Шөғәйеп пәйғәмбәр ҡиссаһы

Шөғәйеп пәйғәмбәр ҡиссаһы

Шөғәйеп пәйғәмбәр ҡиссаһы

Шөғәйеп пәйғәмбәр тураһындағы ҡисса «Хәзин», Ғараис», «Әҫ-Ҫәүи», «Бәдәғи» китаптарына таянып яҙылды. «Ғараис»та әйтелеүенсә, Шөғәйептең ысын исеме сирйән телендә − Йәтрун. Шөғәйептең әсәһе Лут пәйғәмбәрҙең ҡыҙы була, атаһы − Йәшжәр улы Микәил (Микәилдең атаһы Мәдйән, Мәдйәндең атаһы Ибраһим ) була.

 

Аллаһу Тәғәлә Шөғәйепте Мәдйән ҡалаһы халҡына (Мәдйәндең тоҡомдарына) ебәрә.

Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Мәдйән оҙаҡ йәшәй. Уның ҡатыны ғәмәлиҡтәр1 нәҫеленән була. Ул Мәдйәнгә дүрт ул таба. Улар үҫеп, ғаилә ҡорғас, балалары тыуа, ырыу ҙурая. Ғәмәлиҡтәрҙең күбәйеүе Мәдйәнде ҡурҡыта. Ул аҡһаҡалдарҙы кәңәшкә йыя. Кәңәшләшкәндән һуң, улар, ғәмәлиҡтәрҙән һаҡланыр өсөн, яңы ҡала төҙөргә булалар. Ҡаланы төҙөп бөткәс, олаталары хөрмәтенә уға Мәдйән исемен бирәләр.

Ҡалала Аллаһҡа күп итеп ғибәҙәт ҡылыусы Сәнғүн исемле кеше була. Ул ғәмәлиҡ ырыуы ҡыҙына өйләнә. Уларҙың улдары тыуа, уға Йәтрүн тип исем ҡушалар. Ләкин халыҡ уны Шөғәйеп тип атай. Сөнки Сәнғүн, улы бәрәкәт менән үҫһен өсөн, гел генә Аллаһу Тәғәләгә: «Аллаһүммә бәрик ли фи шүғәйби», − тип доға ҡылған. «Шүғәйби» һүҙенән халыҡ уны Шөғәйеп тип йөрөтә башлай. Күрәһең, Аллаһ Сәнғүндең доғаһын ҡабул итә − Шөғәйепкә пәйғәмбәрлек бирелә.

Атаһы вафат булғас, Шөғәйеп уның урынын ала. Ул ваҡытта ғибәҙәттә унан да нығыраҡ тырышлыҡ һалыусы, унан да күберәк яҡшылыҡ ҡылыусы, уның кеүек изге күңелле кеше булмаған. Мәдйән халҡы иһә сауҙагәр була. Улар күпләп иген һатып ала ла, уға хаҡ артмай тороп, уны һатыуға сығармаған, хаҡ артҡас ҡына һата башлаған. Әйтеүҙәренсә, Мәдйән халҡы иктикәр2 эшләүсе тәүге халыҡ булған. Шулай уҡ уларҙың ике төрлө үлсәүе булған: ҙур һәм бәләкәй. Ҙуры менән һатып алғанда ҡулланғандар, ә бәләкәйе менән − үҙҙәре һатҡан саҡта. Һатҡан саҡта, үлсәп еткермәгәндәр, һатып алғанда − арттырып үлсәгәндәр. Йәғни, ике осраҡта ла халыҡты алдағандар. Шөғәйеп һатыу эшенә ҡыҫылмаған. Ул атаһынан мираҫҡа ҡалған малдарҙы көткән һәм Аллаһҡа итәғәт иткән.

Бер ваҡыт, Шөғәйеп ғибәҙәттә булғанда, уға таныш булмаған бер кеше килә, сәләм биргәндән һуң, былай ти: «Һин яҡшы кешеһең, шуға күрә һинең менән һөйләшергә килдем». Шунан ул үҙенең йөҙ үлсәм он һатып алыуын, әммә уға егерме үлсәм еткермәй биреүҙәрен әйтә. Ҡыйын хәлдә ҡалған был ят кеше Шөғәйептән ярҙам һорай. Пәйғәмбәр уның менән сауҙагәрҙәр янына бара һәм уларға һатып алыусы менән улар араһында булған хәлде һөйләй. Ләкин тегеләр Шөғәйепте тыңларға ла, килгән ҡунаҡҡа етмәгән тауарҙы ҡайтарып бирергә лә теләмәйҙәр. Етмәһә, оятһыҙ рәүештә, арттырып һатып алыу һәм еткермәй һатыу − бындағы күптәнге ҡағиҙә, тиҙәр. Пәйғәмбәр уларға, бындай сауҙаны Аллаһ ҡушмаған, тип яуап бирә.

