Имам Әхмәт

Имам Әхмәт

Имам Әхмәт

Имам Әхмәткә килгәндә, ул Әбү Ғабдуллаһ Әхмәт ибне Мөхәммәт ибне Хәнбәл әш-Шәйбәни 164 йылда тыуған, 73 йәшендә Бағдад ҡалаһында мәрхүм булған. Ул, бөйөк ғалим, заһид һәм бик тәҡүәле кеше булараҡ, халыҡ хәтерендә ҡалған.

 

Имам Әхмәт бер ваҡыт төшөндә Аллаһу Тәғәләне күргән һәм Унан:

– Һиңә нимә тиҙерәк яҡынайта? – тип һораған.

– Минең Һүҙем (Ҡөрьән), – тигән Аллаһ.

– Йә Раббым, мәғәнәһен аңлап (уҡыумы) әллә мәғәнәһен аңламайынса (уҡыумы)? – тип һораған имам Әхмәт.

– Мәғәнәһен аңлап та һәм аңламайынса ла, – тигән яуап булған.

Ҡутайбат: «Әгәр ҙә Әхмәт Суфъян Саури, Малик, Әүзәғийә, Ләйҫ ибне Сәғде ваҡыттарында йәшәһә, ул уларға ҡарағанда ла атаҡлы булыр ине», – тигән. Шунан унан: «Әхмәт тәбиғиндәрҙән булғанмы?» – тип һорағандар. «Ул бөйөк тәбиғиндәрҙән ине», – тип яуап ҡайтарған Ҡутайбат.

Аллаһ барыбыҙға ла уларҙың юлынан барырға ярҙам итһен! Әмин.

 

(Дауамы бар.Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...