Әсәм яҙған китап

Әсәйем төш күргән
– Балам! Оҙаҡламам хәҙер. Өҙөлөргә ваҡытым етте... – тине. Һәм... Мәңгелек йортҡа әҙерлек мәшәҡәттәре башланды.
– “Йәсин”ды яңыртып уҡырһың; сумаҙандағы к ә ф е н л е к т ә р е м д е , һандыҡтағы 3-нә, 7-нә, 40-на тигән хәйер-саҙаҡаларымды яңынан барлап, ҡарап сыҡ. Алдан яҙып, өйрәтеп ҡуйған яҙыуың һаман теүәлме? Ятамы? Унда яҙылғандарҙың барыһын да хәтерләйһеңме? – Зиннур ағайыңдарға барып, яңыртып һора – ҡайҙа ятырымды онотманымы икән? Ләхетте ул ала бит ауылда. Үҙекәйенең тел осонан “Ләә иләәһә илләллааһ Мөхәммәдур- Расүлуллаһ” кәлимәһе китмәй. Улай тиһәң, был кәлимәне ул бер ҡасан да онотманы. Хәҙер ятһа ла, торһа ла – тик ошо кәлимә.
...Мин дә төш күрҙем. Ошо көн етәсәген белдергән төш. Хәҙер иң ауыры: ғәзиземә тиҙ ауырыу, күркәм үлем һорап доға ҡылыу! Әле генә уға ғүмер теләй инем бит! Ә хәҙер Әжәл һорап Раббымдан ялбарырға тейеш булам. Йә Хоҙай! Күҙ йәштәремә быуыла-быуыла Аллаһу Тәғәләмдән әсәмә һағынып, түҙемһеҙләнеп көткәнен, иң ҡәҙерле ҡунағын – Әжәлен, ә үҙебеҙгә ошо һынауҙарҙы үткәреп ебәрергә сабырлыҡ, йәшәргә көс һорайым!
– Бәхил бул, балам! Матур итеп ҡаранығыҙ, рәхмәт! Үҙегеҙгә, ҡартайған көнөгөҙҙә, минең кеүек балаларығыҙҙан изгелек күреп йәшәргә яҙһын. Әмин! Кейәүем мунсаға, бәпес кеүек итеп, күтәреп кенә йөрөттө. Кемгә эләгә әле бындай бәхет! Хаж һауаптары һеҙгә, балаларым! Барсағыҙға ла бәхиллегемде бирәм! Ейәнсәрҙәремде, бүләсәләремде күрҙем. Ҡартайған көнөмдә яңы өйҙә йәшәнем. Тегендә барғас, атайыңдарға, ағайҙарыңа бәхет эсендә йәшәгәнемде вис кенә һөйләрмен инде... Ҡәҙерлем ике донъя араһында йәшәүгә күсте. Әле генә беҙҙең менән була ла, йәһәт кенә тегеләр менән һөйләшеп ала ла китә. Әйтерһең, әллә ҡасан баҡыйлыҡҡа күскән кешеләрем барыһы ла янда ғыналар, бөтөнләй беҙҙе ташлап китмәгәндәр. Бераҙ ваҡыт үткәс, әсәм яңынан үҙенә әйләнә. Шул саҡтарҙа йәһәт кенә өгөтнәсихәттәрен бирергә ярата. Уларҙы яҙып алырға, теркәргә ҡуша. Яҙып ҡына өлгөр.
– Онотаһығыҙ әтеү! – ти. Әйтерһең дә, алдыбыҙға меңйәшәр фәйләсүф килеп ултыра! – Кәзәгеҙҙе бөтөрмәгеҙ! – Кейәүҙең ҡулы алтындан ҡойолған. Уның ҡәҙерен бел! Киләсәктә, дәрт итһәгеҙ, һыйыр ҙа алып ебәрерһегеҙ. Ғүмерегеҙҙе, Аллаһу Тәғәлә, атайың менән миңә биргән кеүек оҙон итеп, бәрәкәтле итеп бирһен! Гел өҫтәл артында ултырып, яҙышып арығанда, сығып тәрбиәләһәң, башыңа ял булыр әҙерәк. Ҡосаҡлап та, яратып та керһәң, күңелең булыр, исмаһам. Малдың – донъяғыҙҙың ҡото икәнен онотмағыҙ! – Минең кеүек оҙон ғүмерле булғығыҙ килһә, Рәүҙәк һыуы эсеп, ауыл һауаһы һулап йәшәгеҙ! Ҡала яғына кире, еңел тормош эҙләп, сығып китә күрмәгеҙ! – Ялҡауланып ятмағыҙ! Эшләгеҙ! Тик “Бисмиллаһыҙ” эш башламағыҙ! – Һөт, ҡымыҙ эсегеҙ! Баллап сәй эсегеҙ! Күрәһегеҙ бит, нисек итеп мин көнө-төнө һыу эсәм: һеҙ ҙә һыу эсегеҙ! – Ғүмерҙең асҡысы – доға! Гел доғала йәшәгеҙ, илла!
