Ғәжәп бер хәл

Ғәжәп бер хәл

Ғәжәп бер хәл

Мөхәммәд һәм Ноғман (Аллаһ уларҙан риза булһын): «Беҙ Пәйғәмбәр ғәләйһис- сәләм янында булғанда, эргәбеҙгә бер ансар егете йомош менән килде. Расүлүллаһ ғәләйһис- сәләм уның хәлен Әбү Бәкер әс- Ситдик (Аллаһ унан риза булһын) менән еңеләйтте.

 

Расүлүллаһ ғәләйһис- сәләм уға: «Эй Әбү Бәкер! Минең менән һинең арала был егетте ултыртыуым, бәлки, һиңә ауырҙыр?», − тине.

Әбү Бәкер (Аллаһ унан риза булһын): «Эйе, валлаһи, эй Расүлүллаһ! Миңә, ысынлап та, минең менән һинең арала берәүҙең булыуы бик ауыр», − тип әйтте.

Расүлүллаһ ғәләйһис- сәләм: «Эй Әбү Бәкер, был егет миңә салауат әйтә. Бындай салауатты миңә өммәтемдән башҡа бер кемдең дә әйткәне юҡтыр», - ти.

Әбү Бәкер (Аллаһ унан риза булһын): «Эй Расүлүллаһ, ул нисек әйтә?» - тип һорай.

Пәйғәмбәр ғәләйһис- сәләм түбәндәге салауатты килтерә: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин ғәдәдә мән салләә ғәләйһи, үә салли ғәләә Мүхәммәдин биғәдәди мән ләм йүсалли ғәләйһи үә салли ғәләә Мүхәммәдин кәмәә әмәртә биссаләәти ғәләйһи үә салли Мүхәммәдин кәмәә тухиббу ән түсалләә ғәләйһи үә салли ғәләә Мүхәммәдин кәмәә йәнбәғи ән йүсалләә ғәләйһи».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһым! Мөхәммәдкә − уға салауат әйткән кешеләр һанынса, салауат әйт! Уға салауат әйтмәгән кешеләр һанынса ла, уға салауат әйтергә бойорғаныңса, яратҡаныңса, нисек тейеш − шулай әйт!»

Һис шикһеҙ, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис- сәләм ҡаршыһында, Раббыбыҙ һәм пәйғәмбәрҙәрҙән һуң, Әбү Бәкер әс- Ситдик (Аллаһ унан риза булһын) өлөшөнән дә ҙурыраҡ өлөшкә эйә булыусы юҡтыр. Унан һуң Ғүмәр, унан Ғосман, унан Ғәли (Аллаһ уларҙан риза булһын). Уларға һәм һәммә сәхәбәләргә уның салауаттары үә рәхмәте булһын!

Юғарыла аңлатып киткәнсә, Пәйғәмбәр ғәләйһис- сәләм, был егетте үҙе һәм Әбү Бәкер араһына ултыртып айырып ҡуя. Аллаһу Тәғәлә уға илһам биргәнгә, ул салауат менән Пәйғәмбәрҙе шулай хөрмәтләй. Аллаһының уға салауаттары һәм сәләмдәре булһын!

 

Илшат Хафизиҙың, «Салауат- шәрифтәр» китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...