Атаһын яуға оҙатҡан ҡыҙ

Атаһын яуға оҙатҡан ҡыҙ

Атаһын яуға оҙатҡан ҡыҙ

Был тормошта һоҡланғыс ғүмер юлы үткән, бар булмышы менән башҡаларға үрнәк булған кешеләр аҙ түгел. Шундайҙарҙың береһе – Таулыҡай ауылында йәшәгән Вәспиямал Сафа ҡыҙы Исхаҡова.

Ул 1936 йылдың 1 майында ошо ауылда йәшәгән Гөлъяныш инәй менән Сафа олатайҙың ишле ғаиләһендә уртансы бала булып донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа күрә, был парҙың биш балаһы кескәй сағында мәрхүм була. Күп тә үтмәй һуғыш башлана. Сафа олатай тәүгеләрҙән булып яуға алына. Биш йәшлек Вәспиямал атаһын Баймаҡҡа тиклем оҙатып барыуын бөгөнгөләй хәтерендә йөрөтә. “Мин тиҙҙән ҡайтырмын. Әсәйең менән донъяны матур итеп көтөгөҙ!” – тигән һүҙҙәрен әле лә онотмай. Ҡурҡыныс һуғыш кемдәрҙе генә атайһыҙ ҡалдырманы. Гөлъяныш инәй ҙә 1942 йылда иренең “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙын ала. Әммә ул ғүмере буйы тормош иптәшенең ҡайтыуын өҙөлөп көтөп йәшәй. Һуғыш Вәспиямалды бик иртә ҙурайта. Ул әсәһенең берҙән-бер ярҙамсыһына әйләнә. Мәктәпте бөткәс тә үҫмер ҡыҙ колхоз баҫыуына эшкә төшә. Тилбер ҡыҙыҡай әсәһенә шүрек әҙерләүҙә лә ярҙам итә.

“Норманы үтәһәң, өҫтәп 1 кг бойҙай бирә торғайнылар”, – ти ул. Ниндәй генә заманда йәшәмәһен, кешене хеҙмәт менән намыҫ биҙәй, йәшәүгә көсдәрт бирә. Был йәһәттән Вәспиямал еңгәй бер эштән да наҙланып тормай. Бала саҡта колхозда бесән эшләй, малайҙарҙан һис ҡалышмай, ат тырмаһында йөрөй, аҙаҡ быҙау ҡарай, һауынсы була. Хатта хаҡлы ялда ла колхозсыларға икмәк бешереүе, һөт йыйыусы булыуы әле лә күҙ алдымда тора. Ғүмер үтә тора. Вәспиямал еңгәй үҙ ауылының егете Әмир ағайға сығып, 20 йылға яҡын ғүмер итә. Иптәше баҡыйлыҡҡа күскәс, яңғыҙ тороп ҡалған ҡатын шул йылда мәрхүмә булған Гөлнур еңгәйҙең ете балаһын үҫтерешергә ниәт итеп, Әхәт ағайға тормошҡа сыға. Бер ҡыҙ табып, үҙе лә әсә булыу бәхетенә ирешә. Тормош һынауҙарын иңгә – иң терәшеп үткәргән был күркәм пар бына 43 йыл татыу ғүмер итә. Әхәт Ғабитулла улы ғүмере буйы үҙ колхозында намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны. Үҙҙәренең өлгөһөндә балаларын эшһөйәр итеп тәрбиәләп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Улдары менән ҡыҙҙары үҙ яртыларын табып, атаәсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бәрәкәтле ғүмер кисерә.

Бөгөн Исхаҡовтар 6 балаһының (икәүһе мәрхүм) 19 ейән-ейәнсәренән, 21 бүлә-бүләсәренән ҡәҙер-хөрмәт күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ошонан да оло бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Оло йәштә булһалар ҙа, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгелдәр. Әхәт ағай йылдың-йылы, үҙе тәрбиәләп, һуғымға йылҡы һуя. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул яңыраҡ ҡына баҡыйлыҡҡа күсте (йәне йәннәттә булһын). Ә уңған хужабикә баҡсаһында емерелеп үҫкән емеш-еләктән төрлө ҡайнатмалар эшләй. Өйө ҡотло, аш-һыуы татлы, йөҙө һәр саҡ яҡты уның. Вәспиямал еңгәй күптән инде дин юлында. Өләсәһе Гөлйыһан, әсәһе Гөлъяныш инәй кеүек намаҙын ҡалдырмай Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, бәхетле ғүмер кисерә. Шуға ла зиһене аныҡ, күңеле күтәренке, иманы ныҡ хөрмәтле ағинәйҙең. Йәштәргә теләктәрен һорағас: “Тормош көткәндә, сабыр, күндәм һәм күркәм холоҡло булығыҙ, ундайҙарҙы Аллаһу Тәғәлә һөйә”, – тип яуап бирҙе ул. Маҡтауға лайыҡ ғүмер юлы үткән хөрмәтле ағинәйгә гел шулай ҡәҙер -хөрмәттә, именлектә - һаулыҡта ғүмер итергә насип булһын.

РӘЙСӘ ЯҠУПОВА,

Баймаҡ районы, Таулыҡай ауылы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...