Мөхәммәдтең ﷺ бабаһы Хәмзәнең
ислам ҡабул итеүе
Пәйғәмбәрлек ﷺ килгәнгә алтынсы йыл китә. Ҡорайыштар ни тиклем ҡаршылыҡ күрһәтмәһен, Аллаһтың дине телдән-телгә, йөрәктән-йөрәккә күсеп тарала. Бер ваҡыт Аллаһ дошманы Әбүжәһил Сафа тауы эргәһенән үтеп барғанда, Пәйғәмбәрҙе ﷺ осрата һәм уны төрлөсә мыҫҡыллай башлай. Пәйғәмбәр ﷺ тыныс ҡына тыңлай һәм уға бер нимә тип тә яуап ҡайтармай. Әбүжәһил туйғансы Пәйғәмбәрҙе ﷺ әрләй, уға насар һүҙҙәрен түгә лә, ҡәнәғәтләнеп, Ҡәғбә янына йыйылған ҡорайыштар янына барып ултыра.
Бер ҡатын был хәлгә осраҡлы шаһит була. Шунда ул, яурынына йәйәһен аҫып, һунарҙан ҡайтып килгән Хәмзәне күреп ҡала һәм уға: «Һинең ағайыңдың улы Мөхәммәдте ﷺ Әбүжәһил шундай кәмһетте, мыҫҡыллап, әшәке һүҙҙәр әйтте. Әгәр һин бында булһаң, түҙеп тора алмаҫ инең», − ти.
Быны ишеткәс, асыуы ҡабарған Хәмзә Әбүжәһилде эҙләп китә һәм Ҡәғбә янында килеп таба. «Әле һин минең ағайымдың туғанын йәберләнеңме, мин дә уның динендә була тороп?!» − тип ҡысҡырып ебәрә лә Әбүжәһилдең башына ҡанатҡансы йәйәһе менән тондора. Ләкин Әбүжәһил, ҡорайыштар яҡлашырға килеп еткәс: «Хәмзәгә теймәгеҙ», − ти. Аҙаҡ тегеләргә аңлата: «Мин юрый Хәмзәне яҡлаштым, сөнки, әгәр ул исламды ҡабул итһә, Мөхәммәдтең ﷺ көсө ныҡ артасаҡ», − ти.
Шул көндө иң батыр ҡорайыштарҙың береһе Хәмзә ибне Әбделмотталиб ислам ҡабул итә. Аллаһ Рәсүленең ﷺ Әбүжәһилгә яуап бирмәүенең хикмәте була был.
Ғүмәр ибне Хаттабтың ислам ҡабул итеүе
Бер ваҡыт ҡорайыштар йыйылыш йортонда Мөхәммәдтең ﷺ дине менән нисек көрәшеү тураһында фекер алышырға йыйыла. Бөтәһе лә, берҙән-бер юл − Мөхәммәдте ﷺ физик яҡтан юҡ итеү, тип иҫәпләй. Әммә, икенсе яҡтан, улар, Хәшим тоҡомдары үҙҙәренең кешеһен үлтергән өсөн үс алыр, тип ҡурҡа. Шуғ күрә бер кем дә бындай яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға теләмәй. Ниһайәт, араларында иң көслө һәм мөһабәт кәүҙәле Ғүмәр ибне Хаттаб, Мөхәммәдте ﷺ үҙем үлтерәм, ти. Ҡорайыштар төрлөсә, бары һин генә беҙҙең илаһтарыбыҙҙы мәсхәрәләгәндең үсен ҡайтара алаһын, тигән һүҙҙәр менән уны дәртләндерә.
Ҡылыс тотоп алған Ғүмәр, ҡыйыу атлап, Арҡамдың өйөнә йүнәлә, юлда уға Нуғайм ибне Ғабдуллаһ осрай. Ғүмәр уға Мөхәммәдте үлтерергә теләүен әйтә. Нуғайм: «Хашимдарҙың үсенән нисек ҡотолорһоң?» − тип һорай. Ғүмәр: «Һин дә ҡорайыштар диненә хыянат итеүсе икәнһең!» − тип ҡысҡырып ебәрә. Нуғайм быға көлөмһөрәп кенә, һин башта үҙеңдең һеңлең менән кейәүеңә ҡара, ти.
