ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА

ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА

ЙОСОФ ТУРАҺЫНДА ҠИССА

Йософто ҡоҙоҡҡа ташлағас, ундағы тоҙло һыу сарсағанда − һыуһынды ҡандыра, асыҡҡанда − туҡландыра торған татлы, шәрбәт һыуға әйләнә. Йософ ҡоҙоҡта өсмө, дүртме тәүлек була. Был көндәрҙә уны Ябраил фәрештә һаҡлап тора.

 

Аллаһу Тәғәлә Ибраһимды уттан ҡотҡарған кеүек, Йософ та, Аллаһ рәхмәте менән, һыуҙан сығып торған таш өҫтөндә ҡотолоп ҡала. Ҡоҙоҡтоң тәрәнлеге дүрт йөҙ беләк оҙонлоғонда була. Юлсылар унан һыу алған. Әйтеүҙәренсә, ул Нух пәйғәмбәрҙең улы Сәм тарафынан ҡаҙылған була. «Бәдәи әҙ- ҙуһур» китабында шулай яҙылған.

Икенсе көндө туғандар, Йософ тереме икән әле, тип ҡарарға киләләр, тере икәнен күргәс, таш менән бәргеләргә уйлайҙар. Ләкин Йәһүд, атайға һөйләйәсәкмен, тип ҡурҡытҡас, кире китәләр.

Күп тә үтмәй, ҡоҙоҡ янына бер юлсы килә һәм һыу алыр өсөн ҡоҙоҡҡа сүмесен төшөрә. Йософ һауыт бәйләнгән епкә ныҡ итеп тотона һәм, ҡояш кеүек балҡып, ҡоҙоҡтан килеп сыға. Юлсы бик ҡыуана, малайҙы алып, карауаны янына китә. Ундағы иптәштәренә ул, малайҙы бүләк иттеләр, тип әйтә, ҡоҙоҡтан тапҡанын йәшерә.

Йәһүд Йософҡа ашарға алып килһә, Йософтоң юҡлығын күрә һәм уны юлсылар алып киткәнлеген аңлай. Ул туғандары менән Йософто эҙләп китә.

Юлсылар Мысырҙан булып сыға. Яҡуптың улдары уларҙы эҙләп таба. Йософто , ул беҙҙең ҡолобоҙ, беҙҙән ҡасып киткәйне, тип тегеләрҙе ышандыралар. Йософ та үҙе менән булған хәлде йәшерә. Малик (Йософто ҡоҙоҡтан тартып сығарған юлсы), малайҙы миңә һатығыҙ, ти. Ағайҙар риза була, арзан ғына хаҡҡа туғандарын һатып ебәрәләр. Ҡасандыр Йософ , көҙгөлә үҙенең сағылышын күргәс, матурлығына хайран ҡалып, әгәр ҡол булһам, хаҡым шул тиклем юғары булыр ине, ул аҡсаға мине бер кем дә һатып ала алмаҫ ине, тип уйлаған була. Аллаһ маһайыуҙы ҡабул итмәй, шөһрәткә ынтылған кешене ул түбәнгә төшөрә. Ул Үҙ- үҙе менән ҡәнәғәт булған Йософто ҡасҡалаҡ ҡол хәленә индерә, һәм малай ағайҙары тарафынан осһоҙ ғына хаҡҡа һатып ебәрелә.

Әйткәнемсә, пәйғәмбәрҙәрҙең яңылышлыҡтары ысынға иҫәпләнмәй, сөнки улар гонаһтарҙан пак. Улар, Аллаһу Тәғәлә ихтыяры менән кешеләргә нәсихәт өсөн ебәргән хаталарынан тыш, һис бер гонаһ ҡылмай.

Ҡарауан Мысырға килеп еткәс, Йософто зиннәтле кейемдәргә кейендереп, халыҡҡа сығаралар. Уның иҫ киткес матур йөҙөн күреп, был ысынлап кешеме икән, тип шикләнеүселәр ҙә булған. Малик малайҙы һатырға була, сөнки Йософ өсөн уның ауырлығы ҡәҙәр көмөш тәңкә, ебәк бирәсәктәрен белә.