Шөғәйеп сауҙагәрҙәрҙең ҡунаҡҡа етмәгән игенде ҡайтарып бирергә тейешлектәре хаҡында ҡаты һөйләшеү алып барғанда, уның янына кеше ҡиәфәтендә Ябраил фәрештә килә һәм уның менән иҫәнләшә. Пәйғәмбәр уның сәләменә яуап бирә, шунан: «Һин кем?» − тип һорай. Ябраил үҙенең кемлеген әйтә һәм Шөғәйепкә Мәдйән һәм Әйкә халҡын тәүхидкә (бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға) саҡырырға ҡушылыуын әйтә.

Аллаһу Тәғәләнән әмер алыу менән Шөғәйеп, Мәдйән һәм Әйкә халҡын йыйып, мәжүсиҙәрҙе Исламға саҡыра башлай, Ғаләмдәр Раббыһынан башҡа бүтән заттарға табынырға ярамай, ти ул. Һатыу иткәндә, еткермәй үлсәү − харам икәнлекте аңлата һәм Аллаһ исеменән бының бәләгә килтереүе менән янай. Әммә был кешеләр үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡалған ғәҙәт-йолаларҙан һәм үҙ диндәренән баш тартмаясаҡтарын әйтәләр.

Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): «Мәдйән халҡына уларҙың туғаны Шөғәйепте (ебәрҙек). Ул әйтте: «Эй халҡым! Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Унан башҡа бер ниндәй илаһ юҡ! Раббығыҙҙан һеҙгә асыҡ аят килде. Иҫәп менән үлсәмде дөрөҫ башҡарығыҙ. Кеше әйберенә ялған юл менән зарар итмәгеҙ. Ер йөҙөн төҙөкләндергәндән һуң, унда боҙоҡлоҡ таратмағыҙ. Иманлы булһағыҙ, үҙегеҙгә хәйерле» («Кәртәләр» сүрәһе, 85-се аят).

Ул көндө оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, улар таралыша, артабан тағы өс көн осрашалар. Ләкин был орашыуҙар ҙа бер нимә лә бирмәй, ҡаршы фекерҙәр көсәйә генә. Шунан һуң улар Шөғәйеп менән бергәләп ил башлыҡтарына китә. Мәдйән һәм Әйкәлә идара итеүсе хакимдар: Әбү Джәдхәүз, Кәлмән, Сәғфәс, Ҡарашат − бер тауыштан үҙҙәренең илаһтарын яҡлап, уларға ҡағылмаҫҡа ҡушалар. Ҡорайыштар башлығы Ғүтбә Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ, Исламды таратыуҙан баш тартһын өсөн, власть һәм байлыҡ тәҡдим иткән кеүек, был мәжүси батшалары ла Шөғәйепте үҙҙәре янында ҡалырға саҡыра, байлыҡ һәм власть вәғәҙә итәләр. Әммә Шөғәйеп уларҙы ярты һүҙҙә туҡтата (Мөхәммәд ﷺ Ғүтбәне туҡтатҡан кеүек) һәм уларға Нух, Һуд, Сәлих, Ибраһим һәм Лут халыҡтарына килгән бәләләр тураһында һөйләй.

Шунда Кәлмән, урынынан тороп, былай ти: «Әгәр һин һөйләгәндәр хаҡ булһа, әйҙә күктең бер киҫәген беҙҙең өҫкә төшөр, һәм беҙ табынған боттар (һынташтар) һөйләшә башлаһын. Әгәр улар һиңә ышанһа һәм һинең хаҡлығыңды раҫлаһа, беҙ бер һүҙһеҙ һиңә эйәрербеҙ». Аллаһ илсеһе һындар янына килә лә һорай: «Кем һеҙҙең Раббығыҙ? Мин кем?» − бар халыҡ Шөғәйеп менән бергә ни булырын көтә башлай. Шул саҡ таш һындар асыҡ итеп: «Беҙҙең Раббыбыҙ − бар Ғаләмде Яратыусы Аллаһу Тәғәлә, ә һин, Шөғәйеп, − Аллаһтың илсеһе», − тиҙәр һәм баштарын аҫҡа эйәләр.

Ләкин кешеләргә был ғына аҙ тойола, улар һүҙҙәрендә тормай. Улар, әлбиттә, боттарҙың Шөғәйептең хаҡлығына шаһитлыҡ ҡылыуын көтмәгән була. Шул мәлдә Аллаһу Тәғәлә уларға көслө дауыл ебәрә, һәм кешеләр, өйҙәренә ҡасып, һәләкәттән саҡ ҡотолоп ҡала.

