Фирғәүен һәм уның ғәскәренең диңгеҙгә батырылыуы

Фирғәүен батшалығы юҡҡа сығыр алдынан, Аллаһу Тәғәлә Мусаға ярҙам итә. Үҙен аллаһ тип иғлан иткән ләғин батшаға Ябраил фәрештә килеп, уға еңел генә үҙ-үҙенә үлем хөкөмө сығарта.
Бер ваҡыт Ябраил матур итеп кейенгән кеше ҡиәфәтендә Фирғәүен янына килә. Батша унан ниндәй маҡсат менән килеүен һорай. «Минең бер ҡолома ҡарата фәтеүә1 сығарырға кәрәк», − ти Ябраил Һәм артабан аңлата: «Минең бер ҡолом бар. Мин уға күп байлыҡ, төрлө ниғмәттәр бүләк иттем һәм улар менән теләгәнсә файҙаланырға, йәне ни теләй, шуны эшләргә ирек бирҙем. Ләкин уға яҡшылыҡ күрһәткән һайын, ул миңә нығыраҡ ҡаршылаша. Ул үҙенә минең исемде алды һәм мин булып йөрөй, минән алған бөтә байлыҡ-ниғмәттәрҙе үҙенеке, тип иҫәпләй. Бындай ҡолға ниндәй яза тейеш?» «Үҙенең хужаһына баш бирмәгән ҡол − бик алама ҡол, − ти Фирғәүен, − уны дингеҙгә ырғытырға һәм батырып үлтерергә кәрәк − ул тик шундай язаға лайыҡ». Ябраил фәрештә Фирғәүендән был фәтеүәне үҙ ҡулдары менән яҙып биреүен һорай. Батша һорауҙы үтәй: сығарған ҡарарын үҙ ҡулдары менән ҡағыҙға яҙып, Ябраилға тоттора. Ябраил ҡағыҙ менән Мусаға бара, булғанды һөйләп бирә һәм, Аллаһ әмере буйынса, Исраил халҡы менән бергә был ерҙе ташлап китергә ҡуша.
Муса үҙ халҡына юлға әҙерләнергә ҡуша. Ул шулай уҡ уларға дүртәр ғаилә бер өйгә йыйылырға һәм, һарыҡ бәрәндәрен салып, уларҙың ҡаны менән Исраил улдарының йорт ҡапҡаларын буяп сығырға ҡуша. Муса, был төндә фәрештәләр килеп, копттарҙың йәш кешеләрен үлтерәсәктәрен, ә ҡан буялған ҡапҡаларға инмәйәсәктәрен белгән була. Аллаһҡа табыныусы ҡәүем пәйғәмбәр ҡушҡанса эшләй, ә мөшриктәр уларҙан көлә. Иртәнсәк күрәләр: копттарҙың бөтә йәш егеттәре үлгән. Уларҙың һаны − етмеш меңгә еткән. Египетлылар мәйеттәрҙе күмеү эштәре менән булашҡан арала, Муса Исраил ҡәүеме менән был ерҙе ташлап китә.
Алты йөҙ кешенең пәйғәмбәр менән киткәнен белгәс, копттар тауыш ҡуптара: Муса егеттәребеҙҙе үлтергән дә ҡасып киткән! Фирғәүен улар артынан ҡыуыр өсөн хисапһыҙ күп ғәскәр туплай.
Бынан алдараҡ беҙ, Йософтоң үҙен Шәмдә ерләргә васыят итеүе, әммә Мысыр халҡының пәйғәмбәрҙең кәүҙәһен үҙҙәрендә ҡалдырыуы тураһында бәйән иткәйнек. Муса үҙенең халҡы менән Мысырҙан киткәндә, Аллаһу Тәғәлә Йософтоң кәүҙәһен да алып китергә бойора. Ләкин ҡәберҙе табыуы еңел булмай. Улар пәйғәмбәрҙең ҡайҙа күмелгәнен белгән кешене оҙаҡ таба алмайҙар. Ниһайәт, ҡәберҙең ҡайҙалығын белгән туғыҙ йөҙ йәшлек ҡарсыҡты табалар. Әбей уларҙы Нил йылғаһына алып бара һәм ҡәберҙе күрһәтә, шунан улар Йософтоң кәүҙәһен ҡаҙып ала.
Йософтоң мәрмәр саркофаг эсенә һалынған кәүҙәһен алып, Муса һәм уның юлдаштары диңгеҙгә табан китәләр, сөнки Аллаһтың әмере шундай була. Диңгеҙ ярына килеп еткәс, улар Фирғәүен ғәскәренең ҡыуып етеп килеүен күрә. Алда − дингеҙ, артта − дошман, алға ла, артҡа ла юл юҡ. Исраил халҡы, өмөтһөҙлөккә бирелеп, Мусаның хаҡлығына шикләнә башлай. Муса уларҙы йыуата: «Аллаһ беҙҙең менән», − ти.
