Эске үҙтәртип: тәрбиә һәм ихсан юлы

Эске үҙтәртип: тәрбиә һәм ихсан юлы

Эске үҙтәртип (самодициплина), ғәрәп телендә әйткәндә, әл-нндибат ән-нәфсий тураһында һүҙ алып бармаҡсымын, сөнки тап нәфсе, йәғни, беҙҙең йән, эске «мин» барлыҡ ғәмәлдәребеҙҙең биҙмәне булып тора. Йәмғиәттең дә ыңғай яҡҡа үҙгәреүе һәр кешенең үҙ йөрәген таҙалауынан башлана. Аллаһу Тәғәлә үҙенең Изге Китабында былай тигән (мәғәнәһе): «Ысынлап та, үҙе үҙгәрмәһә, халыҡ хәлен Аллаһ үҙгәртмәй» («әр-Рағд» сүрәһе, 11-cе аят).

 

Имам әл-Бәйдәүи (рахимуллаһ) үҙенең тәфсирендә Аллаһу Тәғәләнең хәл-тороштарыбыҙҙы үҙгәртеүе ул беҙгә рәхимлелек булып та, яза булып та өлгәшеүе мөмкин, тип билдәләй һәм үҙтәртипкә яуаплы ҡарауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Имам әл Ғазали (рахимуллаһ) үҙенең бөйөк «Ихъя ғүлүм әд-дин» («Дини ғилемде тергеҙеү») китабында йәнде рухи күтәрелеш үҙәге булараҡ күҙ алдына баҫтыра: «Бел, йән (нәфсе) – ул һин үҙең. Уны маҡтап та, шелтәләп тә була, уға вазифалар йөкмәтелгән, ул бойора һәм тыя ала. Уның хәл-торошо хәйерле икән, һинең дә эштәрең хәйерле, уның боҙоҡлоғо һине лә боҙоҡ итә». Тимәк, индибат ән-нәфсий – ул хәйерле бәрәкәткә ирешеүҙең механизмы.

Нимә һуң ул эске үҙтәртип? Эске үҙтәртип – ул үҙмаҡсат түгел, ә Аллаһу Тәғәлә алдында камил ихласлыҡҡа, ихсанға ирешеү юлы. Ихсан – ул имандың иң юғары баҫҡысы. Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Ябраил аша еткерелгән хәҙисендә была тиелә: «Ихсан – ул Аллаһу Тәғәләгә, Уны күргән кеүек итеп, ғибәҙәт ҡылыу, һин күрмәгән хәлдә лә, Ул һине күрә бит» (әл-Бохари, Мөслим). Имам Шәғрани «Йәүәҡит үәл жәүәәһир» китабында эске үҙтәртипте, шәриғәттәге тырышлыҡ (рыяда шәрғиә) менән йөрәкте таҙалауҙы (тәзкиә ҡәлбиә) бәйләүсе сылбыр, тип атай. Тимәк, ул беҙҙең тышҡы хәрәкәтте лә, эске хәл-торошто ла берләштерә.

 

Тәртиптең ике терәге

Әҡыда (иман) тәртиптең нигеҙе булып хеҙмәт итә. Ул ике терәккә таяна:

1.Үҙеңде һәр саҡ Аллаһтың күҙәтеүе аҫтында тойоу (Мураҡаба).

Мураҡаба – ул ихсандың һынланышы. Беҙ Аллаһтың барлыҡ тереклекте күҙәтеү аҫтында тотҡанын беләбеҙ (мәғәнәләре): «Ул – һәр нәмәнең шаһиты!» («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 55-се аят), «Аллаһтың күреп торғанын белмәгәнме ни ул?» («Әл-Ғәләҡ» сүрәһе, 14-се аят).

Имам әл-Ғазәли мураҡабаны Аллаһ ҡолоноң һәр ваҡыт иғтибарлы булыуы һәм Раббы-һының уны күреп тороуына инаныуы, тип билдәләй. Тап шул хис үҙ-үҙеңде көсләп эшләтеү тип ҡабул ителгән тышҡы тәртипте Аллаһу Тәғәләне яратыуҙан һәм ихтирам итеүҙән хасил булған эске инаныуға (внутреннее убеждение) әйләндерә.

2.Аллаһҡа тапшырып эш башлау (тәүәккүл) һәм тырышлыҡ (сәғи) араһындағы баланс.

