Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.

 

Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре йәшәгән ҡалалағы йәһүдтәрҙән ишетеп, улар һуңғы пәйғәмбәр килерен белә. Йәһүдтәр уларға һәр ваҡыт: «Һуңғы пәйғәмбәр киләсәк, беҙ уның артынан эйәрәсәкбеҙ һәм, ғәдит халҡын юҡ иткән кеүек, пәйғәмбәр менән бергә ҡалалағы бөтә мөшриктәрҙе ҡырып бөтөрәсәкбеҙ», − тип әйтә килә.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был кешеләргә ислам тураһында һөйләй, Изге Ҡөрьән аяттарын уҡый һәм уларҙы бары тик бер Аллаһу Тәғәләгә генә табынырға саҡыра. Йәш кешеләр үҙ-ара фекерләшә башлай: «Билләһи, йәһүдтәр беҙҙе ҡурҡытҡан Аллаһ Рәсүле ошо бит. Беҙгә уның динен хәҙер үк ҡабул итеү хәйерле», − тиешәләр.

Улар Пәйғәмбәргә ﷺ ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә: «Беҙ бында хаж ҡылырға килдек, ә беҙҙең ырыуҙаштарыбыҙ үҙ-ара ыҙғыша. Ҡайтыу менән беҙ уларҙы һинең динеңә саҡырасаҡбыҙ. Бәлки, һинең ярҙамың менән Аллаһ беҙҙе берләштерер. Әгәр һинең динең беҙҙе берләштерһә, һин беҙҙең өсөн донъяла иң ҡәҙерле кеше буласаҡһың». Шунан улар, шәһәҙәт әйтеп, ислам ҡабул итә.

Был бәхетле кешеләр Әсәд ибне Зурара, Әүф ибне Харис ибне Рафиа, Рафи ибне Малик ибне Әжлән, Ҡотба ибне Әмир ибне Худида, Ғуҡба ибне Нәби һәм Джәбир ибне Абдуллаһ була.

 

Әҡабәләге тәүге ант

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылында, йәғни, 621 йылда, Йәсрибтән Мәккәгә хаж ҡылырға ун ике кеше килә. Бишәүһе уҙған йыл Пәйғәмбәр ﷺ менән осрашып ислам ҡабул иткән егеттәр була. Улар менән тағы ете кеше – Мүғәз ибне Харис, Закуан ибне Әбделҡайс, Ғүбәдә ибне Самит, Йәзид ибне Саләбә, Ғәббәс ибне Ғүбәдә, Увайм ибне Сәғәдә була.

Улар, кешеләрҙән йәшеренеп, Мина яланындағы Әҡабә тигән урында Пәйғәмбәр ﷺ менән осраша. Аллаһ Илсеһе ﷺ, исламдың асылын аңлатҡас, уларға әйтә: «Һеҙ миңә Аллаһтан башҡа бер кемгә лә табынмаҫҡа, урлашмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, сабыйҙарҙы үлтермәҫкә, башҡаларға яла яҡмаҫҡа һәм, мин һеҙгә нимә өйрәтәм, шуларҙы эшләргә һүҙ бирергә тейешһегеҙ. Кем биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡала, Аллаһ уны бүләкләйәсәк, һәм ул Ожмахҡа эләгәсәк. Ә кем антын боҙа, Аллаһ ул кешенең гонаһын, бәлки, был донъяла йәшерер, әммә теге донъяла язаһын бирер йәки ғәфү итер».

Улар бөтәһе лә Пәйғәмбәргә ﷺ уның талаптарына буйһонорға ант итә. Улар араһынан икәү − Аус ҡәбиләһенән, ун кеше Хазрадж ҡәбиләһенән була. Был вәғәҙә «Әҡабәләге тәүге ант» булараҡ тарихҡа инә.

 

 

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Аллаһтың йөҙ рәхмәте бар. Уның береһе Раббының әмере менән кешеләргә, ендәргә, йәнлектәргә һәм бөжәктәргә төшөрөлгән, шул сәбәпле улар бер-береһен йәлләй. Шул арҡала, хатта йыртҡыс хайуандар ҙа балалары тураһында хәстәрлек күрә. Ҡалған туҡһан туғыҙ рәхмәтте Аллаһ, Мәңгелек донъяла Үҙенең ҡолдарына бирер өсөн, Ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡлай».

 

 

Сахих хәҙистә әйтелә: «Ҡиәмәт көнөндә үлсәүҙә яҡшы ғәмәлдәрҙең иң ауыр тартҡаны изгелекле холоҡ эйәһенеке булыр. Аллаһу Тәғәлә, теленә ни килә, шуны һөйләгән тупаҫ һәм намыҫһыҙ кешегә асыулы» (Аллаһ һаҡлаһын!).

 

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...