Аллаһу Тәғәләнән Мусаның күңеленә асыш килә: таяғы менән тулҡындарға һуғырға кәрәк! Пәйғәмбәрҙең шулай итеүе була, тау бейеклегендәге иҫ киткес ҙур тулҡындар араһында ун ике һуҡмаҡ барлыҡҡа килә. Исраил тоҡомоноң ун ике быуыны бер юлы һуҡмаҡтарға аяҡ баҫа. Муса бөтәһенән да алда бара, ә Һарун − иң арттан. Улар шулай, торналар тубылай теҙелешеп, Күлзүм (Ҡыҙыл диңгеҙ) аша атлап сыға.
Тәкәббер Фирғәүен ғәскәре менән йәшен тиҙлегендә диңгеҙ ярына килеп етә һәм, Мусаның үҙенең халҡы менән айырылған тулҡындар араһынан китеп барыуын күреп, улар артынан төшөргә уйлай. Ләкин уның аты, һыуға төшөргә ҡурҡып, артҡа сигенә. Шул саҡ алда бейәгә атланған Ябраил фәрештә пәйҙә була, Фирғәүендең айғыр аты бейә артынан атыла. Муса икенсе ярға барып сығыуға, мөшриктәрҙең бөтә ғәскәре диңгеҙ эсенә инеп китә. Уларҙың алдынан Ябраил бара, иң арттан − Микаил фәрештә. Шул рәүешле улар ғәскәрҙе мал һымаҡ ҡыуып алып баралар. Икегә айырылған дәү тулҡындар, бер-береһенә бәрелеп, ҡушыла башлай.
Ябраил Фирғәүенгә уның үҙ ҡулы менән яҙған хатын тоттора: «Уҡы», − ти. Фирғәүен, тексты уҡығас, үҙ-үҙенә хөкөм сығарғанын аңлай. Бер ниндәй ҙә ҡотолор әмәл юҡ, һәм ул, үлеме килеп еткәс, шәһәҙәт әйтә. Ябраил уға: «Нимә, һин, үҙеңде аллаһ тип атап, ғүмерең буйы иманһыҙлыҡта йәшәнең, хәҙер инде аҡылға килдеңме?» − ти. Батша шәһәҙәтте ҡабатлап өлгөрә алмай, фәрештә яуыздың ауыҙын балсыҡ менән ҡаплай.
Ләғин Фирғәүендең һәм уның ғәскәренең ғүмере шулай тамамлана. Ҡапыл килгән үлем уның батшалығын да, ғүмер буйы кеше ҡанын һурып йыйған байлығын да тартып ала. Муса һәм уның юлдаштары диңгеҙ тулҡындарының нисек итеп батша ғәскәрен тотошлай йотоуын үҙ күҙҙәре менән күрә, шуға ҡарамаҫтан, араларында Фирғәүендең батып үлеүенә шикләнеүселәр ҙә табыла. Шиктәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн, Аллаһу Тәғәлә Фирғәүендең тәнен шул килеш һаҡлай һәм уны дингеҙ ярына, уларҙың алдына, килтереп ташлай2.
Аллаһ Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Һинән һуң килеүселәргә билдә (һабаҡ, ғибрәт) булһын өсөн, бөгөн беҙ һинең кәүҙәңде ҡотҡарабыҙ. Ысынлап та, кешеләр араһында бик күптәр беҙҙең аяттарға иғтибарһыҙ» («Юныс» сүрәһе, 92-се аят).
Данлыҡлы Мысыр аҡһөйәктәренең береһе лә ҡалмай, уларҙы хатта ерләй ҙә алмайҙар. Йәштәрҙең бөтәһе лә үлә, ҡарттар, ҡатындар һәм балалар ғына ҡала. Уларҙың бар милке, байлығы Исраил улдарына ғәнимәт мөлкәте (трофей) булып ҡала. Улар Мусаның ысынлап та пәйғәмбәр икәнлегенә инаналар, һәм Аллаһтың уға ярҙам итеүе көн кеүек асыҡ була. Ләкин шунан һуң да ҡайһы берәүҙәр боттарға табынырға теләк белдерә: «Эй Муса! Беҙгә уларҙыҡы кеүек илаһ (һынташ) яһа әле», − тиҙәр. Был турала Ҡөрьәндә әйтелә (мәғәнәһе): «Беҙ Исраил улдарын диңгеҙ аша сығарҙыҡ. Шунда улар ботҡа табынған халыҡты осратты. Һәм улар әйтте: «Эй Муса! Һин беҙгә уларҙыҡы һымаҡ илаһ яһа». Ул: «Һеҙ − ысын мәғәнәһендә, шул тиклем наҙан (әҙәпһеҙ)», − тине».
