Ғәҙелһеҙ килешеүҙе өҙөү

Ғәҙелһеҙ килешеүҙе өҙөү

(Дауамы. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Пәйғәмбәрлек килгәндең унынсы йылында, мөхәррәм айында ҡорайыштар шулай ҙа был ҡырағай килешеүҙе өҙә. Беренсе булып Һишәм ибне Әмрҙең түҙемлеге бөтә. «Ҡасанға тиклем беҙ кәмһетелеүгә һәм ғазап сигеүгә дусар ителгән туғандарыбыҙҙың хәленә күҙ йомоп, түҙеп йәшәрбеҙ?» − тип ризаһыҙлыҡ белдерә Һишам һәм уның фекерҙәштәре, һәм улар был ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйырға ҡарар итә.

 

Икенсе көндө Зөһәйр ибне Әбүүмәйә Ҡәғбә янында йыйылған халыҡҡа өндәшә: «Эй Мәккә халҡы, беҙҙең ырыуҙаштарыбыҙ һәшимдәр һәм Бану Әбделмотталип халҡы, һатырға ла, һатып алырға ла мөмкинлеге булмайынса, аслыҡтан интеккәндә, беҙ туйғансы үҙ аҙығыбыҙҙы ашап, үҙ кейемдәребеҙҙе кейеп, тыныс ҡына шулай йөрөүҙе һаман да дауам итәйекме? Нисек тамағыбыҙға аш бара?! Әйҙәгеҙ, был ғәҙелһеҙ килешеү ҡағыҙын йыртып ырғытайыҡ!»

Шунда уҡ Әбүжәһил ҡысҡырып ебәрә: «Юҡты һөйләйһең! Бер кем дә, бер ҡасан да килешеү ҡағыҙын йыртмаясаҡ!» Ләкин эргәлә торған Зәмғә ҡаршы килә: «Беҙгә был килешеү яҙылған сағында уҡ оҡшамағайны». Әбүлбухтури, Мутғим ибне Ғәди, Һишәм ибне Әмр кешеләрҙе хәҙер үҡ был енәйәтсел килешеүҙе юҡ итергә саҡыра.

Шул ваҡыт улар янына Әбүталип килә һәм, Аллаһ ихтыяры менән килешеүҙе термиттар ашап бөтөүе, унда фәҡәт Аллаһу Тәғәләнең исеме генә ҡалыуы тураһында Пәйғәмбәр-ҙең ﷺ һүҙҙәрен еткерә. Әбүталип өҫтәп шуны әйтә: «Әгәр Мөхәммәдтең ﷺ әйткәндәре ялған булһа, беҙ уны һеҙгә бирәбеҙ. Әгәр һүҙҙәре дөрөҫ булһа, һеҙ килешеүегеҙҙе өҙәһегеҙ». Ҡорайыштар ризалаша һәм Мут-ғимды килешеү артынан Ҡәғбәгә ебәрә.

Ундағы хәл Пәйғәмбәрҙең ﷺ һүҙҙәрен кире ҡаҡҡыһыҙ раҫлай. Аллаһ исеме яҙылған урындан башҡа, килешеүҙең бер нимәһе лә ҡалмаған. Бөжәктәр, Аллаһ исеменә теймәйенсә, ҡағыҙҙың ҡалған өлөшөн кимереп бөткән. Пәйғәмбәрҙең ﷺ Әбүталипҡа әйткән хәбәре Аллаһу Тәғәләнең Һөйөклөһөнә ﷺ биргән пәйғәмбәрлек миссияһын раҫлаусы билдәләрҙең береһе була. Бының шулай икәнен ҡорайыштар үҙ күҙҙәре менән күрә. Ләкин ошонан һуң да улар иман килтермәй. Йөрәктәре ни ҡәҙәрем һуҡыр була икән кешеләрҙең − Аллаһ ҡәлебтәрен асмағас. Ошонан һуң кафырҙар үҙҙәренең әшәке килеше-үен өҙөргә мәжбүр була.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...