Ул көндө күптәр Шөғәйеп артынан эйәрә, Аллаһтың берлеген таный. Был Әбүджәдкә оҡшамай. Ул яңы динде ҡабул итеүселәрҙе ҡурҡыта, янай башлай. Ләкин Шөғәйеп уларҙы тынысландыра, ҡурҡмаҫҡа ҡуша. Әбүджәд, ярҙамсыларын саҡырып, һуғыш асырға ғәскәр туплай башлай. Быларҙың хаҡ юлға баҫыуына өмөтө өҙөлгән Шөғәйеп, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, был ырыуға ҡарата доға ҡыла. Ошо сәғәттә үк эҫе ел иҫә. Уның эҫелегенә сыҙамай, кешеләр өйҙәрендәге баҙ, подвалдарға төшөп ята.. Шунан Аллаһу Тәғәлә уларға үлемесле итеп тешләшә торған себендәр ебәрә. Был хәл мәжүсиҙәрҙе Шөғәйепте онотоп торорға мәжбүр итә, сөнки хәҙер уларҙа дошманлашыу ҡайғыһы булмай.

Ошонан һуң Аллаһ уларға ҡот осҡос дауыл ебәрә. Кешеләр ҡайҙа ҡасырға белмәй, йүгерешәләр. Шөғәйеп улар артынан: «Ҡасып ҡотола алмаҫһығыҙ, тәүбәгә килегеҙ!» − тип ҡысҡыра. Ләкин улар һаман ҡаршылаша һәм: «Беҙ һиңә лә, һинең Аллаһыңа ла ышанмайбыҙ. Күпме бәлә килһә лә, барыбер ышанмаясаҡбыҙ, әйҙә арттыр язаңды!» − тиҙәр.

Шунан был ырыуҙы ҡара болот уратып ала, бөтә донъя улар өсөн дөм ҡараңғы зинданға әйләнә. Шунда уҡ уларҙы түҙгеһеҙ эҫелек өтә башлай. Аллаһтың асыуы шулай төшә был халыҡҡа. Шөғәйеп пәйғәмбәргә, иманға килеүселәр менән бергә был урындан китергә, тигән вәхи килә. «Ә хәҙер улар өсөн Минең язамдың ниндәй икәнен ҡара», − ти Аллаһ пәйғәмбәргә. Ҡара болот үҙенең түҙеп торғоһоҙ эҫелеге менән мәжүсиҙәрҙе бауырҙарына үтеп яндыра − улар Тамуҡҡа инмәҫ борон уҡ тамуҡ ғазабын кисерә. Шул саҡ, ер һәм күктәрҙе тетрәтеп, Ябраил фәрештәнең тауышы яғырай, был тауыштан уларҙың ғазабы тағы ла көсәйә, һәм бер кем дә тере ҡалмай.

Шөғәйеп һәм уның артынан эйәреүселәр был хәлдең бөтәһен дә күреп тора, уларға иһә был бәлә бөтөнләй ҡағылмай. Бынан һуң Аллаһҡа иман килтергәндәр өсөн тыныс матур тормош башлана. Шөғәйеп үҙенең ғаиләһе менән ҡартайғансы Мәдйән ҡалаһында бәхетле ғүмер кисерә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн сауҙала алдашыу ғәҙәти хәлгә әйләнеп китте. Әйтерһең дә, Мәдйән ырыуы яңынан тыуған. Шуны белегеҙ, һатыуҙа кемде алдағанһығыҙ, Ғәрәсәт3 майҙанында ул һеҙҙән юғарыла торасаҡ, һәм үлсәп еткерелмәгән һәр грамм өсөн һеҙҙән килограмлап хаҡ түләтәсәктәр. Һуң булмаҫ борон тәүбәгә килегеҙ. Аллаһу Рахмән − тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, гонаһтарҙы кисереүсе.

Раббыбыҙ Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Шәриғәт сиктәрен аңламағандарға аң бирһен һәм хаҡ динебеҙ − Исламға килергә ярҙам итһен!

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

______________________________________

 

1 Ғәмәлиҡтәр − Нух пәйғәмбәрҙең Сәм исемле улының улы Ғәмлиҡтән таралған ҡәбилә халҡы.

2 Иктикәр − спекулянтлыҡ; хаҡ артҡанға тиклем игенде һатыуға сығарыуҙы монополь рәүештә тотҡарлау.

3 Ғәрәсәт – Ҡиәмәт көнөндә халыҡ баҫып торған урын (Мәхшәр майҙаны)

 

 

СӘЙЕТ ӘФӘНДЕ ӘЛ–ЧИРКАВИҘЫҢ “ПӘЙҒӘМБӘРҘӘР ТАРИХЫ” КИТАБЫНАН

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...