Бер ваҡыт Ғәли әсхәбкә бер йәһүд килеп: «Пәйғәмбәрегеҙ Мөхәммәдтең ﷺ үлеменә егерме биш йыл да үтмәне, һеҙ бер-берегеҙҙе үлтерә башланығыҙ», − ти. «Эйе», − ти Ғәли, өммәтендә сабырлыҡ етмәү менән ризалашып, һәм өҫтәй: «Ләкин һеҙ ҙә бит, диңгеҙҙе кисеп сыҡҡанда, аяғығыҙға йәбешкән бысраҡ та кибеп етмәҫтән, Мусанан табыныр өсөн илаһ яһап биреүен һорағанһығыҙ». Йәһүд яуап итеп бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Бер ниндәй бәхәстә лә Аллаһ Ҡылысын3 − Пәйғәмбәребеҙҙең вариҫы Ғәлиҙе − еңә алыусы булмаған.
Шунан һуң Аллаһу Тәғәлә Мусаға үәхи ебәрә: илаһтарға табыныусы бер ҡәбиләне тәүхидкә саҡырыр өсөн, Шәмгә юлланырға бойора. Аллаһ әмеренә буйһоноп, Муса үҙенең халҡына юлға әҙерләнергә ҡуша, әммә тегеләр пәйғәмбәр артынан эйәрергә теләмәй, уның менән бәхәсләшә башлай: «Беҙҙе Фирғәүендән ҡотҡарҙың да, хәҙер эҫе ҡояш аҫтында, аҙыҡһыҙ-ниһеҙ юлға ҡыуаһың! Нисек итеп беҙ ҡатындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы, ҡарттарҙы, ауырыуҙарҙы юлға алып сығайыҡ? Был Фирғәүендең һәм копттарҙың иҙеүенән дә насарыраҡ», − тип төрлө сәбәп һәм һылтау табалар.
Исраил халҡы Мусаның ҡушҡанынан баш тартҡас, Аллаһ улар өсөн үәхи ебәрә: «Һеҙҙе ҡояш эҫелегенән болоттар һаҡлар, ризыҡ һеҙгә күктән төшөр. Мин һеҙҙе һыуға сарсатмам: таштарҙан һеҙгә таҙа һыу сығыр. Һеҙ арыуҙы һиҙмәҫһегеҙ. Хатта аяҡ һәм өҫ кейемдәрегеҙ ҙә туҙмаҫ».
Аллаһу Тәғәлә Исраил улдарына, атай кеше үҙ балаһына ҡарағандай, мәрхәмәт менән ҡарай, әйтерһең дә, Уға уларҙан нимәлер кәрәк, йомшаҡ телмәре менән уларҙың ризаһыҙлығын таратып ебәрә. Ырыу халҡы, вәғәҙә ителгән шарттарға ризалашып, Муса менән бергә юлға сыға. Улар юлда бер ниндәй ауырлыҡ һәм мохтажлыҡ кисермәй, нимә кәрәк, бөтәһе лә була.
Шунан һуң улар, джаббариндар (алпамышалар) ҡалаһына разведкаға барыр өсөн, ун ике кешене һайлайҙар. Муса уларға урындағы халыҡ тураһында бөтәһен дә белешергә ҡуша. Улар Арих ҡалаһына еткәс, бер алпамыша уларҙы күреп ҡала һәм яндарына килә, артабан, быларға юл күрһәткән булып, туп-тура уларҙы үҙҙәренең халҡына алып ҡайтып тапшыра. Был халыҡ Исраил тоҡомонан ике тапҡырға эрерәк була.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
________________________________________
1 фәтеүә − шәриғәт буйынса ҡарар.
2 Фирғәүендең мумияһы әлеге көндә Лондон музейында (British Museum) һаҡлана. Ғалимдар бәлзәмләнмәгән кәүҙәнең нисек серемәйсә һаҡланыуына әлегәсә яуап таба алмай. Хатта мәйеттең тәнендәге сәстәре лә шул килеш һаҡланған, уның хатта, ғәҙәттәге мумияларҙан айырмалы, эске ағзалары ла алынмаған.
3 Ғәли әсхәбте шулай тип атағандар.
Әлфиә Батталова тәржемәһе
СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН