Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ахырызамандың «тыныс» хәбәрсеһе

Ахырызаман тураһындағы мәғлүмәт беҙҙең динебеҙҙә бик мөһим урынды алып тора. Ул ваҡыттың етәсәге тураһында изге Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә ентекле итеп аңлатыла. Әммә Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Ысынында, Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан етеүе тик Аллаһҡа ғына мәғлүм». (Лоҡман сүрәһе, 34-се аят).

Был аятҡа Ибне Кәҫирҙең аңлатмаһында былай тиелә: «Был – Аллаһтың үҙендә һаҡлаған, серле асҡыстарының береһе. Һис бер кем Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан килеп етерен белмәй – Аллаһтың Пәйғәмбәре лә, Уның яҡын фәрештәһе лә».

Әбү Һүрәйрә еткергән хәҙистә Рәсүлебеҙ: «Мин ергә ахырызаман менән бергә ошо икәү кеүек ебәрелгәнмен», – тип әйткән һәм шул ваҡытта ҡулындағы һуҡ һәм урта бармаҡтарын бергә ҡушҡан (Ибне Мәждә). Ахырызамандың бәләкәй билгеләренән һуң ҙур билгеләр килә. Уларҙың береһе – Даббат үл-Ард тигән һөйләшә белгән йәнлектең пәйҙә булыуы. Ғәрәпсә «дабба» – тыныс һәм тауышһыҙ йөрөү тигәнде аңлата. Даббат үл-Ард тип ер йөҙөндә йәшәгән барлыҡ тере йәндәрҙе атайҙар. Изге Ҡөрьәндә был һүҙбәйләнеш дүрт аятта берлек һанында телгә алына һәм шулай уҡ дүрт аятта күплектә ҡулланылған. Ул һүҙ ерҙә һәм күктә йәшәгән барлыҡ тере йәндәрҙе аңлата. «Әс-Сәбә» сүрәһенең 14-се аятында даббат үл-Ард һүҙе менән Сөләймән пәйғәмбәрҙең u таяғын кимергән ҡортто атағандар.

Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Һәм улар өҫтөнә һүҙ атҡарылһа (ҡарар тормошҡа ашһа), Беҙ ерҙән хайуанды сығарырбыҙ, ул кешеләргә, һеҙ Беҙҙең билдәләргә ышанманығыҙ, тип әйтер» (ӘнНәмл сүрәһе, 82-се аят). Мөслим менән Әбү Дәүдтең хәҙистәр йыйынтыҡтарында, уның килеп сығыуы – ахырзамандың бер билгеһе, тип яҙыла. Әммә уның үҙенсәлектәре тураһында иҫкә алынмай. Ибне Әбү Шәйбә, әт-Тирмизи, Ибне Мәждә һәм Әхмәдтең йыйынтыҡтарында даббат үл-Ард, кешегә оҡшамаған, ғәйәт ҙур кәүҙәле, йөн менән ҡапланған һәм дүрт табанлы тере йән, тип һүрәтләнгән. Ул Мәккә ҡалаһында килеп сығасаҡ. Муса пәйғәмбәрҙең u таяғы менән кафырҙарҙың танауын һындырыр. Ә иманлы кешеләрҙең йөҙҙәренә Сөләймән ғәләйһиссәләмдең мисәтен ҡуйыр. Шулай итеп, был аяттың мәғәнәһенән шундай һығымтаға килергә була: даббат үл-Ард халыҡ араһында хәҡиҡәт менән иманды инҡар итеү һуңғы сиккә еткән саҡта пәйҙә буласаҡ. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, был хәл йәмғиәттә «әмрү бил мәғрүф үә нәхйү әнил-мүнкәр» (дингә ҡарата әмер менән тыйыу) тигән йөкләмәнең юҡҡа сығыуы арҡаһында килеп сығасаҡ. Һәм ул, бер тапҡыр ғына түгел, ә өс тапҡыр килер, тиелгән.

Был турала хәҙистәрҙә әйтелә. Уларҙы иҫкә алып китәйек. Әбү Һүрәйрәнән еткерелгәнсә, Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Беренсе билгеләр (ахырызаман алдынан) – ҡояштың көнбайыштан сығыуы һәм доха ваҡытында (ҡояш сыҡҡандан һуң 15-20 минут үткәс) даббат үл-Ард тигән йәндең пәйҙә булыуы. Һәм быларҙың ҡайһыһы тәүҙәрәк тормошҡа ашһа ла, улар бер-бер артлы буласаҡ» (әл-Бохари, Мөслим). Әбү Сәрихә әл-Ансарийҙан еткерелгән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ: «Даббат үл-Ард өс тапҡыр килеп сығыр: беренсе тапҡыр Йемендең алыҫ бер өлөшөндә, был хәбәр бөтә сүллеккә таралыр, әммә Мәккәгә барып етмәҫ. Шунан һуң ул имәнес йән оҙаҡ ваҡытҡа юғалып торор. Икенсегә Мәккә тирәһендә килеп сығыр. Уның тураһындағы хәбәр Мәккәлә һәм бәҙүәндәр араһында тараласаҡ. Һәм ул йәнә юғалыр. Бер мәл, кешеләр иң ҙур һәм хөрмәтле ӘлХәрәм мәсетендә йыйылған саҡта, «ҡара мөйөш» менән «Бану Мәхмүз» тигән ишек араһындағы, уңдан үҙәк ишектән (әл-Хәрәм мәсетенән) ул килеп сығыр.

Бөтәһе лә ҡурҡышынан, кем яңғыҙ, кем төркөмләп, ҡаса башларҙар. Тик Аллаһу Тәғәлә тәҡдиренән ҡасып булмағанын аңлаған бер мосолман төркөмө генә урынында ҡалыр. Ул йән башындағы тупраҡты ҡағып килеп сығыр. Һәм ҡасмай, тик кенә торған төркөмдән башлар. Уларҙың йөҙҙәрен яҡтыртыр. Был мосолмандарҙың йөҙҙәре йондоҙ шикелле балҡып ҡалыр. Артабан ул йән ер йөҙө буйлап күсеп йөрөр. Берәү ҙә унан ҡасып ҡотола алмаясаҡ һәм берәү ҙә уны еңә алмаясаҡ. Хатта кеше, унан һаҡланырмын, тип намаҙға баҫһа ла, ул йән уға арттан килеп: «Фәлән кеше! Һин хәҙер намаҙ үтәйһеңме?» – тиер. Кеше уға боролғас, уның йөҙөнә билдә ҡуйып китер. Һәм кешеләр, күрше булараҡ, йәки бергә сәйәхәт иткәндә, йәки бергәләп донъя эштәре менән булышҡанда, бер-береһенең кемлеген күрер. Мосолман – кафырҙы, ә кафыр – мосолманды белер. Улар бер-береһенә: (исемләп түгел) «Эй мөьмин! – йәки, – Эй кафыр!», – тип өндәшерҙәр...» (әл-Хәким «ӘлМүстәдрәк»).

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...