Әҙәптәр

Әҙәптәр

Мәсеттә булыу әҙәптәре

  • Уң аяҡ менән кереү
  • Мәсеткә инер алдынан аяҡ кейемен таҙартыу
  • Аллаһты иҫкә алыу
  • Мәсеттәге кешеләр менән иҫәнләшеү
  • Мәсеттә, бер кем булмаһа ла, иҫәнләшеү
  • Аллаһтан бәрәкәт һорау
  • Ҡибла тарафына йүнәлеү
  • Үҙ халәтең һәм ҡылған эштәрең тураһында уйланыу
  • Әҙ һөйләшеү
  • Бер кемде лә ҡарғамау
  • Ҡысҡырып һөйләшмәү
  • Кешеләрҙе рәнйетә торған ғәмәлдәрҙән һаҡланыу
  • Мәсеттә тик Аллаһты иҫкә алыу менән мәшғүл булыу
  • Юғалған әйберҙәрҙе эҙләмәү
  • Алыш-биреш менән шөғөлләнмәү
  • Мәсеттән һул аяҡ менән сығыу
  • Аллаһтан рәхмәттәр һорау

 

Иғтикәф әҙәбе

  • Арымай-талмай Аллаһты иҫкә алыу
  • Иғтибарлы булыу
  • Һөйләшмәү
  • Бер ерҙән икенсе ергә күсеп, урынды йыш алмаштырмау
  • Нәфсе теләктәренә юл ҡуймау
  • Нәфсене яратҡан нәмәләренән тыйыу
  • Нәфсене Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға мәжбүр итеү

 

Аҙан ҡысҡырыу әҙәбе

  • Намаҙ ваҡытына ҡағылған мәсьәләләргә мәзин бик иғтибарлы булырға тейеш
  • Аҙан ҡысҡырған ваҡытта ян-яҡҡа ҡарамау
  • Аҙанда “сәләх” һәм “фәләх” тигәндә башта уң яҡҡа, аҙаҡ һул яҡҡа бороу
  • Аҙанды яйлап, асыҡ итеп ҡысҡырыу, ә иҡамәтте – тиҙ әйтеү.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...