Байрам итеү әҙәбе

Байрам итеү әҙәбе

“Мәжлес” һүҙе ғәрәп теленән “жәләсә” (ултырыу, бергә булыу) ҡылымынан “бергә, күмәкләп ултырыу өсөн ойошторолған урын; йыйылыш, кәңәшләшеү, хөкөм урыны” мәғәнәлә тәржемә ителә.“ Иң беренсе булып ҡунаҡ ҡабул итеүсе Аллаһу Тәғәләнең дуҫы – Ибраһим пәйғәмбәр (ҡушаматы “Әбү Ҙайфән” (ҡунаҡтарҙың атаһы) булған” (Бәйһәҡи).

Мәжлес үткәреү (ҡунаҡ саҡырыу, һыйлау, оҙатыу) әҙәбе:

– Мәжлес йыйғанда ниәттең дөрөҫ булыуы шарт, йәғни ниәт менән ғәмәл тап килергә тейеш. (Мәҫәлән, никах уҡытыуға мулла саҡырылған мәжлескә, мулла сығып китеү менән өҫтәл түренә “ҡәҙерле, көтөп алынған” араҡы менеп ултыра. Был вәғәз һөйләп, изге теләктәр теләп доға ҡылған мулланы, шулай уҡ Аллаһу Тәғәләне “алдарға” маташыу кеүек килеп сыға).

– Ҡунаҡтарҙы һыйларға ашһыу әҙерләгән кеше тәһәрәтле йәки ғөсөллө булырға һәм эште “Бисмилләһиррахмәниррахим” тип башларға тейеш. Аш-һыу әҙерләгәндә ҡулдарҙы йыуғандан һуң ҡалған һыу тамсылары кәстрүл йәки сәйнүк эсендәге ашһыуға тамырға тейеш түгел. – Ҡунаҡҡа тик бай, абруйлы, файҙа килтерерҙәй генә кешеләрҙе саҡырыу түгел, ә киреһенсә, ярлыларҙы, мохтаждарҙы, шулай уҡ дин тотҡан, тәҡүә кешеләрҙе саҡырыу сауаплылыр. Бигерәк тә ифтар (ауыҙ асыу) мәжлестәренә ураҙа тотҡан кешеләрҙе генә саҡырып һыйлау бик сауаплы. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында күршенең булыуы яҡшы тигән Пәйғәмбәребеҙ e үҙенең хәҙисендә.

– Хужа кеше ҡунаҡтарҙы үҙ балаларына бер нәмә лә ҡалмаҫлыҡ итеп һыйларға тейеш түгел, ә үҙ хәлеңә ҡарап һыйлау зарур. Ҡунаҡтар алдында йомартлылыҡ күрһәтеү яҡшы, ләкин маҡтаныу булырға тейеш түгел. – Ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ, хөрмәт менән ҡаршы алыу.

– Ҡунаҡтан ниндәйҙер эш эшләүен һорау – әҙәпһеҙлек. – Һуңлап киләсәк кешене оҙаҡ ваҡыт көтөп ултырыу ярамай, ә ҡунаҡтарҙы көттөрмәй ризыҡ бүлә башлау – хөрмәт билгеһе.Бигерәк тә Рамаҙан айында ифтар ваҡыты етеү менән аш-һыу бүлә башлағанда ашығыу кәрәк. Был турала Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: “...Оҙаҡҡа һуҙмайынса, Ибраһим майҙа бешерелгән боҙауҙы ҡунаҡтар алдына алып килде” (11:69).

-Мөмкинселек булһа, ҡунаҡтарҙың ҡулын тасҡа йыуҙыртыу. Хужа йәки хужабикә ҡунаҡҡа бындай хөрмәтте күрһәтһә – бик сауаплы эштер. – Ҡунаҡтарға ултырыр урындарҙың етерлек булыуы: “Урындарығыҙҙы күбәйтеүегеҙ – хәйерлерәк” (Әбү Дәүд). Ҡунаҡтар ултырасаҡ урындарға саф ебәктән тегелегән түшәктәр йәйергә ярамай.

– Мөмкинлек булһа (йорт бәләкәй, ҡыҫынҡы булмаһа), ҡунаҡтарҙы айырым ултыртыу (ир-егеттәр һәм ҡатынҡыҙҙарҙы айырым өҫтәл йәки бүлмәләрҙә ҡунаҡ итеү). Әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, ирҙәр өҫтәлдең түренән аят уҡыясаҡ кешенең (имам, мулла) янына ултыралар. Ир-егеттәр урынлашып бөткәс, ҡатын-ҡыҙҙар урын ала. Сит ҡатын янына ҡатындың ире, шулай уҡ атаһы, олатаһы, улы, ейәне, ир бер туғаны, ир йәки ҡыҙ бер туғанының ир балалары ғына ултыра ала. – Аят уҡыласаҡ мәжлестәрҙә ғәүрәттәрҙе ҡаплау, сөнки ғәүрәт урындар ҡаплы булмаған аят мәжлесенә фәрештәләр инмәй һәм ҡылған доғалар ҡабул ителмәй. Был ҡағиҙә бигерәк тә ҡатынҡыҙға ҡағыла, сөнки ҡатынҡыҙҙың йөҙө һәм ҡул суҡтарынан башҡа урындары ғәүрәт һанала. Ә ир-егеттең аят уҡығанда башына түбәтәй кеймәүе гөнаһ һаналмай, кейһә, сауап ҡына буласаҡ. – Аят уҡыған, вәғәз һөйләнгән ваҡытта тыңламай шаулап йәки һөйләшеп ултырыу ярамай: “Ҡөрьән уҡылғанда, өндәшмәй генә тыңлап ултырығыҙ...” (7:204).

