Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул йәнә Аллаһтан мәсетте ҡурҡыныс янаған кешегә һыйыныр урын итеүен, ауырығанды дауалауын, фәҡирҙе байытыуын һәм ошо мәсеттә Раббыға тәүбә килтергән гонаһлының доғаһын ҡабул итеүен һорай. «Әгәр доғам ҡабул булһа, шуға билдә итеп, минең ҡорбанымды ҡабул ит», – тип үтенә Сөләймән. Ошонан һуң күктән ут төшә һәм пәйғәмбәрҙең ҡорбаны күккә күтәрелә.

 

Әммә Сөләймән тарафынан төҙөлгән Бәйт әл-Мөҡәддәс үҙенең тәүге хәлендә оҙаҡ тормай. Исраил халҡында боҙоҡлоҡ ныҡ таралғас, Аллаһ уларға аяу белмәгән яуыз Бохтанасарҙы ебәрә.

Сөләймән үлгәндән һуң, Яҡуп тоҡомонан Әрмийә тигән кеше хәлиф була. Уға, Исраил халҡы аҡылға килмәһә, улар Бохтанасар ҡулынан һәләк буласаҡ, тигән үәхи (Аллаһтан хәбәр) килә. Нух пәйғәмбәрҙең улы Йәфистең тоҡомонан булған Бохтанасар Вавилонда идара итә. Хәлиф халыҡты Аллаһтан килгән хәбәр менән таныштыра. Буласаҡ бәлә тураһында ишеткәндән һуң ике-өс көн үтеүгә, халыҡ араһында гонаһ ҡылыу һәм яуызлыҡ тағы ла нығыраҡ таралып китә, был – халыҡтың язаға лайыҡ булыуына сәбәп була. Бохтанасар ҙур ғәскәр менән Бәйт әл-Мөҡәддәскә килә. Ҡаланы алғас, улар мәсетте емерә, ундағы бөтә ҡиммәтле хазина-байлыҡты талай, изге яҙмаларҙы яндыра, мәсетте балсыҡ һәм һәр төрлө емтек-фәләндәр менән тултыра, хатта Бәйт әл-Мөҡәддәстең эсендә сусҡа һуялар.

Шунан һуң баҫҡынсылар Исраил халҡын талай, үлтерә башлай, ҡарттарҙы, балаларҙы ла йәлләп тормай. Бохтанасарҙың яуызлығы сиктән аша. Ул үҫмер малайҙарҙы һалдаттарға бүлеп сыға. Йәш ҡатындарҙы урам-баҙарҙарҙа һатыуға ҡуялар, ир-егеттәрҙе үлтерәләр.

Бөтә табышты алып, Бохтанасар Шәмгә китә. Унан һуң Мысырға барып, һарыҡ көтөүен быуып сыҡҡан бүреләй, халыҡты үлтереп, мөлкәттәрен талап сығып китә. Уның артынан Египет сүллеккә әйләнеп ҡала. Артабан Бохтанасар Мәғриб һәм Суданға йүнәлә, һәм уларҙы ла бөлгөнлөккә төшөрөп, барыһын ҡыйратып, Вавилонға әйләнеп ҡайта.

Исраил малайҙарын бүлгәндә, араларында Дауыт пәйғәмбәр тоҡомонан бәләкәй Даниял да була. Уны Бохтанасар үҙе менән ала.

Аллаһу Тәғәлә: «Кем Мине белгән һәм аҙаҡ Миңә буйһонмаған, Мин уға Минең турала белмәгән залимды ебәрәсәкмен», – тигән. Бохтанасар тап шундай залим була. Уның яуынан һуң Исраил балалары төрлө тарафтарға ҡасып китә. Улар, таралышҡан көтөү һымаҡ, донъя буйлап төрлөһө төрлө яҡҡа һибелә. Бохтанасарҙың ер йөҙөнә ебәрелеүе тағун (чума) ауырыуы кеүек була – ул ярты донъяны юҡҡа сығара. Тәүраттан бер генә бит тә ҡалмай, һәм Исраил тоҡомдары изге китапта ҡушылғандарҙы онота. Хәйер, Тәүраттың ергә күмелгән бер данаһы һаҡланып ҡала. Был хаҡта һуңғараҡ һөйләрбеҙ.

