  • Улар алдында үҙеңде өҫтөн ҡуймау һәм кәмһенмәү
  • Бай кешене күреп ҡалғанда, йөрәгеңде (һораныуҙан) тыйыу
  • Уларҙы күреп ҡалғанда, диндә ташлама яһамау

 

Бүләк биреү әҙәбе

  • Бүләгеңде алған кешене лайыҡлы тип һанау
  • Бүләкте һатып алғанда шатланыу
  • Бүләк алған кешене күргәндә, бүләгемде алдың, тип рәхмәт әйтеү
  • Бүләктәр күп булһа ла һәм баһалы булһалар ҙа, бүләктәрҙең әҙ һәм ҡыйбат түгел икәнлеген һиҙҙереү

 

Бүләк алған кешенең әҙәбе

  • Бүләк ҡиммәт булмаһа ла, үҙеңдең шатлығыңды күрһәтеү
  • Бүләк биргән кеше яныңда булмаһа ла, уның өсөн доға ҡылыу
  • Бүләк ебәргән кеше килһә, уны йылмайып ҡаршы алыу
  • Мөмкинлек булһа, уға ла бүләк биреү
  • Мөмкинлек булһа, бүләге тураһында яҡшы һүҙ әйтеү
  • Уның алдында бөгөлмәү
  • Бүләк өсөн дини ҡиммәттәрҙе ситкә ҡуймау
  • Унан бүтән бер нәмә лә көтмәү

 

Изгелек ҡылыу әҙәбе

  • Ярҙам һорағанға ҡәҙәр изгелек ҡылыу
  • Вәғәҙәңде тиҙерәк үтәү
  • Мөмкин тиклем күберәк биреү
  • Бер кемгә лә ул турала һөйләмәү
  • Ҡылған ярҙамың һәм изге эшең менән битәрләмәү
  • Изге эштәр ҡылыуҙы ғәҙәткә керетеү
  • Изге эштәр ҡылыуҙы туҡтатыуҙан һаҡланыу

 

Ураҙа тотоу әҙәбе

  • Саф һәм хәләл ризыҡ ашау
  • Кешеләр менән ыҙғыш-тартыштарға кермәү
  • Ғәйбәттән һаҡланыу
  • Ялған һөйләмәү
  • Бер кемде лә ғазапламау
  • Ағзаларҙы гонаһтан һаҡлау

 

 

Имам Әбү Хәмид әл Ғазалиҙың “Әҙәптәр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....