Мөшриктәрҙең мосолмандарҙы йәберләүе

Мөшриктәрҙең мосолмандарҙы йәберләүе

Мөшриктәрҙең тәүге мосолмандарҙы нисек итеп эҙәрлекләүҙәре һәм төрлөсә язалауҙарын белгәс, хаҡ диндәгеләр күҙ йәштәрен тыя алмай. Бигерәк тә ярлы һәм яҡлаусыһыҙ кешеләргә ауыр була.

 

Умая ибне Хәләф үҙенең ҡоло Билал ибне Рабахты төрлө язалар менән интектерә. Эҫе көндә Умая уны ут ҡеүек ҡыҙған ҡомға ятҡыра ла күкрәгенә ауыр таш һала һәм: «Әгәр Мөхәммәдтән ﷺ баш тартмаһаң, үлгәнсе ошонда ятасаҡһың», − ти. Ләкин Билал, уны күпме генә ғазапламаһындар, «Бер! Бер!» (йәғни «Аллаһ бер!») тигәнде ҡабатлауҙан туҡтамай.

Был хәлгә бер ваҡыт Әбүбәкер шаһит була. Ул шунда уҡ Билалды һатып ала һәм Аллаһ ризалығы өсөн уны ҡоллоҡтан азат итә. Ул шулай уҡ, ислам ҡабул иткәне өсөн, мәжүсиҙәр тарафынан быуып алынған Әмир ибне Фухайраны һатып ала һәм азатлыҡ бирә.

Тәүге мосолмандар араһында тимерсе Хәббәб ибне Арат та була, уны Мөхәммәдкә ﷺ пәйғәмбәрлек килгәнгә тиклем үк әсирлеккә алған булалар. Мәжүсиҙәр уны ҡот осҡос ғазаптарға дусар итә: исламдан баш тартыуын талап итеп, арҡаһына ҡыҙған тимер менән баҫалар. Ләкин ул үҙ һүҙендә ныҡ тора. Ахырҙа, уны бәйләп, ҡыҙыу күмер өҫтөнә һалалар һәм эсенә баҫып һикерергә тотоналар.

Бай ҡорайыш ғаиләһендә үҫкән Сәғид ибне Халид бер ваҡыт төш күрә: атаһы уны Тамуҡҡа табан һөйрәгәндә, Пәйғәмбәр ﷺ уны ҡотҡара. Ошонан һуң Сәғид исламды ҡабул итә. Атаһы уны, Мөхәммәд ﷺ диненән баш тарт, тип, таяғы һынғансы туҡмай. Аҙаҡ һарайға бикләп ҡуя, бер нсә көн ашарға бирмәй. Әммә Сәғид Мөхәммәдтән ﷺ һәм уның диненән баш тартмай. Ярһыған атай улына: «Мин һине башҡаса ашатмаясаҡмын, − ти. Сәғид: «Аллаһ кешеләрҙе ашата», − ти.

Иманға килгән Ғоҫман ибне Ғаффанды атаһы менән бер туған ағаһы пальма япраҡтарынан эшләнгән септәгә төрөп, төтөнгә тонсоҡһон өсөн, аҫтына ут яға. Бай ғаиләлә үҫкән Мусғәб ибне Ғүмәйр ҙә ислам динен ала. Әсәһе, был турала белгәс, уны өйҙән ҡыуып сығара, Мусғәб бер нимәһеҙ урамда тороп ҡала.

Ғәммәр ибне Йәсир һәм уның ата-әсәләре лә ислам ҡабул итә. Бының өсөн Әбүджәһил үҙенең фекерҙәштәре менән уларҙы Мәккә ситенә сығаралар ҙа ҡыҙған ҡомға һалып, оҙаҡ язалайҙар. Быны күргән Пәйғәмбәр ﷺ: «Эй Йәсир ғаиләһе, түҙегеҙ, ысынында, һеҙгә Ожмах вәғәҙә ителгән», − ти.

Ғазаптарға түҙә алмай, Йәсир йән бирә, һәм ул ислам тарихында дине өсөн шәһит булған беренсе кеше була. Уның ҡатыны ла Әбүджәһил ҡулынан һәләк була һәм ислам дине юлында шәһит киткән беренсе ҡатын була. Уларҙың улдары Ғәммәрҙе боттарҙы (һынташтарҙы) таныуын талап итеп, һыуға батыралар. Ғәммәр түҙмәй, улар теләгән һүҙҙе әйтә. Ул шунда уҡ Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ йүгереп килә, илай-илай тәүбә итә һәм, булған хәлде һөйләп бирә. Ҡайһы берәүҙәр, Ғәммәр мөртәткә әйләнгән (диненән баш тартҡан), тиҙәр. Ләкин Аллаһ Рәсүле ﷺ уның тураһында: «Ул башынан үксәһенә тиклем иман менән (Аллаһҡа ышаныс менән) тулы», − тигән.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...