Бәйт әл-Мөҡәддәс етмеш йыл емерек хәлдә була. Риүәйәттәрҙең береһе буйынса, уны Ҡайраш исемле Израил батшаһы төҙөкләндерә. Икенселәрҙең әйтеүе буйынса, унда Ислам таралғандан һуң, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәһе Ғүмәр әсхәбтең күрһәтмәһе буйынса, мәсет ҡайтанан төҙөлә.

 

Сөләймән һәм Билҡис

Башта әйтеүебеҙсә, Сөләймән пәйғәмбәр, Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәндән һуң, Харам ергә бара, унан ҡайтҡас, Йәмән яғына сығып китә. Ул Санға ере өҫтөнән осоп, бер ай үтәһе юлды ярты көндә үтә. Сүллек өҫтөнән осоп барғанда, Сөләймән оазис күреп, төшкө намаҙға шул урында туҡтарға була. Ел уның осоусы балаҫын ергә төшөрә.

Пәйғәмбәрҙән рөхсәт һорамайса, уның Йәғфүр исемле һөҙһөтө, йәшерен генә һауаға күтәрелеп, тир-яҡты ҡарай, бик матур баҡсаны күреп, шунда осоп бара. Ул унда үҙе кеүек икенсе бер һөҙһөттө таба. Улар, танышып, һөйләшеп китә. Һөҙһөт (исеме Ғафир) Билҡистең батшалығы тураһында һөйләй, ә Йәғфүр уға – Сөләймән тураһында. Шунан Ғафир Йәғфүрҙе үҙҙәренә алып ҡайта. Билҡис батшабикә ҡояшҡа табыныусыларҙың береһе булып сыға. Уның биләмәләрен күргәндән һуң, Йәғфүр ҡайтыр яҡҡа осоп китә.

Сөләймәндең һөҙһөтө ер аҫтындағы һыуҙы табыу һәләтенә эйә була. Ул суҡышы менән һыу ятҡан урынды күрһәтер булған, һәм шайтандар, шул урынды ҡаҙып, ҡоҙоҡ эшләгән.

Сираттағы намаҙ ваҡыты еткәс, Сөләймәнгә тәһәрәт алыу өсөн һыу кәрәк була, сөнки был урында һыу булмай. Кәрәк мәлдә янында һөҙһөттөң юҡлығын күреп, Сөләймән ҡаты асыу-лана. Ул һөҙһөттө эҙләргә бөркөттө ебәрә һәм уға, әгәр ҙә Йәғфүр яңылыҡ алып ҡайтмаһа, уны үлтерәсәген әйтә. Һөҙһөт ҡайтып килгәндә, бөркөттө осрата. Бөркөт, Сөләймән һине һуям тип киҫәтте, ти. Йәғфүр, шул һүҙгә өҫтәп, берәй шарт әйтмәнеме, тип һорай һәм Сөләймәндең, әгәр яңылыҡ алып ҡайтмаһа, тигән шартын ишеткәс, ҡыуана.

Бөркөт менән һөҙһөт ҡайтып еткәс, Сөләймән ҡоштоң башынан тотоп ала ла яза бирәсәген әйтә. «Эй Нәбиуллаһ1, Аллаһ ҡаршыһына баҫырыңды онотма», – тип инәлә Йәғфүр. Аллаһ ҡаршыһында баҫып торасаҡ сәғәтте иҫкә төшөрөп, Сөләймән ҡурҡышынан ҡалтырап китә һәм асыуын баҫа. «Ниңә һуңланың?» – ти ул тынысыраҡ тауыш менән. Һөҙһөт Сөләймәнгә Сабаа ерендә ҡояшҡа табыныусы Билҡис исемле батшабикә барлығын әйтә.

Билҡистең батшалығы тураһында ишеткәс, Сөләймән Йәғфүргә, яңынан барып, ныҡлап белешеп ҡайтырға ҡуша. Ул үҙенең исеменән Сабаа батшабикәһе Билҡискә ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле хат яҙа. Хатты «Бисмилләһ» һүҙе менән башлап, кем Аллаһ юлына үҙ ирке менән баҫа, шуларға сәләм ебәреп, Сөләймән уны һәм уның ҡул аҫтындағыларҙы Ислам ҡабул итергә саҡыра. Шунан һуң пәйғәмбәр һөҙһөткә хатты нисек итеп тапшырырға өйрәтә.

