Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеүҙең мәғәнәһе

Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеүҙең мәғәнәһе

Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеүҙең мәғәнәһе

Пәйғәмбәребеҙҙең исемен ишетеү менән мосолмандар "салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм" йәки ҡыҫҡартылған вариантын "ғәләйһис-сәләм" тиҙәр. Бәғзеләр бының мәғәнәһен дә аңлап еткермәй. Ә рус китаптарында был кәлимә "да благословит его Аллах и приветствует" тип тәржемә ителә. Беҙҙең китаптарға ла был салауат (кәлимә) руссанан алынып, хаталык иткән. Ләкин был кәлимәнең мәғәнәһе рус шәреҡселәренән ҡырҡа айырыла.

 

Имам Бәйһаҡи "Шуғубул-иман" (Имандың ботаҡтары) тигән китабында саллә тигән һүҙҙе – Пәйғәм-бәрҙең исемен бөйөкләү, бөйөк ҡылыу тип тәржемә иткән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тыуғансы был исем менән береһен дә атамағандар. Иң беренсе булып “Мөхәммәд” исеме беҙҙең Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бирелгән. Ә әлеге ваҡытҡа килһәк, был исем донъяла иң мәшһүр исем. Хатта Европа илдәрендә (мәҫәлән, Лондонда) тыуған балалар араһында ла иң йыш ҡушылған исем – Мөхәммәд!

Был кәлимәнең икенсе мәғәнәһе. Йәғни, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ дәғүәтен халыҡҡа еткер мәғәнәһендә. Салауат әйтеү менән мөьмин динебеҙҙең таралыуы өсөн доға ҡыла. Уның мәғәнәһе шул ҡәҙәре ҙур – “бөтөн донъяла динебеҙ Ислам ҡеүәтләнһен” тигән һүҙ ул. Ә ҡайһы бер мосолмандар быны йыр менән сағыштыра.

Тағы ла бер мәғәнәһе -. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең шәриғәтен тамам ҡыл, динебеҙҙе ҡеүәтлә, ахырын хәйерле ҡыл, ныҡ ҡыл тигән мәғәнәлә.

 – Әхирәттә өммәтенә шәфәғәт бирәсәк тип аңлатҡан имам Бәйхаҡи.

Күп рус китаптарында был кәлимә − "да благословит его Аллах" тип тәржемә ителә. Ә был кәлимә, “Аллаһ ﷻ Уны (Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе) һәм уның динен бөйөк ҡылһын” тип аңлатыла. Йәғни – "Аллаһым! Пәйғәмбәрҙең исемен халыҡтар араһында таратып, уның эшен (динен, дәғүәтен) бөйөкләп, шәриғәтен һаҡлап һәм үҫтереп, уны киләсәк быуындарға ла, үткәндәргә лә үрнәк итеп бөйөклә" тип аңларға кәрәк. Салауат әйткәндә, беҙ ошо мәғәнәне белдерәбеҙ.

"Үә сәлләм" тигән һүҙҙе, "и приветствует" тип тәржемә итәләр. Нисек сәләмләйҙәр? Кемде сәләмләйҙәр? Был һүҙ ҙә аңлашылмай. Аңлашылмай, сөнки дөрөҫ тәржемә ителмәгән. "Үә сәлләм" тигән һүҙ “сәләмәт ҡыл, имен булһын” тигәнде аңлата. йәғни Пәйғәмбәрҙең салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең дине, шәриғәте, өммәте сәләмәт булһын, күбәйһен, үҫһен, таралһын тигәнде аңлата.

Салауат әйтеү менән беҙ үҙ өммәтебеҙгә лә доға ҡылабыҙ. Бөтә донъялағы мосолмандарға именлек, динебеҙҙең үҫешен теләйбеҙ. Һәм шул доғалар бәрәкәтендә бөтә донъяла динебеҙ көсәйә, мосолмандарҙың һаны арта. Башҡа милләттәр Ислам динен ҡабул итә. Мөьминә ҡатындар балалар таба, ғөмүмән, мосолмандар күбәйә.

Салауатта Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһис-сәләмдең исемен бөйөкләү тураһында ла әйтелгән. Был доғалар ҙа ҡабул булһын. Бөтә мосолман илдәрендә “Мөхәммәд” − иң киң таралған исем. Хатта Европа илдәрендә лә (мәҫәлән, Британия) иң мәшһүр исем һанала. Шикһеҙ, таралыу йәһәтенән доньяла ул исем беренсе урында.

Имам Бәйһаҡи "Китәбүл-әсмә үә сифат", "Әл-Жәмиғ" һәм "Шуғүбүл-имән" китаптарында был кәлимә хаҡында ҙур ғалим Әбү Ғабдуллаһ әл-Хәлимгә (338-403 һ.) таянып яҙа. Сәләфтәр, салауат әйткәндә, уның мәғәнәһен белеп әйткәндәр.

Салауат әйтеү менән, доғаһы менән мөьмин үҙенең диненә файҙа килтерә. Ни тиклем күберәк салауат әйтһәк, шул тиклем динебеҙгә (үҙебеҙгә лә) файҙа булыр. Салауат әйтеүҙең йәмғиәтебеҙ өсөн әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ − оло ғибәҙәт кешеләрҙең ауырлыҡтарын, бәла-ҡазаларын күтәрергә һәләтле. Йәғни мәҫәлән, беҙҙең өҫтөбөҙгә берәй ҡайғы, ауырлыҡ йәки бәла-ҡаза төшөргә тейеш булһа, мөьмин-мосолман һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ исемен зекер итеп, күп тапкыр салауаттар әйтеп, шул бәлә Аллаһу Тәғәләнең киң ҡөҙрәте һәм рәхмәте менән яҙмыштан юйыла. Салауат бәрәкәте аҫтында кеше ҡайғынан ҡотола ала. Салауат әйтеүҙең тағы бер ҙур фазиләте шунда: ул доға ишектәрен асып ебәрә. Йәғни берәй һорауыбыҙ бар икән, иң башта Хоҙайҙы ололаһаҡ, унан һуң Рәсүлебеҙгә салауат әйтһәк, һуңынан гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүен һорағандан һуң ғына барлыҡ ышаныуыбыҙ менән доға ҡылһаҡ, ул ҡабул ителмәй ҡалмаҫ, Ин шәә Аллаһ.

 

Илшат ХАФИЗИҘЫҢ “Салауат Шәрифтәр” китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...