“Таш менән атҡанға ла аш менән атырға кәрәк!”

Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында матур итеп тормош көтөүсе Зифа Закир ҡыҙы Рәхмәтуллина тарих яҙырлыҡ ғүмер кисергән. Мин бәләкәй саҡтан бик ярата инем күрше йәшәгән Зифа инәйҙе. Хәҙер үҙем әсәй булып, олоғайтыла, тип уйлаған булам, ә Зифа инәй, 86 йәшен тултырырға йыйынһа ла, бер ҙә ашыҡмай әле. Күптән яңғыҙ ғына йәшәһә лә, донъяларын тарҡатмай, бер нигә зарланмай, барына шөкөр ҡылып йәшәй ул.
Инәйҙең хәтере яҡшы, күптәнге хәтирәләрҙе һорашһаң, тәфсирләп, матурлап һөйләп бирә. Баҡтиһәң, Зифа инәй райондың хозур тәбиғәтле Нуҡай ауылы ҡыҙы икән! 1935 йылдың 13 июлендә Ғәфүрә менән Закир Байғүбәковтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ғәфүрә инәйҙең 7 малайы тыуып үлә. 4 ҡыҙ үҫеп буй еткерәләр. Ә бәләкәстәр ҡыҙылса, сәсәк һымаҡ ауырыуҙарҙан үләләр. “Шул хәтлем михнәт, аслыҡяланғаслыҡ кисереп, нисек тере ҡалдыҡ икән? Хәҙер бала сағым иҫкә төшһә, илағым килә, шул бәләкәс ҡыҙсыҡты йәлләп”, – ти ул.
Атаһы ла, әсәһе лә дини кешеләр була. Намаҙҙы көнөнә 5 тапҡыр уҡып, яланда, ҡырҙа, эштә булған саҡта (һыу булмаған урында, тәһәрәтләнергә форсат булмағанда) тәйәммүм алып, намаҙҙарын ҡалдырмайҙар. Балаларына ла доғалар өйрәтәләр. Зифа инәй ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асылғанын ике тапҡыр күрә!
1942 йыл −бәләкәс кенә сағы, йоҡлап ятҡанда, ҡапыл уянып китә. Бөтә тирә-яҡ ап-аҡ, ишек алдында усаҡ янында ҡаҙан аҫып йөрөгән әсәһенең толомона үрелгән тәңкәләрендәге һүрәттәрҙе лә (сәмреғош төшкән) яҡын, асыҡ, ҙур итеп күрә. Әсәһенә күргәндәрен һөйләй Зифа. “Эй, ҡыҙым, теләк теләргә кәрәк ундай саҡта”, – ти әсәһе. Ә үҙе, әлбиттә, бер ни ҙә һиҙмәгән. Ысынлап та, боронғо дини китаптарҙа яҙылғанса булған. “Күк ҡабағы асылғанда, донъя яҡты, ә ерҙә ятҡан сүп бүрәнә һымаҡ күренергә мөмкин, күмәк кеше араһынан тик берәүгә генә асылыр”.
Икенсе тапҡыр 1962 йылда, бәләкәс Зөлфиәһе йоҡлап ятҡан еренән илай һәм әсәһен уята. Зифа инәй уянһа, донъя ап-аҡ нурға күмелгән, күршеләренең ихатаһы тәҙрә аша күренә, бал ҡорттары эреэре булып күренә. Был юлы: “Йә, Аллам, ике донъя рәхәтен бир!” – тип әйткән ашығып. Белгән доғаларын уҡыған. Зифа 7-се синыфты Нуҡай мәктәбендә тамамлап, 8-9-сы синыфты Мораҡҡа йөрөп уҡый. Йәй, арлы-бирле аяҡ кейеме менән юлһыҙ мәктәпкә тиңдәштәре менән уҡырға баралар.
Шәмбе дәрестәр тамамланғас, өйгә ҡайтырға ашҡыналар, ә йәкшәмбе тағы шул юлды тапарға кәрәк. 9-сы синыфты уҡый башлағас, атаһы бик ныҡ ауырып китә, аяҡтары һыҙлап йонсота, больницаға йөрөтөргә кәрәк була. Зифа уҡыуын дауам итмәй – атаһын ҡарай, 3 тапҡыр Өфөгә шифаханаға алып барып ҡайта. Аяғында гангрена тип, ҡырҡтырмаҡсы булалар, риза булмайҙар табиптар ҡарары менән. “Операция бүлмәһенең ишектәрен ныҡ итеп ҡағып, атай, аяғыңды ҡырҡтырма!” – тип ҡысҡырҙым ти ул. Атаһы үҙе лә риза булмағас, операция булмай. Шул хәлдән һуң, аяғын ҡырҡтырмағанға күрә генә, 5 йыл йәшәй тағы.
