Даниялдың үлеме тураһында
Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр.
«Ғәраис» китабында яҙылыуынса, кәүҙәне үлсәй башлағас, уның танауы ғына бер ҡарыштан оҙонораҡ була. Сус халҡынан һораша башлағас, улар әйтә: «Был кеше ҡасандыр Ираҡта йәшәгән, ираҡтар уның исеменән ямғыр һораһалар, шунда уҡ ямғыр яуыр булған». Уның бәрәкәте тураһында Сус халҡы ла белгән. Бик ныҡ ҡоролоҡ булған йылдарҙа Сус халҡы ираҡтарҙан был кешене, ямғыр һораһын өсөн, үҙҙәренә ебәреүен һорағандар. Әммә тегеләр баш тарта. Шунан былар аманатҡа үҙҙәренең илле кешеһен тәҡдим итә, шунан һуң ғына ираҡтар ризалаша. Был кеше Сус ҡалаһына килгәс, уның исеменән ямғыр һорап ялбаралар, һәм шул сәғәттә үк ҡойоп ямғыр яуа башлай. Муллыҡ, бәрәкәт тарала. Ләкин аҙаҡ Сус халҡы, бәрәкәт уларҙың ерендә ҡалһын өсөн, был кешене Ираҡҡа ҡайтармай, һәм ул үлгәнсе ошо илдә тороп ҡала. Үлгәндән һуң уның кәүҙәһен ҡомартҡы итеп һаҡлайҙар.
Әл-Әшғәриҙең һорауына ошо тарихты һөйләй Сус кешеләре, башҡаһы уларға билдәле булмай.
Әбү Муса Ғүмәргә хат ебәрә, унда ул Сусты алыуҙары һәм саркофагтағы билгеһеҙ кеше тураһында яҙа. Хатты алыу менән хәлиф абруйлы сәхәбәләрҙе йыйып ала, уларға хатты уҡып ишеттерә һәм, кем дә булһа ошо исемһеҙ кеше тураһында беләме, тип һорай. Шул саҡ Ғәли тороп баҫа һәм, был – Даниял, Аллаһ пәйғәмбәре, әммә Аллаһ илсеһе түгел, ти. Ул уның тыуғандан алып үлгәнгә тиклемге бөтә тарихын һөйләп бирә. Шунан һуң Ғүмәр хәлиф, мәрхүмдең кәүҙәһен, йыназа уҡып, Сус халҡының ҡулы етмәҫлек ергә күмергә ҡушып, Әбү Мусаға хат яҙҙырта. Хатты алғас, Әбү Муса йыназа намаҙы уҡый, мәрхүмдең кәфенен алмаштыралар һәм ерләргә әҙерләйҙәр. Сус халҡы менән бергәләп, йылғаны ситкә боралар, уның төбөндә ҡәбер ҡаҙып, Даниялдың кәүҙәһен шунда һалалар һәм йылғаны элекке ағышына ҡайтаралар. Шулай итеп, уның ҡәбере йылға төбөндә ҡала. Даниял пәйғәмбәр ерләнгән урын – Урта Азияла, Сәмәрҡәндтә, бәләкәй йылға ағып ятҡан ерҙә, тип иҫәпләнә.
Ғөзәйер пәйғәмбәр тураһында
Яуыз Бохтанасар, ярты донъяны ҡыйратып, Вавилонға әйләнеп ҡайтҡанда, Бәйт әл-Мөҡәддәстә, ата-әсәләрен үлтергәндән һуң, әсиргә алынған балалар араһында Ғөзәйер ҙә була. Ул бик аңлы, зирәк аҡыллы, отҡор малай була, Тәүратты уҡый. Бохтанасар үлгәнгә тиклем Вавилонда йәшәй, аҙаҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Бер ваҡыт ул, ишәгенә атланып, Тигр йылғаһы буйлап китә. Йылға ярындағы емерек бер ауыл янында туҡтай. Унда бер генә тере йәнде лә осратмай. Үҫеп ултырған емештәрҙе өҙөп ашай, виноградтың һутын һығып эсә, ҡалғанын үҙе менән алырға әҙерләй. Тирә-йүндәге емереклеккә ҡарап: «Аллаһ нисек итеп быларҙы, элекке хәленә ҡайтарып, яңынан терелтер икән?» – тип үҙ алдына әйтеп ҡуя. Быны ул Аллаһ ҡөҙрәтенә шикләнгәндән түгел, ә ғәжәпләнеүҙән әйтә.