Аят уҡығанда, вәғәз һөйләгәндә тыңламай шаулап ултырған хужаларҙың аят мәжлесен Аллаһу Тәғәлә ҡабул итмәй. Аят уҡыған ваҡытта күҙҙәрҙе аҫҡа төшөрөп, тыныс ҡына, артыҡ хәрәкәттәр эшләмәй генә тыңлап ултырыу кәрәк. – Мәжлестә муллаға сәйер һәм кәрәкмәгән һорау бирмәҫкә, ә фәҡәт дингә ҡағылышлы ғына һорауҙар биреү.

– Ҡунаҡтарға Пәйғәмбәребеҙ ҡулланыуҙан тыйған алтынкөмөш һауыттарҙа аш-һыу бирмәү. -Ҡунаҡтарға тип әҙерләнгән ашһыуҙы өҫтәлгә аят уҡыр алдынан алдан уҡ ҡуйыу бик бәрәкәтле, файҙалы, сөнки аят аш-һыу өҫтөнә уҡыласаҡ, йәғни аят уҡылған аш-һыуҙан уны ашаған кешегә шифаһы була һәм фәрештәләр йорт кешеләре өсөн Аллаһу Тәғәләнән ярлыҡауҙы һорап доға ҡылалар.

– Ризыҡты уң яҡтан, йәғни аят уҡыусы кешенән башлап һәм уның уң яғынан бүтән ҡунаҡтарға өләшергә. Әгәр ҡунаҡтар араһында йәше яғынан өлкән йәки хөрмәткә лайыҡлыраҡ кеше булһа, унан алда ашай башламау. – Аш (ит, һалма, икмәк һ.б.) кеүек ауыр, оҙаҡ эшкәртелгән һәм һеңдерелгән аҙыҡтарҙы ашар алдынан иң тәүҙә емеш-еләк ашау.

Фәнни асыш:

ғалимдар Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисен раҫлай: ас ҡарынға ашалған татлы емеш-еләкте (финик, алма, банан һ.б.) организм тиҙ һәм еңел һеңдерә, организм энергия, көс менән тәьмин ителә, күҙҙең күреү һәләте арта, шулай уҡ йөрәккә файҙалы йоғонто яһай. Ә ауыр эшкәртелгән ризыҡ ашҡаҙанда әсей, боҙола башлай һәм шул сәбәпле ауыҙҙан насар еҫ килеп кешегә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. – Ризыҡты (ит, ҡамыр аштары һ.б.) үҙеңә яҡыныраҡ торғанды алып ашау. Был әҙәп ҡағиҙәһе емеш-еләккә ҡағылмай, уны ҡайһы яҡтан алып ашаһаң да мөмкин, тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. – Ашап-эскәндә һөйләшеп ултырыу мөмкин, ләкин ғәйбәт һөйләү тыйыла, был ҙур гөнаһтарҙың береһе (Мүслим). Ғәйбәт һөйләнгән мәжлесте Аллаһу Тәғәлә ҡабул итмәй. – Ҡунаҡтарҙың нисек ашапэсеп ултырғандарын ҡарап тороу әҙәпһеҙлек булып һанала. – Ҡунаҡтарҙы харам ризыҡтар менән һыйламау. Сөнки кешенең ҡырҡ көн буйына ҡылған доғаһы ҡабул булмаҫ, тигән Пәйғәмбәребеҙ (Мөслим. Табәрани. Бәйһәҡи. Хәким).

Фәнни асыш:

ғалимдар кешенең организмы иҫерткес эсемлектәрҙән ҡырҡ көнгә тиклем таҙара тигән асыш менән пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисен раҫлағандар. – Уртаҡ (уратаға ҡуйылған) табаҡтан күмәкләп ашағанда ситенән алып ашарға, ә уртаһынан алып ашамағыҙ, шул ваҡыт ашығыҙ бәрәкәтле булыр тигән Пәйғәмбәребеҙ (Әбү Дәүд. Тирмиҙи). – Тешләнгән аҙыҡ өлөшөн кире дөйөм һауытҡа һалыу тыйыла. – Хужа ҡунаҡтарына ашап-эсеп ултырырға тәҡдим итә, ләкин артығын көсләшеп ҡыҫтарға тейеш түгел. – Яулыҡ, хижәб кейгән һәм үҙен әҙәпле тотҡан хужа ҡатыны ҡунаҡтарҙы һыйлай ала. – Ҡатын-ҡыҙ, ире рөхсәт итмәһә, һәм ире өйҙә булмағанда, ҡунаҡ саҡырырға тейеш түгел. – Ҡунаҡты ҡапҡаға тиклем оҙата сығыу – сөннәттең бер өлөшө.

ӘМИНӘ НОҒОМАНОВА-ҒӘЗИЗОВА,

“Тәҡүә” мәсетенең мөғәллимәһе, Сибай ҡалаһы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...