“Мин сәхнәгә бер ваҡытта ла бысраҡ күңел менән сыҡманым...”

“Мин сәхнәгә бер ваҡытта ла бысраҡ күңел менән сыҡманым...”

Рәшиҙә апай Туйсинаны – 1968 йылда уҡ Болгарияла 120 ил вәкилдәре ҡатнашҡан Бөтә Донъя йәштәре һәм студенттары фестивалендә Алтын миҙал яулаған бейеүсене, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артискаһын, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреатын, Салауат Юлаев премияһы лауреатын һәм Салауат Юлаев ордены кавалерын − белмәгән кеше һирәктер беҙҙең республикабыҙҙа. Быйыл, һигеҙ тиҫтәһен теүәлләп, туғыҙынсыһын ваҡлап торған мәлендә, Рәшиҙә апай хаҡында уны сәхнә йондоҙо, оҫта, халыҡсан бейеүсе итеп кенә түгел, ә үҙенең булмышын асыу барышында, ныҡлап иман юлына килеп, Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡан ғибәҙәттәрен тулыһынса ихлас йөрәге менән үтәп барған, рухи яҡтан бай кеше булыуы тураһында яҙырға баҙнат иттем. Әллә өләсәйҙәрһеҙ үҫкәнгәме, әллә күңел ҡушыуы буйынсамы, мин һәр ваҡыт үҙемдән олораҡ, аҡыллыраҡ кешеләр менән аралышырға яратам. Рәшиҙә апай менән яҡындан аралашыуыма 7-8 йыл самаһылыр, ошо осор эсендә мин уны тормош һынауҙарын үткән ваҡытта һынмаған, киреһенсә, яҙмышына, хатта үҙенең “дошмандарына” ла рәхмәтле була белгән кеше итеп белдем. Халҡыбыҙ өсөн бейеү сәнғәте өлгөһө генә түгел, ә кешелеклелек, күркәм холоҡ, тәүфиҡ, иман, тәрбиә яғынан да бик ҙур хазина ул – Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина.

Рәшиҙә апай менән шәхсән танышыуым осраҡлы ғына һымаҡ булһа ла (Рәшиҙә апайҙың бүләсәре беҙҙең кинйә улыбыҙ менән бер балалар баҡсаһына йөрөнөләр, балалар артынан килгәндә урамда сәләмләшеп, һөйләшеп киттек, шул мәлдән бирле әхирәттәрбеҙ, Аллаға шөкөр), уның менән яҡындан танышып, аралаша башлағас, донъяға, тормош ҡиммәттәренә, иманға ҡараштарыбыҙ уртаҡ икәнен белгәс, ғүмеребеҙ буйы таныш булғанбыҙ кеүек тойола.

− Рәшиҙә апай, күп кенә билдәлелек яулаған әртистәр, данды күтәрә алмаймы, ни сәбәптәндер, эскелек упҡынына батып, юҡҡа сыҡтылар. “Йондоҙ” ауырыуы менән ауырынылар. Һеҙҙе нисек араланы был афәт?” – тип һораным бер сәй эскәндә.

− Кешеләр мине маҡтағанда, бер ваҡытта ла уларҙың маҡтауҙары миңә − ысын Рәшиҙәгә − төбәлгән тип уйламаным, бөтә матур һүҙҙәр тик “сәхнә Рәшиҙәһенә” генә тәғәйен тип ҡабул иттем. Шуға ла мин бирешмәгәнмендер, − тине ул.

Был яуабы мине тетрәндерҙе, сөнки бөгөнгө көндә әллә күпме аҡса түгеп “модный” психологик тренингтарҙан алған белемде ярты һүҙ менән әйтте лә һалды ул:

үҙеңдең йәмғиәттә тотҡан ролеңә “йәбешмә”, маҡтау һөйгән нәфсе ҡоло булма.

Тағы мине аптыратҡан, минең өсөн ҙур аҡыл булған яңылыҡ ошо булды:

− Мин сәхнәгә бер ваҡытта ла бысраҡ күңел менән сыҡманым. Халыҡ тоя бит ул һинең күңел торошоңдо!

Бейеү аша бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә генә тамашасының күңеленә рух, илһам һалыр кәрәк бит! Сәхнә һәр ваҡыт минең өсөн аш өҫтәле һымаҡ изге булды. Сәхнә тышҡы матурлыҡты ғына түгел, эске матурлыҡты ла ярата. Ниндәйҙер ҙур, яуаплы концерт алдынан бер көн алда мин хатта өйҙәгеләр менән дә һөйләшеүҙе сикләй инем, бөтә булмышымды буласаҡ тамашаға йүнәлтә инем.