Фатима һеңлеһе менән кейәүенең ислам ҡабул иткәндәрен белмәгән Ғүмәр, уларға китә. Был ваҡытта кейәүенең өйөндә Хаббаб ибне Аррат «Та һа» сүрәһенең аяттарын уҡыған була. Ғүмәрҙең яҡынлашҡанын ишетеп, Хаббаб икенсе бүлмәгә йәшенә. «Ниндәй тауыш ишеттем мин өйөгөҙҙән?» − ти Ғүмәр. Икебеҙ һөйләшкәнде ишеткәнһеңдер, тиҙәр былар. Ғүмәр ҡысҡырып ебәрә: «Бәлки, һеҙ ҙә динегеҙҙән баш тартып, мөртәткә әйләнгәнһегеҙҙер?» «Эй Ғүмәр, әгәр хәҡиҡәт һинең динеңдә булмаһа, ни тиерһең?» − тип һорай унан кейәүе. Ҡыҙыу ҡанлы Ғүмәр, йоҙроҡланып, кейәүенә ташлана. Фатима ағаһын иренән айырырға тырышып, уны тартҡылай башлай, Ғүмәр, ҡыҙған килеш, һеңлеһенә һуғып ебәрә, Фатиманың бите буйлап ҡан ағып китә. Ул әсенеп ағаһына: «Эй Ғүмәр, әгәр хәҡиҡәт һинең динеңдә булмаһа, ул саҡта нимә? Һин хатта беҙҙең башыбыҙҙы сабып өҙһәң дә, беҙ динебеҙҙән баш тартмайбыҙ! Мин шаһитлыҡ ҡылам: Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәд ﷺ − Уның Илсеһе! − ти. Һеңлеһенең йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре Ғүмәрҙе айнытып ебәрә. Асыуы һүрелеп, әлеге ҡыланышы өсөн үкенеп, ул: «Әле уҡыған ҡағыҙ төргәген бирегеҙ әле миңә», − ти. Фатима: «Уны тәһәрәтле килеш кенә ҡулға алырға мөмкин. Бар, тәһәрәтлән», − ти. Ғүмәр тулы тәһәрәт ала һәм, төргәкте ҡулына алып, уҡый башлай. Сүрәне уҡып сыҡҡас: «Бынан да гүзәлерәк һүҙҙәрҙе бер ҡасан да ишеткәнем булманы!» − ти.
Яңы тойғолар менән тулышҡан Ғүмәр Арҡамдың өйөнә йүнәлә. Ҡарауылда торғандар ҡылыс менән ҡоралланған Ғүмәрҙең яҡынлашыуы тураһында иҫкәртәләр. «Индерегеҙ, − ти Хәмзә ибне Әбделмотталиб − Әгәр яҡшылыҡ менән килһә, яҡшы итеп ҡаршыларбыҙ, Әгәр уҫал ниәт менән килгән булһа, беҙ уны үҙенең хәнйәре менән үлтерербеҙ!»
Рәсүлуллаһ ﷺ Ғүмәргә ҡаршы сыға һәм ике ҡулы менән уның яурындарынан тотоп һелкей ҙә һорай: «Эй Ғүмәр! Аллаһ, Вәлид ибне Мугираға яза биргән кеүек, һиңә лә яза бирмәйсә, Исламға ҡаршы көрәшеүеңде туҡтатмаҫһыңмы ни?» Шунан ул Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итә: «Йә Аллаһ! Исламды Ғүмәр ибне Хаттаб аша күтәр!» Тетрәнгән Ғүмәр шәһәҙәт әйтә һәм ислам ҡабул итә. Арҡам өйөндәге бар мосолман шатлана һәм «Аллаһу әкбәр!» − тип шундай ныҡ ҡысҡыра, тауыш хатта Ҡәғбәгә тиклем ишетелә.
Ғүмәр ҡорайыштар араһында тәүәккәл һәм батыр кеше булараҡ билгеле була. Уның исламды ҡабул итеүе мосолмандарҙың ҙур еңеүе була. Ғүмәр иң элек исламдың иң ажар дошманы Әбүжәһилгә бара һәм үҙенең исламды ҡабул итеүен әйтә. Был хәбәр ҡорайыштарҙы тетрәндерә.
Ғүмәр Пәйғәмбәрҙән ﷺ: «Эй Аллаһ Рәсүле, беҙ хаҡ диндә, ә ҡорайыштар аҙашыуҙамы?» − тип һорай. «Эйе», − ти Аллаһтың Хәбибе (Яратҡаны). «Улай булғас, ниңә беҙ йәшеренергә тейешбеҙ? − ти Ғүмәр. − Аллаһ менән ант итәм, беҙ бөтәһен дә асыҡ эшләргә тейешбеҙ!» Һәм мосолмандар ике рәткә теҙелеп урамға сыға. Беренсе рәттең башында Хәмзә бара, ә икенсе рәтте Ғүмәр ибне Хаттаб етәкләй. Мосолмандар Ҡәғбәгә килеп еткәс, мөшриктәр, быға тиклем булмағанса, шиңеп ҡала. Шул көндө Пәйғәмбәр ﷺ Ғүмәрҙе «Әл-Фәруҡ» («хәҡиҡәтте ялғандан айырыусы») тип атай.
Ошо көндән башлап мосолмандар Ҡәғбә тирәләй асыҡтан-асыҡ тауаф ҡыла, Ҡөрьән уҡый һәм кешеләрҙе хаҡ дингә саҡыра башлай. Ғүмәр менән Хәмзә килгәс, мосолмандар рухи яҡтан нығый, көстәре арта. Хәҙер улар үҙҙәрен рәнйетеүселәргә яуап ҡайтара һәм үҙҙәренә ғәҙел мөнәсәбәт талап итә ала.