Һуд һәм Салих пәйғәмбәрҙәр тураһында

Һуд  һәм Салих  пәйғәмбәрҙәр тураһында

Һуд  һәм Салих  пәйғәмбәрҙәр тураһында

 

Һуд пәйғәмбәр

Йәмәндә йәшәүсе Ғәд ҡәбиләһендә гонаһ һәм боҙоҡлоҡтар сиктән сығып таралып китә. Улар − Сәмдең тоҡомдарынан була, Раббыларын онотоп, һындарға табына башлайҙар.

Аллаһу Тәғәлә Ер йөҙөндә, моғайын да, уларҙан да бейегерәк һәм көслөрәк кәүҙәле халыҡты бар ҡылмағандыр. Уларҙың иң тәпәше алтмыш беләк буйы булған, һәм улар йөҙ йәштән һуң ғына өлгөрөп еткән (бәлиғ булған). Улар менән буйы йөҙ беләк үлсәмендәге Йәлидйән исемле залим етәкселек иткән. Халыҡ унан ныҡ иҙелеп, ыҙа сигеп йәшәгән. Был ҡәбилә кешеләре шул тиклем оҙаҡ йәшәгән − йөҙ йылға бер генә кеше үлгән.

Ғәд ҡәбиләһен иманға килтерер өсөн, уларға Һуд пәйғәмбәр  ебәрелә, ләкин улар пәйғәмбәрҙең саҡырыуын кире ҡаға. Үҙҙәренең һанһыҙ күп тоҡомона, дәү һәм көслө кәүҙәләренә таянып, бер кемдең дә уларҙы еңә алмаясағына ышана. Һуд  Ғәд ҡәбиләһен күпме генә тура юлға күндерергә тырышмаһын, уны тыңларға ла теләмәй, таш менән бәргеләйҙәр. Шулай етмеш йыл үтә, уларҙың боҙоҡлоғо арта ғына бара. Шул саҡта Һуд  Аллаһу Тәғәләнән, уларҙың ҡатындарын түлһеҙ ҡалдырып, был аҙашҡан халыҡтың һанын кәметеүен һорай. Шул йылда ҡәбиләлә бер бала ла тыумай. Кешеләр Һудтың  доғаһы ҡабул булғанын аңлай, әммә аҡылға килергә уйламай. Шунан һуң Аллаһу Тәғәлә уларға ҡоролоҡ ебәрә, ете йыл ямғыр яумай. Аслыҡтан ҡәбиләнең яртыһы юҡҡа сыға.

Ул заманда шундай йола йәшәгән: кемгәлер, иманлымы ул, иманһыҙмы, уға ҡарамай, бәлә килә икән, Мәккәгә барып, Аллаһтан шул бәләнән ҡотҡарыуын һорар булғандар. Ғәд ҡәбиләһендә лә бер төркөм кеше йыйылып, Мәккәгә ямғыр һорарға йүнәлә.

Улар күктә өс төрлө болот күрә − ҡыҙыл, аҡ һәм ҡара. Юғарынан килгән тауыш уларға өс болоттоң береһен һайларға ҡуша. Улар, ямғыр болото ошолор, тип, ҡара болотто һайлай. Һәм ҡара болот Йәмәнгә табан китә. Ғәд ҡәбиләһе болотто күреп ҡыуана. Ләкин ҡыуаныстары юҡҡа була − Аллаһ ҡөҙрәте менән унда ҡара дауыл ҡуба, ғәрәсәт ете көн тынмай, ағастарҙы тамыры менән аҡтарып ташлай, йорт-ҡаралтыларҙы емерә. Һуңынан Аллаһ алпамышалар өҫтөнә таш яуҙыра. Раббыһын танымаған был тәккәбер халыҡҡа Аллаһ ошондай ғазаплы үлем ебәрә.

Ғәд халҡына бәлә килтергән дауыл Һудҡа  һәм, уға ышанып, иманға килгән кешеләргә зыян килтермәй. Һындарға табыныусылар түҙеп торғоһоҙ ғазап кисергәндә, улар араһында булған иманлы кешеләргә бер ни ҙә булмай, улар ҡотолоп ҡала.