− Рәшиҙә апай, һеҙ бейеү, матурлыҡ, гармония һәм башҡа серҙәрҙе өйрәнеү өсөн махсус уҡыу йорттары тамамламағанһығыҙ, был һеҙҙҙең булмышығыҙҙа, тыумыштан һалынған. Әммә уларҙы асыу өсөн күп көс түгелгән, быныһы көн кеүек асыҡ. Ошо матурлыҡты тойоу, һиҙеү, кешеләр психологияһын да нескә белеү, һеҙҙе рәнйеткән кешеләрҙе – тормош һабағы итеп, һынмай бөгөлмәй, сабырлыҡ менән ҡабул итә белеү – былар һеҙҙә ҡайҙан килә икән?

− Минең әсәйемдән, уның доғаларынан. Әсәйем – Мәрхәбә (Исмәғил һәм Латифа ҡыҙы) – минең өсөн сабырлыҡтың иң юғары өлгөһө. Беҙҙе – дүрт балаһын ауыр һуғыш йылдарында бер асыҡтырмай, өшөтмәй, ҡаҡмай үҫтерҙе бит ул. “Күптәр аслыҡтан шешенеп үлгән саҡта, мин һеҙҙе үлтермәй алып ҡалдым, мин бит һеҙҙе асҡа үлтермәнем!”

– тип беҙҙе ҡосаҡлап, илап әйткәнен хәтерләйем әсәйемдең. Бер ваҡытта ла зарланманы, бер ваҡытта ла кешеләр менән яманлашып йөрөмәне ул. Ауыр аҡыллы, егәрле, сабыр холоҡло булды әсәйем, урыны йәннәттә булһын әсәкәйемдең”, − тип һүтте хәтер йомғағын Рәшиҙә апай. − Шунан тағы бер факт тураһында әйтмәй булдыра алмайым: әсәйем Мөжәүир хәҙрәткә барған, ярҙаммы, кәңәшме һораптыр инде.

Самалауымса, миңә ауырлы булған сағында барған. Мөжәүир хәҙрәт олатай, ҡарыныңдағы балаң ҡотло булһын, тип доға ҡылғандыр ҙа минең бөтә һәләттәрем ошо доғанан киләлер, бәлки. Сөнки бала ғына сағымда бер хәлде иҫләйем: кәзә, быҙау көтөргә сыҡҡанмын. Яҙ. Көн салт аяҙ.

Мин күккә ҡарап яттым да: “Йә, Хоҙайым, минең аша башҡа бер кемдән дә эшләтмәгән бер яҡшылыҡ эшләт әле!” – тип теләк теләнем.

Ҡайҙан килгәндер инде ул бала аҡылыма? Әммә минең бөтә тормошом – ошо доғаның ҡабул булыуы, Аллаһу Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен.

Рәшиҙә апай менән ошо көндәрҙә Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыллыҡҡа арналған дәүләт милли бейеүҙәр ансамбленең тамашаһын ҡарарға барҙыҡ. Яйлап, фекер алышып ҡайтып барғанда: “Концерт оҡшанымы, Рәшиҙә апай?”,

− тип һорағас, ул: “Оҡшаны ул оҡшауын, әммә хәҙерге егеттәргә батырлыҡ, таһыллыҡ, рух көсө, ә ҡыҙҙарға ояла белеү етеңкерәмәй”, – тип яуап бирҙе. Ни генә әйтһәң дә, һәр бер фекере – хазина ул Рәшиҙә апайҙың.

Бөгөнгө көндә лә матурлыҡ һәм нәзәкәтлек кенә түгел, иман һәм күркәм холоҡ өлгөһө булған, бер намаҙын да ҡалдырмай уҡып, ураҙаларын тотоп йөрөгән, ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләгән әхирәтем булыуына сикһеҙ рәхмәтлемен Аллаһу Тәғәләгә. Рәшиҙә апайҙың ни тиклем оҫта баҡсасы, уңған хужибикә, ҡул эше оҫтаһы икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле, бәлки.

Һәр нимәгә күңелен һалып, ябай ғына нимәләрҙән дә шатлыҡ-ҡыуаныс табып, хатта баҡсаһында үҫкән һәр бер сәскә, ағас менән ихлас һүҙ ҡушып һөйләшеп, тормоштан йәм табып йәшәй бит ул – беҙҙең Рәшиҙә апайыбыҙ! Рәшиҙә апайға киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләп ҡалабыҙ.

ГҮЗӘЛ ВИЛДАНОВА

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...