Уны Мысыр батшаһының вәзире һатып ала. Йософ унда ете йыл йәшәй. Ул, күктәге тулған ай һымаҡ, көндән- көн матурлана һәм егет ҡорона етә. Вәзирҙең исеме Китфир була, ә кешеләр уны Ғәзиз тип йөрөтә, Ғәзиздең Зөләйха исемле ҡатыны була. Йософтоң матурлығы Зөләйханы аҡылдан яҙҙыра. Йософ уның үҙенә әүрәтергә тырышыуына бирешмәй һәм Ғәзиздең ғаиләһенә хыянат итмәй, сөнки ул Раббының хәстәрендә була: уның алдына бармаҡтарын тешләп торған атаһының кәүҙәләнеше хасил була. Икенсе версия буйынса, алдына килеп баҫҡан атаһы (образы) уның күкрәгенә һуға. Йәки Ябраил фәрештә , уны киҫәтеп: «Әгәр Зөләйханың әүрәтеүенә ҡаршы тора алмаһаң, Аллаһ һине пәйғәмбәрҙәр исемлегенән һыҙып ташлаясаҡ», − тигән.

Йософ сығыу яғына йүгерә, әммә Зөләйха уның күлдәгенән тарта, күлдәк йыртыла. Шул ваҡытта Ғәзиз килеп инә. Аллаһу Тәғәлә Ғәзизгә ошо мәлдә сабырлыҡ бирә. Сәңгелдәктә ятҡан дүрт көнлөк бала (Зөләйханың балаһы булмай, был − уның әсәһе яғынан апаһының балаһы була) Ғәзизгә былай тип өндәшә: «Зөләйха дөрөҫөн һөйләйме, әллә Йософмо − быны белгең килһә, күлдәктең ҡайһы яҡтан йыртылғанын тикшер». Күлдәктең арттан йыртылғанын күргәс, Ғәзиз Зөләйханың мәкерен аңлай. Ләкин Зөләйха, бер нигә ҡарамай, Йософто ғәйепле итергә үҙенә һүҙ бирә.

Ғәзиз, Йософтоң ғәйепһеҙ икәнен аңлай. Әммә Зөләйханың Йософҡа ҡарата йәшерен һөйөүе һүрелмәй. Әлеге хәлдән һуң ҡатындар Зөләйха тураһында насар һүҙҙәр тарата башлай, улар Зөләйханы Йософто яратыуҙа ғәйепләй. Быға яуап итеп, берҙән бер көндө Зөләйха бөтә вәзирҙәрҙең ҡатындарын саҡырып ала ла бер рәткә теҙеп ҡуя, һәр береһенең ҡулына бысаҡ менән лимон тоттора һәм, Йософ килгәс, лимонды әрсеп, уны һыйларға ҡуша. Ул Йософҡа кейергә ебәк кейемдәр бирә, башына ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән таж кейҙерә һәм сафҡа теҙелгән ҡатындар янынан үтергә ҡуша. Ҡояштай балҡыған Йософто күргәс, ҡатындарҙың аҡылы томалана, улар уны, был бит фәрештә, кеше түгел, тип һөйләнә башлай. Ҡырҡ ҡатындың туғыҙы лимон урынына ҡулдарын киҫеп үлә.

«...Ҡатындар, егетте күргәс, иҫтәре китеп, ҡулдарын (емеш урынына) киҫеп, яралап бөтәләр. Улар: «Аллаһ һаҡлаһын, Кеше түгелдер был, аҫыл фәрештәлер!»− тип шыбырҙашалар. («Йософ»сүрәһе, 31- се аят)

Шунан Зөләйха Йософҡа , әгәр минең теләгемде үтәмәһәң, төрмәгә ябыласаҡһың, ти. Йософ Аллаһу Тәғәләнән Зөләйханың мәкеренән ҡотҡарыуын һорай. Ул, үҙенең тәртибе менән Аллаһты асыуландырғанға ҡарағанда, төрмәлә ултырыуҙы яҡшыраҡ күрә! Һәм, ысынлап та, Зөләйханың ире, ғәйбәт таралыуҙан ҡурҡып, Йософто төрмәгә оҙата.