Тормошҡа пәйғәмәрҙәрҙекеләй бындай ҡараш иман менән ғәмәл араһында гармония талап итә. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткәненсә: «Дөйәңде тәүҙә бәйләп ҡуй, шунан һуң Аллаһу Тәғәләгә тапшыр» (әт-Тирмиҙи). Тәүәккүл пассив булыуҙы күҙ уңында тотмай. Киреһенсә, тырышлыҡ юлындағы үҙтәртип хаҡиҡи инаныуҙың бер өлөшө булып тора. Имам әл-Ғазали «Бәхет химияһы» китабында: «Сәбәптәрҙе инҡар итмә, әммә уларға таянма ла. Ғәмәл ҡыл, әммә йөрәгең менән тулыһынса Аллаһу Тәғәләгә тапшырыл», – тип иҫкәрткән.

 

Шәриғәт рамкаларында үҙтәртип

Беҙҙең тәртипкә булған ҡарашыбыҙ ауырлыҡ һалыуға түгел, ә еңеләйтеүгә нигеҙләнгән Шәриғәткә ярашлы булырға тейеш: «Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй» («әл-Бәҡара», 185-се аят)

Әс-Суһрауарди кеүек бөйөк имамдар аскетизмда һәм үҙ-үҙеңде ҡайыҙлауҙа сиктән сығыуҙан (ғулүү) һаҡ булырға саҡырғандар: Имам әш-Шәғрани үҙенең шәйехе Ғәли әл-Хаууастың ошондай фекерен еткерә: «Шәриғәт – ул биҙмән. Уның үлсәмдәренә нимә тура килә − шуны ал, нимәлер ошо үлсәмдәргә ҡаршы килә икән – ҡалдыр». Ысын тәртип – ул сама белеү һәм даимсылыҡ итеү.

Эске үҙтәртип тормошобоҙҙоң алты өлкәһендә сағылыш таба.

1.Үҙ-үҙеңә отчет биреү (Мүхәәсәбә)

Ул беҙҙе ғәфләттән һаҡлаусы «йөрәк һаҡсыһы». Ҡөрьәндә әйтелгәнсә (мәғәнәһе): «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһтан ҡурҡығыҙ! Һәр йән үҙенең киләһе көнгә ни әҙерләгәнен күрһен» («Әл-Хәшер, 18-се аят).

Мүхәәсәбә – һинең ғәмәл ҡылғанға тиклем (ниәтеңә күрә), ғәмәл ҡылғанда (ихаслығыңа ҡарата) һәм ғәмәл ҡылғандан һуң (тәүбәгә килеүеңә һәм төҙәлеүеңә ярашлы) үҙ-үҙеңә ҡуйған билдәңде үҙ эсенә ала. Хәсән әл-Басри әйткәнсә: «Иманлы кеше – үҙ-үҙенә ҡаты хөкөмдар (cудья)».

2.Нәфсегә ҡаршы көрәш (йыһат ән-нәфс)

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ яуҙан ҡайтып килгәндә: «Беҙ бәләкәй йыһаттан оло йыһатҡа ҡайтып барабыҙ – үҙ-үҙебеҙ менән көрәшкә», – ти.

Йыһат ән-нәфс – ул рухи эволюция процесы, йәғни, яуызлыҡҡа өндәгән йәндән (әл-әммәраһ бисүь) шелтәләгән йәнгә (әл-ләүүәмәһ) һәм артабан тынысланған йәнгә (әл-мутмәиннәһ) күсеү. Ибне Хазм (рахимуллаһ) әйткән: «Иң төп дошманың – ике ҡабырғаң араһында урынлашҡан үҙ йәнең».

3.Йөрәкте таҙалау (тәзкиә)

Тәзкиә – ул йөрәкте рухи ауырыуҙарҙан һәм боҙоҡ юлға илтеүсе бәйләнештәрҙән арындырыу. Имам әл-Ҡушайри әйтмешләй: «йөрәкте имәнес бығауҙарҙан азат итеү». Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йөрәккә иң төп роль бирелгәнен асыҡ билдәләй: «Хаҡтыр ки, Аллаһ һеҙҙең тәндәрегеҙгә ҡарамай, ләкин һеҙҙең йөрәгегеҙгә ҡарай» (Мөслим).