Ишәген бәйләй ҙә ял итергә ята һәм йоҡлап китә. Шул мәлдә Аллаһ уның йәнен ала, ошо урында ул йөҙ йыл йоҡлай. Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Аллаһ Ғөзәйерҙең тәнен шул көйө һаҡлай. Ғөзәйерҙе лә, уның ишәген дә бер тере йән дә күрә алмай – Ғаләмдәр Раббыһы уларҙың күҙ алдына шаршау ҡора.
Йөҙ йылдан һуң Аллаһ Ғөзәйерҙең башына йән индерә һәм тәненә ҡарарға ҡуша, Ғөзәйер тәненең нисек итеп өлөшләп терелеүен күрә. Шул саҡ Ябраил фәрештә килә һәм һорай: «Һин бында нисә көн яттың?» «Бер көн йәки ярты көндән аҙыраҡ», – ти Ғөзәйер, ҡояшҡа ҡарап. Ул иртән, төшкә табан ятҡан була, әле иһә төштән һуң уяна. «Һин бында йөҙ йыл йоҡланың», – ти Ябраил һәм ишәгенә ҡарарға ҡуша. Ишәк тә бәйләнгән урынында тора. Емештәр ҙә, виноград һуты ла шул көйө, әйтерһең, бер сәғәт кенә ваҡыт үткән. Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Ҡөҙрәтен ошо рәүешле күрһәтә. Ғөзәйерҙең Ҡиәмәт көнөнә ышанысы тағы ла нығыраҡ арта. Емерек ауылға ҡарап, нисек элекке хәленә ҡайтыр икән, тип уйланғанда ла, Аллаһ Ҡөҙрәтенә шиге булмай, әлбиттә, был мөғжизә нур өҫтөнә нур булып, иманына ҡеүәт өҫтәй.
Йөҙ йыл элек нисек булған, шундай ҡиәфәттә, ишәгенә атланып, Ғөзәйер ауылына ҡайта. Ләкин ауылда уны бер кем дә танымай. Ул үҙенең өйөн эҙләп таба һәм, йөҙ егерме йәшлек һуҡыр ҡарсыҡты осратып, унан: «Ғөзәйер ошо йортта йәшәнеме?»– тип һорай. «Эйе», – тип яуап бирә әбей. «Мин Ғөзәйер», – тигәнде ишеткәс: «Ғөзәйерҙең бында юҡлығына йөҙ йыл, уны белгән кеше лә юҡ хәҙер», – ти ҡарсыҡ һәм артабан һорашҡандан һуң әйтә: «Әгәр ысынлап та Ғөзәйер булһаң, Аллаһтан һора: миңә күреү һәләтен ҡайтарһын. Аллаһ Ғөзәйерҙең бөтә доғаларына ла яуап бирә ине», – ти. Был ҡатын Ғөзәйерҙе белгән, сөнки егерме йәшлек сағында уның хеҙмәтсеһе булған, тип яҙыла «Ғәраис» китабында. Хәҡиҡәтте Аллаһ ҡына белә.
Ғөзәйер доға ҡылып, ҡулдары менән ҡатындың күҙҙәрен һыпыра. Шул сәғәттә үк уның күҙҙәренә нур ҡайта һәм ул күрә башлай. Ул Ғөзәйергә ҡарай һәм шунда уҡ уны таный. Шунан ул уны уның балалары һәм ейәндәре йәшәгән ергә алып бара. Уларға Ғөзәйерҙең йөҙ йылдан һуң терелеүен, һәм уның доғаһы арҡаһында күрә башлауын һөйләп бирә. Шул саҡ Ғөзәйерҙең улы тора ла атаһының арҡаһын ҡарай. Унда ике ҡалаҡ һөйәге араһында яңы тыуған ай рәүешендә миң була, шуның буйынса ул атаһын таный. Был яңылыҡ ҡасаба халҡын ныҡ ҡыуандыра һәм улар барыһы ла Ғөзәйер янына йыйыла.
