Күңел торошо − тормош һулышы…

Күңел торошо − тормош һулышы…

Арабыҙҙа дин юлында иғтибарға лайыҡлы хеҙмәт күрһәткән кешеләр бар. Ләкин уларҙың үҙҙәренең төп эшенән айырылмайынса ғына башҡарған был хеҙмәттәре йылдар дауамында онотолоп, юғалып ҡала.

Шундай тырыш, эшсән апайҙарҙың береһе − Сәнә Ғәфүр ҡыҙы Сабирйәнова. Ул оҙаҡ йылдар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәт менән булып, башҡорт лексикологияһы, диалектологияһын өйрәнеүгә, һүҙлектәр сығарыуға ҙур көс һалған. Былары инде – тормош талабы, йәшәү сығанағы ла булһын ти… Ә һәр кешенең тәбиғәтендә йәнә күңел талабы тигән хәсиәт тә бар бит әле. Бына мосолман дине буйынса башҡорт телендә баҫылып сыҡҡан әҙәбиәтте, ислам уҡыу йорттары хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү маҡсатында республика гәзит-журналдарында сығыш яһау ул нәҡ Сәнә апайҙың күңел талабынан хасил булған ғәмәлдәр ине. Илебеҙҙә дин тотоуға рөхсәт булғас, Башҡортостанда ислам әле саҡ яңынан тарала ғына башлаған ваҡытта, 1994-1998 йылдарҙа ул дүрт телдә (башҡорт, татар, рус, төрөк телдәрендә) сыҡҡан “Заман-Башкортостан», шул уҡ ваҡытта баштағы мәлдә өс телдә (башҡорт, татар, рус) баҫылған «Рисәләт» мосолман гәзиттәренең баш мөхәррире булды. Бында ла йәнә уның күңел ихласлығына тап булаһың. Ҡырылмаһа ҡырҡ эше ҡырылып ятҡан ҡатын кешенең шулай бер ыңғай бер нисә телдә нәшер ителгән ике гәзиткә баш мөхәррир булырға йөрьәт иткәнен үҙе бер фиҙәҡәрлек тип атар инем мин. Ул заманда, әле дини китаптар булмағанда, халыҡ ислам тураһында беренсе ғилемде нәҡ ошо гәзиттәрҙән эстәне лә инде.

Сәнә Ғәфүр ҡыҙы башҡа гәзит-журналдарҙа ла үҙенең халыҡта дини аңды үҫтереүгә, уны таратыуға арналған мәҡәләләрен баҫтыра ине. “Ағиҙел” журналында уның “Мәҙрәсәнең изге ғәмәлдәре” (2001), “Рисәләт” (2002), “Килһен өсөн оло иман – ихлас күңел менән инан” (2002), “Изге намаҙ” (2003), “Ҡамуси һүҙлек” (Дәүләткирәй Мәһәҙиевтың “Ислам һүҙлеге”нә ҡарата) (2003) һ.б. мәҡәләләре донъя күрҙе.

Сәнә апай ҡайһы бер китап-тарҙы башҡорт теленә тәржемә итеүҙе лә заманына күрә зарури һананы. Ул Сөнғәтулла Бикбулаттың “Мөхәммәт пәйғәм-бәр” (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)” китабын (Чистай шәһәре, 1999, 253 бит) һәм “Төрки хөтбәләр” китабын (Ҡазан, 2000, 250 бит) татарсанан башҡортсаға тәрәжемә итеп баҫтырҙы. Ә 2015 йылда уның төрөк ғалимы Мостафа хәҙрәт хеҙмәттәре нигеҙендә әҙерләгән “Изге намаҙ” китабы (Өфө, Китап, 2015. 96 бит) нәшер ителде. Был китап мосолмандарҙа намаҙҙың кеше тормошонда ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында ғына түгел, ә уны башлаған мәлдә тейешле бөтөн ғәмәлдәрҙе бик тәфсирләп өйрәтеүе менән ул һәр заманда ла бик кәрәкле әсбап була ала. Сәнә Ғәфүр ҡыҙы Башҡортостан журналистары араһынан тәүгеләрҙән булып динде таратыуға арналған мәҡәләләр яҙыуҙан тыш, ул бер нисә йыл рәттән мәҙрәсәләрҙә һәм “Белем” йәмғиәтендә башҡорт теленән дәрестәр ҙә алып барҙы. Беҙ, мосолмандар, бөтәбеҙ ҙә шулай Сәнә апай кеүек шым ғына дин юлында хеҙмәт күрһәтергә, тырышырға тейешбеҙ. Сауабын Аллаһу Тәғәлә Үҙе һәр ҡайһыбыҙға насип әйләһен!

Фәнирә Ғайсина

ӨФӨ ҠАЛАҺЫ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...