Һөҙһөт мисәт менән биҙәлгән, мус-кус менән яҙылған хатты Билҡистең күлдәк итәгенә һала. Батшабикә хатты һәм ундағы мисәтте күрә, һәм уның бөтә тәнен ҡалтырау ала. Ул һөҙһөттө үҙенең сапҡыны итә алған батшаның бик юғары кимәлдә икәнен аңлай. Хатты уҡып сыҡҡас, үҙенең кәңәшселәрен йыя. «Әгәр ул беҙгә һуғыш аса икән, ҡурҡырға кәрәкмәй – беҙҙә көс етерлек», – ти батша ярандары. Бындай кәңәш ҡатын-батшаға оҡшамай, ул ашыҡмаҫҡа хәл итә, сөнки еңеүселәрҙең еңелгән илдең башлыҡтары менән нимә эшләйәсәктәрен яҡшы күҙ алдына килтерә. Шунан ул, Сөләймәндең ысынлап та пәйғәмбәрме икәнлеген белергә теләп, уға хат яҙа. Башта ул бәләкәй ҡумтаға ынйы бөртөгө һәм эргәһенә кәкре тишекле мәрйен һала. Хатында иһә: «Әгәр һин Аллаһ илсеһе икәнһең, ҡумтаны асмайса, унда нимә барлығын бел», – тип шарт ҡуя. Артабан өҫтәй: «Ынйыға тишек тиш, мәрйенгә еп үткәр».

Шунан Билҡис ҡыҙҙар менән малайҙарҙы йыя ла барыһына ла бер төрлө кейем кейҙерә. Ҡыҙҙарға – малайҙар, малайҙарға ҡыҙҙар тауышы менән һөйләшергә ҡуша. Хатында Сөләймәнгә ҡыҙҙар менән малайҙарҙы айырырға ҡуша.

Шунан ул Сөләймәнгә бүләк әҙерләй һәм уйлай: әгәр бүләкте ҡабул итһә – ул батша, ҡабул итмәһә – пәйғәмбәр. Пәйғәмбәр булһа, уға ҡаршы килмәҫкә хәл итә. Бүләктәре күп була: яҡутлы ынйы, хуш еҫле ғәмбәр, алтын һәм көмөштән бишәр йөҙ ҡойолма. Каруанға етәксе итеп Мөнҙирҙе ҡуя. Шул арала елдән етеҙ һөҙһөт Сөләймәнгә каруандың юлға сығыуын еткерә. Сөләймән, барлыҡ ен-шайтандарҙы йыйып, алтын һәм көмөштән кирбес әҙерләргә һәм туғыҙ фарсах һуҙымындағы майҙанға түшәргә ҡуша. Бөтә хайуандарҙы, ҡоштарҙы һәм бөжәктәрҙе, ғәскәр һымаҡ, майҙан тирәләй теҙеп сыға, улар артынан кешеләр һәм ендәрҙе баҫтыра, үҙе майҙан уртаһына, тәхеткә ултыра.

Алыҫтан уҡ балҡып, ялтырап ятҡан майҙанға Билҡистең каруаны килеп етә. Ғәжәйеп һәм иҫ китмәле матурлыҡ һәм байлыҡты күреп, Билҡистең ярандары таң ҡала һәм, уңайһыҙланып, баштарын аҫҡа эйә. Каруан башлығы Мөнҙир Сөләймәнгә батша ҡатындың хатын тапшыра. Пәйғәмбәр хатты уҡып, уның ниндәй ниәт менән яҙылғанын аңлай. Шунан ул, ҡумтаны алып, уны бар яҡтан да ҡарап сыға. Шул арала Ябраил фәрештә килеп, пәйғәмбәргә ҡумта эсендә нимәләр барлығын әйтә. Ынйы бөртөгөнә тишек тишеүҙе термитҡа тапшыралар, ә мәрйенгә еп үткәреүҙе селәүсен үҙ өҫтөнә ала. Малайҙар менән ҡыҙҙарҙы айырыу өсөн, Сөләймән уларға биттәрен йыуырға ҡуша. Ул Билҡистең бүләктәрен алмай, Аллаһтың уға етерлек байлыҡ биреүен әйтә. Пәйғәмбәр Мөнҙир аша батшабикәгә Исламды ҡабул итергә ҡуша һәм, мине уның иленә еңелеү белмәҫ һанһыҙ ғәскәрҙәрем менән барырға мәжбүр итмәһен, ти.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

___________________________________________

1 Нәбиуллаһ – Аллаһ пәйғәмбәре

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

 

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...