Сәлиәнең йөрәк һүҙе

Сәлиәнең йөрәк һүҙе

Сәлиәнең йөрәк һүҙе

Тамашасыларҙың һөйөүен яулаған “Йөрәк һүҙе” проекты (авторы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова) быйыл да көтөлмәгән асыштары менән ҡыуандырҙы.

 

Намаҙ уҡып сәхнәгә күтәрелгән бәйгеселәр араһында (быйыл ундайҙар күпселекте тәшкил итте!) БСТ каналының “Йома” тапшырыуы мөхәррире һәм алып барыусыһы Сәлиә Мөхәмәтғәлинаның еңеүселәр рәтенә күтәрелеүе бик ҡыуаныслы күренеш булды. Бәйгесенең сығышында бөгөнгө көндә һәр ҡатын-ҡыҙҙы борсоған барса һорауҙар ҙа киң яҡтыртылды: ил тыныслығы, үҫтергән уландарыбыҙҙың именлеге, төҙөлөп бөтөлмәгән мәсеттәр, ҡиблаһын юғалтҡан йәштәр...

“Аҡ фәрештә кеүек, шундай нурлы ханым. Уның һәр сығышы дәғүәт булды. Һайлаған репертуары, башҡарыу оҫталығы менән генә түгел, күркәм төҫ-ҡиәфәте, тыйнаҡлығы менән дә күңелде арбаны”,– тине уның хаҡында тамашасылар.

Сәлиә Мөхәмәтғәлина Әбйәлил районы Хәлил ауылы ҡыҙы. БДУ-ның филология һәм журналистика факультетын тамамлаған. Хәләл ефете Әхмәт хәҙрәт менән ҡорған ҡорған иманлы ғаиләһендә өс ул тәрбиәләнә.

“Минең остазым – бөтөн ғаләмгә рәхмәт итеп ебәрелгән Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ. Уның ﷺ тормошо, әйткән һүҙҙәре, ҡылған ғәмәлдәре – камил үрнәк сығанағы. Ғаиләм, туғандарым, йәмғиәтем алдындағы бурыстарымды теүәл үтәп, файҙалы кеше була алһам ине”, – ти “Йөрәк һүҙе” бәйгеһендә икенсе урын яулаусы Сәлиә Мөхәмәтғәлина.

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...