Мәккәгә ебәрелгәндәрҙән башҡа Ғәд ҡәбиләһенән бер кем дә тере ҡалмай.

Һуд  150 йәшендә Джәбәл Әхҡаф тигән ерҙә әхирәткә күсә.

 

Салих пәйғәмбәр 

Ғәд ҡәбиләһе һәләк булғандан һуң бушап ҡалған ерҙе тергеҙеү өсөн, Аллаһ Ҫәмүд ҡәбиләһенә етерлек байлыҡ бирә, тау һәм яландар уларҙың көтөү-көтөү малдары менән тула. Улар, Ғәд ҡәбиләһен һәләк иткән дауыл-ғәрәсәттәрҙән һаҡланыр өсөн, таш ҡаяларҙы соҡоп, мәмерйәләр эшләй. Бәлә-афәттәрҙең сәбәбен ел-дауылдан ғына күреп, мәмерйәләр ауыҙын ныҡ ишектәр менән ябып ҡуя.

Күпмелер ваҡыт үткәс, байып киткән Ҫәмүд халҡы ла Ғәд ҡәбиләһенең юлына төшә − Аллаһты, уның ҡушҡандарын һәм тыйғандарын онотоп, һындарға табына башлайҙар. Һәм Аллаһу Тәғәлә, уларҙы хаҡ юлға төшөрһөн өсөн, Салих пәйғәмбәрҙе  ебәрә. Ул етмеш йыл дауамында уларҙы бер Аллаһҡа табынырға саҡыра. Һөҙөмтә булмағас, Аллаһ ҡәбилә йәшәгән ерҙә ҡатын-ҡыҙ енесенән булған барлыҡ заттарҙы түлһеҙ итә, хатта ағастар ҡорой башлай. Ошонан һуң Ҫәмүд ҡәбиләһе Салихты  үлтерергә була, ләкин пәйғәмбәр мәмерйәгә инеп йәшенә, шунда йоҡлап китә һәм ҡырҡ йыл уянмай йоҡлай.

Йоҡонан уянғас, ҡәбиләгә ҡайта һәм яңынан көн һайын халыҡты Аллаһ юлына саҡыра. Уның һәр саҡырыуынан һуң мөшриктәрҙең илаһтары − боттар (һынташтар) тәхеттәренән ҡолап төшә. Ләкин, шуны күрә тороп та, үҙҙәренең тәкәбберлеге, ҡатҡан йөрәктәре арҡаһында ҡәбилә халҡы саҡырыуҙы ҡабул итмәй.

         Ахыр сиктә, улар Салихҡа  шарт ҡуялар − ҡая ярылып, уның эсенән балалы дөйә килеп сыҡһын. Быға яуап итеп, Салих , Аллаһ ҡушыуы буйынса, уларға үҙенең шартын ҡуя − дөйә һәм уның балаһына бер ниндәй ҙә зыян килтермәҫкә. Был ер аҙ һыулы булғанлыҡтан, ҡоҙоҡтағы һыуҙы сиратлап − бер көн дөйәләр, бер көн ҡәбилә халҡы − файҙаланырға хәл ителә. Ошондай килешеү төҙөп, ике яҡ та ҡуйылған шартты үтәргә һүҙ бирә. Шунан һуң Салих  ике рәҡәғәт намаҙ уҡый һәм, ҡулдарын күтәреп, Аллаһҡа мөрәжәғәт итә. Шунан, Әҙәмдең  таяғын алып, ҡая янына килә һәм таяҡ менән ҡаяға һуға. Ҡая, тулғаҡ тотҡандағы һымаҡ, ыңғыраша башлай, һәм бөтә халыҡтың күҙ алдында тау эсенән балаһы менән дөйә килеп сыға һәм, хайуандарҙың һөйләшер теле булмаһа ла, асыҡ итеп былай ти: “Ләә иләәһә иллә-Ллаһ, Салих − расулүллаһ” (Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Салих − Уның пәйғәмбәре).