– Туған хаҡын белегеҙ! Асыу тотмағыҙ! Үпкәләмәгеҙ!.. Ҡапыл ул һығылып иларға керешә. Бер аҙ тынысланғас, тағы һөйләп алып китә:
– Элек, Ос яҡта торған саҡта, күршелә Нәжметдин менән Мәҙүкүрә йәшәй торғайны. Улар һис күршетирә менән аралашманы. Сөнки Мәҙүкүрә: – Миңә күрше кәрәкмәй!
Нәжмейем булһа – еткән! – ти торғайны. – Улай түгел, балалар! Донъя булғас, төрлөһө булып китә. Байға – ярлы, ярлыға – бай кәрәк. Атайым ғүмер баҡый: – Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын! – тине. Ошо һүҙҙәрен гел ҡабатлар ине. Ҡалаға, баҙарға барһаҡ, 5 кенә түгел, 10 дуҫы килеп сығыр ине... Беҙгә лә ошо хәҡиҡәтте йөрәккә һеңдереп үҫтерҙе. Шуға, балалар, күрше хаҡы – Тәңре хаҡы! Ошоно һис онотмағыҙ, йәмегеҙ... Яуап итеп әсәкәйемде һығып-һығып ҡосаҡлап алам. Үҙенең күҙҙәре йомолоп бөткән. Юҡ! Һаман беҙҙе ҡайғырта. Йәшәргә өйрәтә! – И-и-и-и, әсәйем! Миңә, барса балаларыңа яҡшы әсәй булдың! Киң күңелле остазым да, кәңәшсем дә, серҙәшем дә инең. Балаларыбыҙға яҡшы өләсәй була белдең! Рәхмәт, барыһы өсөн, әсәкәйгенәм! Бәхил бул, Йәнем яртыһы! – тип, саҡ-саҡ әйтә алам.
– Ҡыҙым! Минһеҙ бәхетле булырға өйрән, йәме! Күңелең бигерәк йомшаҡ бит, хас та әсәйемдеке төҫлө. Мин киткәс, донъяңды онотоп, илаулап ултырма гелән. Әтеү гелән һыуҙа ятырмын. Боронғонан шуны беләбеҙ. Унда мине атайың, балаларым, бар нәҫелебеҙ көтә. Һағындылар. Үҙем дә өҙөлөп һағындым. Алтын аҡыл һандығы ине ғәзизем. – Кесаҙна, йома көндәрендә беҙҙе, әруахтарҙы иҫләргә онотмағыҙ! Хәйерсаҙаҡаларҙан мәхрүм итмәгеҙ берәүһен дә! Үҙегеҙҙе фәрештәләр гел һаҡлап ҡына йөрөһөн тиһәгеҙ, уларҙы төшкә тиклем биреп ҡуйығыҙ! Ҡошҡа әйләнеп, ҡанаттарыбыҙ менән ергә ташлаған икмәк валсыҡтарын һепереп, йыйып, рәнйеп йөрөргә булмаһын инде беҙгә, балаҡайҙар...- тип мәңге иҫкә төшөрөп алырға яратыр ине. Әсәм биргән фатиха мәңге йөрәгемдең түрендә генә ятасаҡ! Миңә, балаларыма оҙон, хәйерле һәм бәрәкәтле ғүмерҙәр, йәшәргә көс бирәсәк! Һүҙһеҙ барыбыҙҙы ла бәхетле итәсәк! Яратты әсәйемде ауылдаштар, бөтә ил яратты.
Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләремдә бихисап изге йылы һүҙҙәр, матур теләктәр яуҙыралар ине; әсәмде күрәһеләре килә ине. Ошо татлы бәхетте белеп, кисереп, тойоп йәшәне. Шуға ла Һуңғы туйына халыҡ болот булып килде. Рәхмәт һеҙгә, киң күңелле, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә була белгән ауылдаштарым, туғандарым, яҡындарым, Интернет селтәрендәге барса дуҫтарым! Әсәй! Мин һиңә оҡшарға тырышасаҡмын! Һинең һымаҡ ҡына яулығымды ябынырмын; ҡалдырып киткән таяғыңа һинең кеүек кенә таянып йөрөрмөн; һинең кеүек кенә «мәҡәлләп» (телемдә халҡымдың мәҡәлдәрен ҡулланып) һөйләшергә өйрәнермен; Рәүҙәгебеҙгә иртән иртүк һыуға барып, балаларымды ҡаланан көтөп алғанда, күмер самауыры ҡайнатырға тырышырмын; һинең кеүек кенә ап-аҡ итеп мейес ағартырға, уны оҫталарса яғырға ейәнсәрҙәремде өйрәтермен; нисә йәшкә етеп ҡартайырға насип булыр, белмәйем әлегә, әммә донъяға яңынан һинең кеүек ғашиҡ булырмын; Изге Йома көндәрендә мәсеткә барырға осоп, ашҡынып, талпынып торормон...Һинең кеүек изге Ҡөрьәнебеҙҙең һәр һүҙенә таянып йәшәрмен! Һинең дауамың буласаҡмын, ғәзизем! Һиңә бүләккә алып ҡайтҡан изге “Ҡөрьән” китабың, тиҫбеләрең, һәр байрамыңа алып ҡайтҡан күҙле мунсаҡтарың, суҡлы шәлъяулыҡтарың – береһен дә үҙең менән алып китмәнең, барыһы ла миңә, балаларыма ҡалды. Төҫөң булып. Хәтерең булып. Яратып кейгән әйберҙәреңдән мәңге башҡа еҫтәр менән бутай алмаҫлыҡ ҡәҙерленәнҡәҙерле әсәй еҫе килә. Уны еҫкәп туймайым! Үҙемдең күҙҙәремдән дә, йөрәгемдән дә уға йәштәр тама.
* * *
Әсәм яҙған китап тамам. Был донъяла, фанилыҡта. Әммә...баҡыйлыҡта Ғәмәл дәфтәре уның ябылманы. Ул асыҡ ҡалды. Сөнки минең ҡылған доғаларым, теләгән теләктәрем, биргән хәйерсаҙаҡаларым барыһы ла уға ирешеп бара. – Кемегеҙҙең бәхетле булғыһы килә ? Һеҙгә кәңәшем:
– Өс көнлөк кенә тормошта ӘСӘЙЕГЕҘҘЕ нығыраҡ ҡосаҡлағыҙ, нығыраҡ яратығыҙ, нығыраҡ иркәләгеҙ! Уны фәрештә кеүек күрһәгеҙ, баҡыйлыҡҡа күскәс, үҙегеҙҙе, нәҫелегеҙҙе Ожмах баҡсаларының ишеге алдында фәрештәләр булып ҡаршы алыр! – Йәсин уҡығыҙ! Сөнки уның һәр аятында ғына түгел, һәр хәрефенә ҡот һәм бәрәкәт йәшерелгән. Күңелегеҙҙе биреп уҡыһағыҙ, уларҙы һүҙһеҙ табасаҡһыҙ! Мин уҡыйым! Ғәзиз әсәкәйем өйрәткәнсә, унһыҙ бәхетле булырға тырышып ятыуым. Уның яҡты рухы алдында баш эйеүем. Балалар бар. Ейәнсәрҙәр бар. Улар алдында әсәйем кеүек булғы килә. Сыуаҡ сентябрь айының 3-сө көнөнән бирле донъям әсәйле һәм әсәйһеҙ саҡҡа, ҡояшһыҙ һәм ҡояшһыҙ саҡҡа бүленһә лә, ғәзиземдең рухы иҫән. Тормошом иң ҡәҙерле кешем булған үткән ғүмер менән бөгөнгөнө бәйләүгә ҡорола. Уны доғаларым, хәйерсаҙаҡаларым менән, яҡты хәтерләүҙәрем, намаҙҙарым менән ҡоршарға тырышыуым. Шулай булғас, мин дә, һеҙҙең кеүек, барыбер әсәйле лә баһа! Ожмах – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр! Әсәйем иҫән саҡта мин Ожмахта йәшәгәндәй булдым!
РӘШИҘӘ ШӘМСЕТДИНОВА