1957 йылдың 25 февралендә Сәйетҡол ауылынан Миңнулла Рәхмәтуллин тигән егеткә кейәүгә сыға. Йәш саҡ, хәҙерге һымаҡ һаҡланып йөрөү ҡайҙа инде?! Йәш килен, таулы Нуҡайҙы – тыуған ауылын һағынып, кис, күҙ бәйләнгәс кенә саңғы шыуып килмәксе була. 1-2 рәт тауҙан саңғы менән шыуып төшә, тик төн яҡынлашыуға йөрәк аҫтында йөрөткән сабыйы яҡты донъяға ашығып тыуа − 7 айлыҡ малай. Баланан бушанғас, эй иҙәндәрҙе йыуа һалып алдым, өйҙәрҙе йыйыштырҙым, ти. Тик был өҙлөгөүгә сәбәп була – ныҡ ауырып дауаханаға эләгә. Ваҡыты еткәс, ире уны алырға ат егеп килә. Эйек йылғаһы аша күпер юҡ – йылға өҫтөнән үтеп барғанда, боҙ ватылып китә (яҙ етеп килгән мәл). Зифа бәпесе менән аҡтарылған боҙ өҫтөндә ағып китә. Аттың дилбәгәһен ырғытып, саҡ сығарып алалар үҙҙәрен.
Бәпес шул хәтлем бәләкәс була, ирҙәр кәпәсенә һыйып ҡына ята. “Кәпәскә һалам да, йылымыс ҡына мейес эсенә урынлаштырам. Бер аҙ ҙурайғансы шулай тәрбиәләнем улымды”, – ти (заманса барокамераларҙың эффекты булғандыр). Бер ваҡыт бер ауылдашы инеп сыҡҡан, хәл белешеп, бәпесегеҙ бар, тип ишеткән инем, ҡайҙа һуң ул, бер ҙә сәңгелдәкфәлән күренмәй, тип аптыраған, ти. “Кәпәстә ятып үҫкән малай” Ғайулла, бына тигән ир-егет булып үҫеп етеп, бөгөн ата-әсәһенә һәр саҡ ярҙамсы, үҙе лә бер ҡыҙ, бер малайға өлгөлө атай, ҡатынына ышаныслы терәк, йәмғиәттә абруйлы кеше. Тағы ла Фирая, Зөлфиә, Эльвера, Айһылыу исемле бына тигән ҡыҙҙар үҫтерәләр Зифа инәй менән Миңнулла олатай.
Һәр береһе егәрле, аҡыллы, йор һүҙле, тормошта үҙ урындарын табып, матур итеп тормош көтәләр, үҙҙәре әсәй һәм өләсәй булғандар. Эльвера апай ғына Өфөнән ашҡынып ҡайтып етеп килгәндә, ауылға ҡул һуҙымы ер ҡалғас, аварияға юлығып ғүмере өҙөлә. Бик асыҡ, һәр кемгә ярҙам итергә ашҡынып торған, эскерһеҙ, үткер ине ул. Бик үкенесле булды. Бала ҡайғыһы бигерәк ауыр булһа ла, түҙергә кәрәк шул, ти Зифа инәй.
“Мин ҡайғырмайыммы ни, йөрәгемдән бер ҙә китмәй юҡһыныу тойғоһо. Сабырлыҡ кәрәк. Сабыр төбө – һары алтын”. Йәш саҡтарында ире менән икеһе лә малсылыҡта эшләй. Ферма 3-4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҙлы-көҙгө бысраҡта, ҡышҡы һыуыҡ бурандарҙа йәйәү йөрөп эшләүе уға нисек ауыр булыуы әйтеп тораһы түгел. Өҫтәүенә, ул − биш бала әсәһе, шәхси хужалыҡ та бар.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Зифа Закир ҡыҙы уларҙы еңеп сығыу өсөн үҙендә көс таба. Ең һыҙғанып эшләп, өс мең рубежын яулай. “Һыйырҙарҙы ҡул менән һауабыҙ, төркөмдә 19 һыйыр. Мал ваҡытында ашатып-эсереп, тәрбиәләгәнде ярата. Шунһыҙ яҡшы һөҙөмтә алып булмай. 19 һыйырҙың һәр береһенә үҙенә генә хас ҡараш, тәрбиә кәрәк”, – ти. Тәүҙә Сәйетҡолдан Свердлов фермаһына күп кенә ҡатын-ҡыҙ йөрөп эшләй. Тик ара алыҫ булыу сәбәпле күптәр ташлай. Йәй көнө иртә торорға, ә ҡышҡыһын ҡараңғыла ҡайтырға тура килә.
