Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеү һәм уның шәфәғәте

Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеү һәм уның шәфәғәте

Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеү һәм уның шәфәғәте

Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдән риүәйәт ителгәнсә, Ул: "Миңә салауат әйтегеҙ, сөнки мин һеҙгә миңә әйткән салауаттарығыҙ тиклем шәфәғәт ҡылырмын", – тигән.

 

Эй, ҡәрҙәштәребеҙ! Пәйғәмбә-ребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә көндөҙ һәм төндәрен салауатты күп әйтеп, ҡайғы-хәсрәт һәм оло ғазаптан һаҡланығыҙ!

Ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә зекер ителгәнсә, Ғәреш бағанаһында: "Әгәр кемдер рәхмәтемә ынтылһа, Мин уға рәхмәт күрһәтермен; кем минән һораһа, Мин уға бирермен; ә кем минән һорамаһа, мин уны онотмам; кем Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә яҡынлашһа, хатта диңгеҙҙәге күбектәр һанынса булһа ла, уның гонаһтарын ярлыҡармын", – тигән яҙыу булыр.

Ибне Мәсғүд еткерә: «Беҙ Сәғид ибне Ғүбәдәлә ултырғанда, беҙҙең эргәгә Аллаһ Илсеһе килде. Бәшир ибне Сәғид Уға былай тине: «Аллаһ беҙгә һинең өсөн доға ҡылырға ҡушты, нисек эшләргә уны?» Ул әйтте: Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд, кәмәә салләйтә ғәләә Ибраһиимә үә ғәләә әәли Ибраһиимә. Аллааһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә гәләә әәли Мүхәммәд, кәмә бәәрактә ғәләә Ибраһиимә үә ғәләә әәли Ибраһиимә». Ә сәләм бирә беләһегеҙ инде».

Ғүмәр радыйаллаһү ғәнһү әйткән: “Ҡолдоң доғаһы Ер менән Күк араһында Аллаһҡа күтәрелмәйенсә тора, салауат әйткәс кенә күтәрелер.”

Ғабдуррахман ибне Әбү Ләйлә әйтә: «Миңә Кәғб ибне Ужра осраны ла былай тине: «Мин һиңә бүләк бирәйемме? Беҙ Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ: «Йә Аллаһ Илсеһе, беҙ һине нисек сәләмләргә кәрәклеген белдек, ә һинең өсөн нисек доға ҡылырға?» – тип һорағас, Ул ﷺ салауат уҡырға ҡушты.

Эй Бөйөк Аллаһҡа иман килтереүселәр! Хөрмәтле Пәйғәм-бәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтегеҙ!

Аллаһу Тәғәлә һеҙҙе һис шикһеҙ шуның менән ҡаты ғазаптан ҡотҡарыр. Һеҙҙе Хулд һәм Нәғим йәннәттәренә керетер, Ул – Хаким-Ғалимдыр.

 

Илшат Хафизиҙың «Салауат-Шәрифтәр» китабынан

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...