Салауат әйтеү рәүеше

Салауат әйтеү рәүеше

Салауат әйтеү рәүеше

Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдән риүәйәт ителгәнсә, ул бер ирҙән: «Уҙған көндө һин ниндәй хәйерле һүҙ әйттең?» – тип һорай.

Әлеге ир: «Эй Рәсүлуллаһ! Аллаһуммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәдин хәттәә ләә йәбҡаа минәс-саләүәәти шәй′ун, үәрхәм Мүхәммәдән үә ғәәлә Мүхәммәдин хәттәә ләә йәбҡаа минәр-рахмәәти шәй′ән», йәғни «Аллаһу! Мөхәммәдкә салауат әйт, салауат бөткәнсе, Мөхәммәдкә, Мөхәммәд ғаиләһенә мәрхәмәт ҡыл һәм Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең ғаиләһе Аллаһу Тәғәләнең һис бер рәхмәтенән дә мәхрүм ҡалмаһын», тип Уға салауат әйттек», – ти.

Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: «Шуның менән мин фәрештәләрҙең үткән көндө Мәҙинә урамдарында йөрөгәндәрен күрҙем», – тип әйтә.

Эй мосолмандар, пәйғәмбәрҙәр Хужаһына салауатты күп әйтегеҙ!

Иң яҡшы дуҫҡа, иң хөрмәтле изгегә, ҡатындар тыуҙырған иң шөһрәтле әҙәмгә һис бөтмәҫ даими салауат әйтегеҙ.

Риүәйәттә Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: «Миңә салауатты иң күп әйтеүсе – минең иң яҡын дуҫым», – тигән (Тирмиҙи).

Эй Ислам әһеле, уға салауатты күп әйтегеҙ! Шуның менән ҡаты ғазаптан ҡотолорһоғоҙ, уның менән Малик Ғаләм ризалығын өҫтәрһегеҙ!

 

Илшат Хафизиҙың

«Салауат- шәрифтәр» китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...