Ә Зифа инәй эшен бик ярата һәм бер ҙә ташлағыһы килмәй. Улай ғына ла түгел, районыбыҙҙың алдынғы һауынсыһы булып иҫәпләнә. Һәр бер һыйырҙан йылына 3 мең литр һөт һауып алыуға ирешә. Маҡтау грамоталары, ал таҫмалар, бүләксувенирҙар, премиялар, гәзитжурналға маҡтап яҙыуҙар – бихисап. Бер яҙ Эйек йылғаһы бик ныҡ таша. Шарлаҡ эргәһендәге уйһыу ерҙәр, Әпсәләм ауылының аҫҡы урамы һыу эсендә ҡала. Урамда кәмәләр менән йөҙөп йөрөйҙәр.
Шул ваҡытта Зифа инәй эшенә билдән тиклем һыу кисеп бара. Барып етәрәк, хәле бөткәс кенә, уны күреп ҡалып килеп алалар. Бына ҡаһарманлыҡ ҡайҙа ул! Ә бер ваҡыт төндә, йоҡо аралаш, сәғәтте дөрөҫ күрмәй: 3-тө 5 тип уйлап, яңылышып эшкә сығып китә. Фермаға барып, һыйырҙарын тәрбиәләп, аҫтарын таҙартып, ял итергә ултыра. Көтмәгәндә, бер кеше килеп инә. Ҙур толоп кейгән һынды танымай, аптырай. Кем икән? Бур, йә кеше талаусымы? Ҡурҡыныс булып китә. Ә ул Исмәғил Ғәбитов – район башлығы – тикшереү менән ингән булған. Күргәненә ҡәнәғәт булып китә.
Ә бер заман, эшендәге яҡшы һөҙөмтәләре өсөн автомобиль менән бүләкләмәксе булалар. “Ҡуй, миңә нимәгә ул, кәрәкмәй!” – тип баш тарта. Ул заманда (1980-се йылдар) машина ят нәмә әле, ә хужалыҡта егергә ат бар. Бер йыл көтәләр, бәлки, алыр тип. Кәрәкмәй, тип алмай. Ата-әсәһен хөрмәтләп, ҡайныбейеме менән татыу йәшәп, тормош иптәше менән 45 йылдан ашыу бергәбергә ғүмер кисереп, һәр береһен, ваҡыты еткәс, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатҡан ул, ризалыҡтарын алған.. Бөгөнгө көндә Зифа инәй ауылымдың ағинәйе.
Доғалар уҡый, ислам тураһында китаптар уҡый. Ҡөръән китабын уҡый, белемен байыта, кешеләрҙе изгелеккә өндәй, кәңәш һораһаң, ихлас өйрәтә. Балалары ҡунаҡҡа ҡайтһа, шатланып ҡаршы ала, аҡ юлдар, изге теләктәрен теләп, күстәнәстәрен тейәп оҙатып ҡала. Йәй көнө баҡсаһында рауза сәскәләре балҡып ултыра.
Инәй, шул рауза сәскәләрен бик яратам, ти. Баҡсаһында сәскә генә түгел, картуфы, еләк-емешенең һәр төрлөһө лә мул уңыш бирә. Һарыҡтары, тауыҡтары ла бик көр. Һәр нәмә Зифа инәйҙең тилбер ҡулдары арҡылы кәрәкле ваҡытта тәрбиә һәм иғтибар ала. Егәрле кеше, егәрле инде: өйө, ихатаһы ла йыйнаҡ, аш-һыуы мул, тәмле, ә үҙенең йөҙө һәр саҡ нурлы уның. R.S.
Донъяла төрлө хәлдәр була. Үҙгәрешһеҙ тойолған ауыл тормошонда ла һәр яңы көн төрлөсә үтә, ваҡиғаларҙың яҡшыһы ла, яманы ла осрап тора. Таш менән атҡанға ла аш менән атырға кәрәк, тип борондан килгән аҡыллы кәңәштәрҙе үҙе лә тота, беҙгә лә өйрәтә Зифа инәй.
НӘЗИФӘ ИСКӘНДӘРОВА