Бындағы халыҡ Муса пәйғәмбәр ҡалдырған Тәүрат буйынса йәшәгән була. Ләкин яйлап улар изге китаптан ситләшә, үҙҙәрен, нисек теләй, шулай тота башлай. Шуға күрә Аллаһ уларға асыулана. Улар Тәүратты бөтөнләй онота, һәм Аллаһ уларҙы тәбүттән1 дә мәхрүм итә, уны ул ерҙә ҡалдырмай, күктәргә ала.
Исраил тоҡомдарының Тәүратты онотоуын күреп, Ғөзәйер Аллаһу Тәғәләнән уларҙың йөрәгенә яңынан Изге китапты һалыуын һорай. Был халыҡтың ғалимдарына ла ошондай уҡ доға менән Аллаһҡа мөрәжәғәт итергә ҡуша. Мәрхәмәтле Аллаһ Ғөзәйерҙең доғаһына яуап бирә.
Бер ваҡыт ул, намаҙ ҡылырға әҙерләнеп, түбәнселек һәм тәҡүәлек менән Аллаһ ҡаршыһына баҫа. Намаҙ уҡыған ваҡытта күктән ғәжәйеп нур төшә һәм уның йөрәгенә үтеп инә. Шул сәғәттә үк уның ҡәлебе яҡтырып китә, һәм Ғөзәйер Тәүратты иҫенә төшөрә, онотҡан нәмәләре уның йөрәгендә яңынан терелә. Ул шунда уҡ ырыуҙаштарына Аллаһтың уның йөрәгенә Тәүратты һалыуын әйтә. Шунан ул Израил балаларына яңынан шәриғәт закондарын өйрәтә башлай. Ғөзәйер, Тәүратты, тәүҙә нисек булған, шундай уҡ камил хәлдә халыҡҡа тарата.
Ошонан һуң уларҙың ҡулына элекке Тәүрат та ҡайта. Ә был нисек була, ул хаҡта төрлөсә һөйләнелә. Ҡайһы берәүҙәр, тәбүт менән күктән төшөрөлә, ти. «Ғәраис» китабында боронғо ата-бабаларының Тәүратты йәшергән урынын белгән бер кеше табылыуы, һәм шул урындан Изге яҙманы ҡаҙып алыуҙары хаҡында әйтелә. Хәҡиҡәтте бер Аллаһ ҡына белә.
Нисек кенә булмаһын, Исраил улдарына элекке Тәүрат яңынан ҡайтарыла. Һәм улар яңы китапты2 иҫке Тәүрат менән сағыштыра башлай. Улар араһында бер ниндәй айырма ла күрмәгәс, улар бик ғәжәпләнә һәм Ғөзәйерҙе Аллаһтың улы тип иҫәпләй башлай. Аллаһу Тәғәлә Үҙ улының йөрәгенә генә онотолған Тәүратты һала ала, тигән һығымта яһай улар. Ғөзәйерҙе күтәреп маҡтауҙа улар сиктән сыға: уға Аллаһҡа хас булмаған сифатты ҡуша.
«Йәһүдиҙәр әйтте: «Ғөзәйер – Аллаһ улы», – тине. Ә насраниҙар: «Әл-Мәсих (Ғайса) – Аллаһ улы», – тине. Уларҙың ауыҙынан сыҡҡан был һүҙҙәр элекке кафыр булған кешеләрҙең һүҙҙәренә оҡшай. Аллаһ һуҡһын уларҙы! Шул хәтле алданған бит улар!» («Тәүбә» сүрәһе, 30-сы аят).
Ҡөрьәндә, йәһүдтәрҙең аҙашыуы Ғөзәйерҙе сиктән сығып ҙурлауҙа, тиелә. Аллаһ һүҙе (Уны һис кем бәхәстә еңә алмай) көфөрлөктөң ысын яманлығын асып һалған.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
_________________________________________
1 Тәбүт – Пәйғәмбәрҙәрҙең рәүештәре (образдары) һаҡланған һандыҡ.
2 Яңы китап – Ғөзәйер өйрәткән Тәүрат.