4.Телмәрҙе контролдә тотоу (хифҙ әл-лисән)

Тел – йөрәктең тәржемәсеһе. Ибне Хазм былай тип иҫкәрткән: «Үҙеңдең телеңдән уҫал арыҫландан һаҡланған кеүек һаҡлан!»

Телмәрҙе тәртиптә тотоу түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:

- тик һәйбәт хәбәрҙәр генә һөйләү йәки бөтөнләй өндәшмәү;

- ғәйбәт, боһтан (яла яғыу) һәм буш һүҙҙәрҙән йыраҡ тороу.

5.Ваҡытты дөрөҫ бүлеү (низам әз-заман)

Ваҡыт – ул беҙҙең ғүмер һәм уны тәләфләү йәнде исраф итеү менән бер. Имам әл-Бохари кеүек сәләфтәрҙән булған тәҡүәле ата-бабаларыбыҙ үҙ ваҡыттарына бик етди ҡараған. Имам әл-Ғазәли мосолмандарға ваҡытты өс өлөшкә бүлергә тәҡдим иткән: Аллаһҡа табыныу өсөн, үҙ мохтажлыҡтарыңды ҡайғыртыр өсөн һәм ял өсөн.

6.Кешеләрҙең хоҡуҡтарын һаҡлау (хоҡуҡ әл-ғибәд)

Эске үҙтәртип Аллаһ ҡушҡанса ғибәҙәт ҡылыу менән генә сикләнмәй. Ул социаль йөкләмәләрҙе лә үҙ эсенә ала. Имам әс-Сүһрауарди: «Бәндәләрҙең башҡа кешеләр алдындағы хоҡуҡтарын (хоҡуҡ әл-ғибәд) Аллаһу Тәғәлә Үҙе һәм ҡоло араһындағы хоҡуҡтарҙан да өҫтөнөрәк ҡуя», – тип билдәләгән. Ибне Хазм әйтеүенсә: «Биргән вәғәҙәңдә тороу һәм хоҡуҡтарҙы теүәл үтәү – йән күркәмлегенең билдәһе».

Оло аҡыл эйәһе Имам әл-Ғазәли «Ихъя» китабында шундай һығымта яһай: «Үҙ-үҙең менән көрәш һөҙөмтәһе – Аллаһты танып белеү (мәғрифәт); танып белеүҙең һөҙөмтәһе – Раббыңа ﷻ ҡарата һөйөү (мөхәббәт); ә мөхәббәттең һөҙөмтәһе – мәңгелек донъяла мәңгелек бәхет».

Ошо изге юлда өс терәүгә таянырға ҡушыла:

1.Аҙ булһа ла, даимсылыҡта булыу. «Аллаһтың иң яратҡан эштәре – даими башҡарылған эштәр, хатта улар аҙ күләмдә булһа ла» (Әл-Бохари).

2.«Йәә мүҡаллибәл ҡулүби ҫәббит ҡәлби ғәләә дииник» («Йә ҡәлептәрҙе үҙгәртеүсе, Үҙеңдең динеңдә минең йөрәгемде нығыт»), – тип доға ҡылыу.

Үҙеңде тәҡүәле кешеләр менән уратып алыу. Кеше дуҫының диненә эйәреүсән.

3.Эске үҙтәртип (әл-индибәт ән-нәфсий) – ул кеше характерындағы бер һыҙат ҡына түгел, ә ихсанға килтереүсе тормош мәнһәже (методологияһы). Һәм был юл, һис шикһеҙ, иң тәүҙә үҙҙәренең йәнен (нәфсеһен) еңеүгә ирешкән Пәйғәмбәрбеҙҙең ﷺ һәм Уның изгеләренең юлы.

Йә Раббым, беҙҙе лә йөрәктәрен таҙа тотоусыларҙан ҡыл!

 

Ғайса Исхаҡов

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Тәбүтте ҡайтарыу

Тәбүттең (һандыҡ, табут) тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.   Әҙәм ғәләйһиссәләм Ожмахтан ергә күсерелгәс, Ғаләмдәр Раббыһы уға тәбүт бирә. Уның оҙонлоғо − өс, киңлеге ике беләк үлсәме була, тип әйтелә «Ас-Сауи» һәм «Ғәраис» китаптарында. Һандыҡ Ожмахтағы шәмшәз...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...