Имам Малик

Имам Малик

Имам Малик

Имам Маликка килгәндә, ул – Әнәс улы Әл-Әсхәби. Ул имамдарҙың имамы, сөннәтте яҡлаусы, Мәҙинә ҡалаһының ғалимы, өммәтте дөрөҫ юлдан алып барыусы. Бар ғалимдар ҙа берҙәм рәүештә уның бөйөк имам булыуын, заһитлығын, күп хәҙистәрҙе иҫтә тотоуын һәм Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ ололауын таный.

 

Сөнки ул берәй хәҙисте һөйләр алдынан башта тәһәрәт алған, урындығының ситенә ултырып, һаҡалын тарар булған. Шунан хушбуй һөртөп, йәтеш итеп ултырып, ҙур ихтирам һәм хөрмәт менән, тантаналы рәүештә хәҙисте һөйләй башлаған. Унан: «Ни өсөн шулай ентекле итеп әҙерләнәһең?» – тип һорағас: «Мин Аллаһ Рәсүленең ﷺ хәҙистәрен данларға яратам», – тип яуап ҡайтарған.

Бер мәл имам Шәфиғи һөйләй: «Мин уның ҡапҡаһы алдында хорасән тоҡомло аттар һәм мысыр тоҡомло мулдарҙы күрҙем. Уларҙан да матурыраҡ хайуандарҙы күргәнем юҡ ине», – ти. Мин Маликҡа: «Ҡалай улар матурҙар!» – тип өндәштем. «Улар минән һиңә бүләк», – тине имам Малик. Имам Шәфиғи: «Был аттар менән мулдарҙың берәүһен булһа ла үҙеңә йөрөр өсөн ҡалдыр», – тигәс: «Мин хайуандарҙың тояҡтары менән Аллаһтың һөйгәне ятҡан ерҙе тапарға Аллаһтан оялам», – тигән яуап ишетә. Имам Маликтың Мәҙинә ерҙәренә ҡарата булған хөрмәт тойғоһо һәм уның йомартлығы, һис шикһеҙ, иғтибарға лайыҡ.

Ул Һижри календары буйынса 95 йылда тыуа һәм 179 йылда 84 йәшендә вафат була.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әбү –Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...