Зөлхизә айы бәрәкәте

Зөлхизә айы бәрәкәте

Зөлхизә – мосолмандарҙың ныҡ ихтирам иткән айҙарының береһе. Был айҙа Аллаһу Тәғәлә һуғыш, талаш-тартыш, низағлашыу һәм ҡанлы үс алыуҙы тыя. Зөлхизәнең тәүге ун көнө айырыуса ҡиммәтле һанала.

Был айҙа мосолмандарҙың төп байрамы - Ид әл-Әдхә (Ҡорбан байрамы) бар, ул Зөлхизә айының унынсы көнөнә тура килә. Ошо айҙа мосолмандар ислам динендә фарыз биш ғәмәлдең береһен үтәй − хаж ҡыла. Шулай уҡ айҙың 9-сы көнөндә изге Ғәрәфә көнө билдәләнә. Был көндө хаж ҡылыусы ҡәрҙәштәр Ғәрәфә ерендә була. Был көндә «Ихлас» сүрәһен мең тапҡыр уҡыу сауаплы. Бер хәҙистә, «Ихлас»ты мең тапҡыр уҡып сыҡҡан кешенең гонаһтары кисерелер,тип әйтелгән. Тағы бер хәҙистә Аллаһу Тәғәлә өсөн иң ҡәҙерле көндәр − Зөлхизәнең тәүге ун көнө тиелгән. Хаж ҡылыусыларҙан тыш, айҙың тәүге туғыҙ көнөндә, айырыуса Ғәрәфә көнөндә һәм унан алда, ураҙа тоторға кәңәш ителә. Ғәйшәt еткергән хәҙистә шул көндәрҙә бер егеттең ураҙа тотоуы тураһында әйтелә. Был хаҡта Пәйғәмбәргә ﷺ еткерәләр. Һәм ул егеттән ураҙа тотоуының сәбәбен һорай. «Эй күҙ нурым, был бит хаж көндәре, һәм мин хажиҙар доғаһының бәрәкәтенә өмөт итәм»,– тип яуап биргән егет. Һәм шунда Пәйғәмбәрr, был көндәрҙә тотҡан ураҙаңдың һәр көнө һайын йөҙ ҡолдо азат итеү, йөҙ баш малды саҙаҡаға өләшеү, йыһат өсөн йөҙ ат биреү, ә Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан өсөн ике мең ҡолдо азат итеү, шундай уҡ күләмдә мал өләшеү һәм йыһат өсөн шундай уҡ күләмдә ат биреү кеүек ғәмәлдәрҙең сауабын аласаҡһың, тигән. Саҙаҡа таратып, был көндәрҙе ғибәҙәттә үткәреү маҡтаулы. Ҡорбан салырға йыйыныусыға айҙың тәүге ун көнөндә сәс һәм тырнаҡ алыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә. «Әл-Фәжр» (Таң) сүрәһендә Аллаһу Тәғәләнең: «Таң менән, (Зөлхизә айының) ун төнө менән ант итәм», – тигән һүҙҙәрендә Зөлхизә айының тәүге ун көнө күҙ уңында тотола. Аллаһтың анты был көндәрҙең бөйөклөгөн күрһәтә.

Пәйғәмбәребеҙ: «Был донъяның иң бәрәкәтле көндәре − Зөлхизә айының тәүге ун көнө», − тигән. «Ә уларға оҡшағандар (йәғни, ошо көндәрҙә ғибәҙәттә булған кешенең дәрәжәһенә еткәндәр) бармы?” − тип һорағандар Рәсүлдән r. Ул былай тип яуап биргән: «Аллаһ юлында шәһит булғандарҙан башҡа, уларға оҡшағандар юҡ». Ошо көндәрҙә Аллаһҡа хеҙмәт итеү менән мәшғүл кешенән фәҡәт шәһит кенә өҫтөнөрәк. Ғәрәфә − ҙур хаж көнө, гонаһтарҙы кисереү көнө, уттан ҡотолоу көнө. Ҡорбан байрамы ла ошо ваҡытта. Ҡорбан салыу көнө − йылдың иң яҡшы көнө. Пәйғәмбәр r: «Иң бөйөк көн − ҡорбан килтереү көнө», – тигән. Был көндәрҙә ислам диненең бөтә бағаналары үтәлә. Хафис ибне Хәжәр «Әл-Фәтх» китабында шулай тип яҙған: «Зөлхизә айының тәүге ун көнөн ололауҙың сәбәбе − уларҙа башҡа көндәргә хас булмағанса бөтә дүрт ғәмәлдең дә (намаҙ, ураҙа, ҡорбан салыу, хаж ҡылыу) бер ваҡытта үтәлешендә. Абдуллаһ ибне Ғүмәр әйткән: «Мин Аллаһ Илсеһе ﷺ янында булдым, беҙ изге ғәмәлдәр хаҡында һөйләштек. Һәм ул: «Зөлхизә айының беренсе 10 көнөндә ҡылған ғәмәлдәрҙән яҡшыһы юҡ», − тине. Мин унан: «И Аллаһ илсеһе! Улар хатта йыһаттан (Аллаһ юлындағы һуғыштан) да яҡшыраҡмы( − тип һорағас, ул: «Хатта йыһаттан да яҡшыраҡ! Аллаһ юлына байлығы менән сығып, унда үлемен тапҡан кешенең ғәмәленән башҡа», − тип яуап бирҙе. Зөлхизәнең тәүге 10 көнөндә ысын күңелдән тәүбә итергә кәрәк. Был һәр мосолмандың оло бурысы. Был донъяның, Ҡиәмәт көнөнөң бәхете − тәүбә итеүҙә. Ғәрәфә көнөндә ураҙа ураҙа тотоу − сөннәт ғәмәл. Мөслим һәм башҡалар еткергән хәҙистә ошо көндөң ураҙаһы хаҡында Рәсүлебеҙ ﷺ былай тигән: «Был көндө ураҙа тотасаҡ кешенең үткән һәм артабанғы йылдарҙағы гонаһтары юйыла». Әммә хажиҙарға, Ғәрәфә тауында төн оҙоно ғибәҙәт ҡылырға хәл ҡалһын өсөн, был көндө ураҙа тотмау хәйерлерәк булыр.

АНСАР РАМАЗАНОВ

Светлана Әбсәләмова тәржемәһе

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...