Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Ислам тураһындағы хәбәрҙең ҡорайыштарға барып етеүе

 

Беренсе өс йылда мосолмандар йәмғиәте Пәйғәмбәрҙе ﷺ белгән, уны яратҡан, уға ышанған кешеләрҙән торған. Улар ысын туғанлыҡ ептәре менән бәйләнгән була. Ҡорайыштар Мөхәммәдтең ﷺ исламды йәшерен таратыуын белә, әммә быға әллә ни әһәмиәт бирмәй, сөнки әлегә ул уларҙың һынташтарын (боттарҙы) фашламай.

 

Ваҡыты еткәс, Аллаһ Рәсүленә ﷺ, кешеләрҙе исламға асыҡтан-асыҡ саҡырыу һәм мәжүсиҙәрҙең аҙашыуын аңлатыу бурысын йөкмәткән вәхи төшөрөлә. «Әш-Шүғара» сүрәһендә Ғаләмдәр Раббыһы ﷻ Муса пәйғәмбәр тураһында һөйләй. Хикәйәт Мусаның пәйғәмбәрлеге башланғандан алып уның Яҡуп тоҡомдары (израилдар) менән Фәләстанға (Палестинаға) күсеүенә тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Был сүрәлә уларҙың мөғжизә менән Фирғәүендән ҡотолоуы, Фирғәүен ғәсҡәренең һәм ғаиләһенең һәләк булыуы хаҡында бәйән ителә. Сүрәлә шулай уҡ Муса пәйғәмбәрҙең, Фирғәүен һәм уның халҡын Бер Раббыға иман килтерергә саҡырғанда, ниндәй ҡаршылыҡтар һәм ауырлыҡтар үтеүе тураһында һөйләнелә.

Ислам ғалимдары, был сүрә Пәйғәмбәр ﷺ һәм уның сәхәбәләренә, ислам таратҡанда, күп ауырлыҡтар кисерергә тура киләсәген белгертер өсөн төшөрөлгән, тип аңлата.

Ошо уҡ сүрәлә Аллаһу Тәғәлә Нух, Ибраһим, Лут пәйғәмбәрҙәр һәм уларҙың халыҡтары тураһында иҫкә ала. Ул халыҡтар: ғәдиттәр, ҫәмүдтәр һәм башҡалар − Ғаләмдәр Раббыһы ебәргән пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабул итмәй, уларҙы алдаҡсыға иҫәпләй һәм улар күрһәткән юлдан барырға теләмәй. Шул арҡала улар Аллаһтың асыуына тарый һәм үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә.

Сүрәләге бындай аяттар кешеләр аҙашҡан халыҡтарҙың яҙмышы тураһында уйланһын, ә иман килтергәндәр уларҙы ҡотолоу һәм Аллаһтың оло бүләге көткәнен белһен өсөн килтерелә.

 

Пәйғәмбәр ﷺ исламға үҙенең яҡын туғандарын саҡыра

Һәм бына Пәйғәмбәр ﷺ, Аллаһ әмерен үтәп, үҙенең бөтә туғандарын Әбүталиптың өйөнә йыя һәм ислам тураһында һөйләй. Ләкин уның ағаһы (атаһының ҡустыһы) Әбүләһәп ҡаршы сыға: «Үҙенең ырыуына һинән дә нығыраҡ зыян килтергән кешене күргәнем булманы! Һин халыҡты бер-береһенә ҡаршы ҡотортаһың! Һин ғәрәптәрҙең беҙгә һуғыш асыуын теләйһең!» Ул көндө Пәйғәмбәрҙең ﷺ туғандарынан берәү ҙә ислам ҡабул итмәй.

Икенсе ваҡыт Аллаһ Илсеһе ﷺ, яңынан туғандарын йыйып, былай ти: «Барса маҡтауҙар Аллаһу Тәғәләгә! Мин маҡтауҙарҙы Уға ебәрәм һәм ярҙам һорап Уға мөрәжәғәт итәм, бары тик Уға ғына һыйынам (таянам) һәм шаһитлыҡ ҡылам: Һис ниндәй тиңдәше булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡ! Минең бер ҡасан да һеҙгә алдашҡаным булманы. Мин һеҙҙе Аллаһҡа иман килтерергә саҡырам. Ысынында, мин − Аллаһтың һеҙгә һәм башҡа халыҡтарға ебәрелгән Пәйғәмбәремен ﷺ. Аллаһ менән ант итеп әйтәм: һеҙ төндә нисек йоҡлап китәһегеҙ, шуның кеүек үләсәкһегеҙ, һәм, иртәнсәк уянған һымаҡ, яңынан тереләсәкһегеҙ. Һәм һеҙҙән ҡылған ғәмәлдәрегеҙ өсөн һорау алынасаҡ. Яҡшы ғәмәлдәрегеҙ өсөн бүләкләнәсәкһегеҙ, насар ғәмәлдәрегеҙ өсөн яза биреләсәк. Бүләк − мәңгелек Йәннәт. Гонаһтарығыҙ өсөн яза Тамуҡта буласаҡ. Мин һеҙҙе алдан иҫкәртәм, белеп ҡуйығыҙ: әгәр исламды ҡабул итмәһәгеҙ, теге донъяла һеҙҙе яза көтә».

Әбүталип Пәйғәмбәргә ﷺ былай ти: «Эй минең туғанымдың улы! Бында һинең Ғәбделмотталип олатайыңдың балалары йыйылған. Мин, һиңә нимә кәрәк, бөтәһен дә эшләргә әҙермен. Мин һәр ваҡытта ла һине яҡлаясаҡмын. Һиңә юғарынан нимә ҡушылған, шуны эшлә. Әммә минең ата-бабаларыбыҙ ышанған, Ғәбделмотталип тотҡан диндән айырылырға көсөм етмәй».

Был юлы Әбүләһәптән башҡа бөтәһе лә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткәндәрҙе тыныс ҡабул итә. Әбүләһәп иһә яңынан ҡысҡыра башлай: «Әй Ғәбделмотталип балалары! Әйҙәгеҙ, башҡалар туҡтатмаҫ борон уны үҙебеҙ туҡтатайыҡ! Бөгөн уның һүҙен ҡабул итәһегеҙ икән, иртәгә бөтә халыҡ алдында мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ!..» Ләкин Әбүталип ҡаты итеп: «Аллаһ менән ант итәм, беҙ иҫән саҡта, Мөхәммәдте ﷺ яҡлаясаҡбыҙ», − ти.

Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға һаман аңлатырға тырыша: «Эй Ғәбделмотталип балалары! Аллаһ менән ант итәм, был донъяла үҙенең ҡәүеменә минән дә күберәк изгелек ҡыла алырлыҡ бер кеше лә булмаған һәм булмаясаҡ. Һеҙҙең бәхетегеҙ өсөн мин һеҙҙе ысын дингә − исламға саҡырам. Һеҙҙе «Ләә иләәһә илләллаһ, Мухәммәд Расүлуллаһ!» (Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, ә Мөхәммәд ﷺ Уның Илсеһе) − тип әйтергә саҡырам. Миңә Ғаләмдәр Раббыһы тарафынан һеҙҙе исламға өндәргә ҡушылған, һәм миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк». Ләкин был юлы ла Аллаһ Илсеһенең ﷺ туғандарынан берәү ҙә исламды ҡабул итмәй. Пәйғәмбәр ﷺ быға бик ҡайғыра.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...