Зөләйха менән ҡатындар тураһындағы хикәйәт ул әкиәт- уйҙырма түгел, ә Ҡөрьәндә телгә алынған хәкикәт. Аллаһу Тәғәләнең һүҙе юҡҡа ғына әйтелмәй, ул һәр саҡ кешеләргә файҙалы иҫкәртеү булып тора. Шәриғәт аҡылһыҙҙан бер ни ҙә талап итмәй, ә кем үҙ аҡылында, ул шәриғәт законын мотлаҡ үтәргә тейеш. Йософтоң матурлығынан әсирләнгән ҡатындар, ҡулдарын киҫеп бөтһәләр ҙә, ауыртыуҙы бөтөнләй һиҙмәйҙәр. Өйгә ҡайтҡас та, ирҙәренән туҡмалһалар ҙа, Йософтоң исемен ҡабатлауҙан туҡтамайҙар. Әгәр кеше кешегә ғашиҡ булыуҙан шундай хәлгә барып етә ала икән, һәм быға Ҡөрьән Үҙе шаһитлыҡ ҡыла икән, Аллаһу Тәғәләгә ғашиҡ булып, бөтә нәмәне онотҡан әүлиәнең хәлен (фән) кем аңлата алыр?

Йософ зинданға ябылғас, Зөләйха бөтөнләй кибә. Ашау- эсеүҙән, йоҡонан яҙа, йәшәүҙең йәмен, мәғәнәһен юғалта, хәлһеҙ, бар нәмәгә битараф ҡатын тере мәйеткә оҡшап ҡала. Ә Йософ үҙенең зинданда икәнен һиҙмәй ҙә. Ваҡыт- ваҡыт уның янына Ябраил килә һәм уның төрмәнән сығасағын һәм батша буласағын һөйләй.

Бер ваҡыт ул егеткә Ожмахтан ынйы бөртөгө алып килеп бирә һәм йоторға ҡуша. Һөҙөмтәлә, Йософ төштәрҙе юрай башлай һәм әсирҙәр араһында уның даны таралып китә. Аллаһу Тәғәлә уға төштәрҙе дөрөҫ аңлатыу, йәғни, төш юрау һәләтен (ғилемен) бирә.

Райан исемле Мысыр батшаһының Йәмәндә бик көнсөл, хөсөт дошманы була. Ул Райандың һыу ташыусы һәм ашнаҡсы ике хеҙмәтсеһен, ҙур хаҡ түләп, батшаның аҙығына ағыу һалырға күндерә. Ләкин хеҙмәтселәр, көнсөллөктән, бер- береһен һата. Батша һәр береһенән һорау алғас, бөтәһе лә асыҡлана. Райан уларҙың икеһен дә ҡулға алырға бойора. Хыянатсылар Йософ менән бер зинданға бикләнә, шунда улар таныша.

Һыу ташыусы төшөндә, виноград емешенең һутын һығып, батшаға илтеп биргәнен күрә, быны ул Йософҡа һөйләй. Йософ уның тиҙҙән иреккә сығасағын әйтә. Тап шулай була: һыу ташыусы тере ҡала.

Ә ашнаҡсы, Йософтан көлөп, күрмәгән төшөн, күрҙем, тип һөйләй: «Мин икмәк бешерҙем дә, башыма ҡуйҙым, уны ҡоштар суҡып ашаны». Йософ уның төшөн былай юрай: «Һин төрмәнән сығаһың һәм һине аҫасаҡтар, ә һинең мейеңде ҡоштар суҡыясаҡ”. Ашнаҡсы ҡурҡып китә һәм төштө уйлап сығарыуын әйтә. Ләкин Йософ , нисек кенә булмаһын, барыбер хәл шулай буласаҡ, ти. Өсөнсө көнгә үк ашнаҡсыны, Йософтоң юрағанынса, төрмәнән сығаралар һәм аҫалар. Шунан һуң батша һыу ташыусыны төрмәнән сығарырға ҡуша, уны ғәфү итә һәм элекке эшенә ҡайтырға рөхсәт бирә.

Йософ унан, бер ғәйепһеҙ егет төрмәлә ултыра, тип, батша янында мине иҫкә ал әле, тип һорай. Ләкин Аллаһ Үҙенән башҡа кемгәлер өмөт бағлауы өсөн Йософҡа яза бирә: уны тағы ла, «мине иҫкә ал» һүҙендәге хәрефтәр һанына ярашлы («уҙкүрнй»− ете хәрефтән тора) ете йылға төрмәлә ҡалдыра.

Ҡөрьәндә башҡаларҙан ярҙам һорауға тыйылған аят юҡ, ләкин һәр мосолман белергә тейеш: сәбәптәрҙе Тыуҙырыусы − бер Аллаһ. Һәм Раббы, мөьминде Үҙенән башҡаға тәүәккүл ҡылыуҙан иҫкәртеү өсөн, Йософто миҫал итеп, аят ебәрә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ

“ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...