Пәйғәмбәрҙең ﷺ кейем-һалымы

Пәйғәмбәрҙең ﷺ кейем-һалымы

Пәйғәмбәрҙең ﷺ кейем-һалымы

-Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ йөн һәм етендән тегелгән кейемдәрҙе кейергә яратҡан (Бохари; Мөслим; Тирмиҙи; Әбү Дәүд).

-Аллаһ Илсеһенең ﷺ иң яратып кейгән кейеме күлдәк (ҡамис) булған һәм кейеменең оҙонлоғо шайтан ашығына етмәгән, ә ең оҙонлоғо ҡушҡар (беләҙек) һөйәктәренә йәки бармаҡ остарына етеп торған булған (Тирмиҙи; Әбү Дәүд; Нәсәи).

-Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сапан (бурда) кейеп йөрөгән (Бохари; Мөслим).

-Рәсүлебеҙ ﷺ шулай уҡ тегелмәгән изар (тауар киҫәге; кәүҙәне билдән түбән (ғәүрәт) урындарҙы ҡаплау өсөн билгә бәйләй торған япма) һәм ридә (еңһеҙ киң өҫ кейеме, накидка) кейгән (Бохари; Мөслим).

-Пәйғәмбәр ﷺ уңайлы булһын өсөн сирүәл (салбар, ыштан) кейеп йөрөгән (Һәйҫәми).

-Аллаһ Рәсүле ﷺ күлдәгенең төймәләрен ҡайһы берҙә элгән, ә ҡайһы берҙә эләктермәй ҙә йөрөгән (Әбү Дәүд; ибне Мәджәһ).

-Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ваҡытта ла салмаһыҙ йөрөмәгән һәм бер тапҡыр ҙа ялан баш намаҙ уҡымаған (Бохари; Мөслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; Нәсәи; ибне Мәджәһ; Табәрани; әл-Бәни).

-Пәйғәмбәр ﷺ башына һәр ваҡыт аҡ, ҡара, һирәк осраҡта һары төҫтәге, оҙонлоғо 2,5-3 метр булған салма кейгән. Салмаһының осон иңбаштары араһына төшөрөп һалған (Бохари; Мөслим; Әбү Дәүд).

-Аллаһ Илсеһе ﷺ салма аҫтынан түбәтәй кейгән (Мөслим).

-Рәсүлебеҙ ﷺ аяғына ике ҡайышлы һәм баулы сандали кейеп йөрөгән (Бохари; ибне Мәджәһ).

-Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ походҡа (һуғышҡа) барғанда ла, өйҙә торғанында ла аяғына йомшаҡ күндән тегелгән ситек кейгән (Бохари).

 

Әминә Ноғоманова-Ғәзизова әҙерләне, Сибай ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...