Ҫәмүдтәр батшаһы шунда уҡ урынынан тороп, Салихты ҡосаҡлап ала һәм башынан үбә. Уның менән бергә бик күптәр Салихҡа ышаныс белдереп, бер Аллаһҡа иман килтерә.

Дөйә үҙенең балаһы менән көнө буйы сәхрәлә була, тауҙарҙа, болондарҙа йөрөй, кисен ауылға ҡайта. Ул һәр өйҙөң ҡапҡаһы янында туҡтап, һөт бирә, шунан ауыл уртаһындағы мәсет янына килеп төн уҙғара. Ибне Ғаббәс  риүәйәт итеүенсә, дөйәнең оҙонлоғо ете йөҙ беләк, киңлеге йөҙ беләк үлсәмендә була. Шулай итеп, байтаҡ ғүмер үтә. Ҡәбилә хәсрәтһеҙ йәшәй, дөйә һөтө барыһына ла етә.

Күпмелер ваҡыттан һуң, дөйә ҡоҙоҡ янына килгәндә, башҡа малдар ҡурҡып ҡаса башлай. Ул ваҡытта инде көн аралаш ҡоҙоҡто дөйәләргә биреү менән ризалашмаусы монафиҡтар (ике йөҙлөләр) барлыҡҡа килгән була. Улар араһында күп малы, байлығы булған Кутам исемле насар холоҡло ҡатын була. Ул Мусди тигән монафиҡты үҙенә ылыҡтыра, һәм улар йәшертен генә дөйәне һуйырға була. Үҙҙәре менән фекерҙәш монафиҡтарҙы йыйып, көтөүлеккә барып, уйлағандарын тормошҡа ашыра. Дөйә балаһын да үлтерергә уйлайҙар, ләкин ул ҡая эсенә инеп ҡаса. Шулай итеп, улар Аллаһ менән килешеүҙе боҙа, үҙҙәренең һәләкәтен тапмайынса, тынысланмай.

Дөйәне үлтереү тураһындағы хәбәр тиҙ тарала. Ҫәмүд халҡы, ас эттәй, дөйә итенә ябырыла. Шатлана-шатлана уны бүлгеләйҙәр, бешереп ашайҙар.

Салих  бик ҡайғыра һәм ҡәбилә халҡына мөрәжәт итеп әйтә: “Өс көн рәхәтләнегеҙ”. Шунан ул алда буласаҡ бәләнең билдәләрен әйтә, бының ҡотолғоһоҙ икәнен дә иҫкәртә.

Иртәнгә дөйә итен ашаған кешеләрҙең йөҙҙәре әтәс кикриге кеүек ҡыҙарып сыға, ә икенсе көндө − һап-һары төҫкә инә, өсөнсө көндө иһә уларҙың йөҙө ҡап-ҡара була. Улар ҡара ҡоҙғонға оҡшап ҡала. Былар − Салих  иҫкәрткән билгеләр була. Бәләнән ҡотолоп булмаясағын аңлағас, улар, үҙҙәре һәләк булғанға тиклем, Салихты  үлтерергә булалар. Ләкин Салих , Аллаһ ҡушыуы буйынса, иманға килгән һәм килешеүҙе боҙмаған төркөм менән Фәләстанға китә.

Дүртенсе көнгә Ҫәмүд халҡы, кәфенгә төрөнөп, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлем көтә. Ҡапыл күктә ҡот осҡос күкрәү яңғырай. Шул минутта уҡ кешеләр, йөрәктәре шартлап, торған урындарында йығылып үлә. Таң атыуға, Аллаһҡа буйһонмай, килешеүҙе боҙған гонаһ эйәләренән бер тере йән дә ҡалмай.

Салих  иһә аҙаҡ Мәккәгә китә һәм йөҙ ҙә һикһән йәшендә әхирәткә күсә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...