Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

15 август Сибай менән Өфө ҡалаларында Әхмәт хажи Абдулаевтың «Изгеләр әҙәбе» («Благонравие праведников») китабы буйынса үткәрелгән конкурстың беренсе этабы үтте. Ике төбәктә лә 30-ҙан ашыу мосолман әүҙем ҡатнашты. Бөтәһе 72 кеше булды. Иң йәшенә − 9, иң өлкәненә − 72 йәш ине.

Конкурс тест формаһында үтте. Бер сәғәт эсендә 35 һорауға яуап бирергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды Өфө ҡалаһынан Мостафина Лилиә яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Сибай ҡалаһынан Салахов Сәлмән менән Баһаутдинова Фәниә яуланылар. 22 август көнө Махачкала ҡалаһында үткән финалда был конкурсанттар Башҡортостан республикаһы исеменән 250 финалист араһында лайыҡлы ҡатнашты. Финалда ике сәғәт эсендә 50 тест һорауҙарына яуап бирергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә, сараны ойоштороусылар, ҡатнашыусыларҙың эштәрен ике аҙна буйы тикшереп, 5 сентябрҙә йомғаҡ яһаны. Беренсе урынға һәм Махачкала ҡалаһында яңы фатирға Дағстан Республикаһынан Тимербулатова Мәрйәм-Асият лайыҡ булды.

Икенсе һәм өсөнсө урындар шулай уҡ был республиканан Гамзатова Заира менән Абдулаева Алжанатҡа бирелде. Бар ҡатнашыусыларҙың да фекере буйынса, был конкурсты йыл һайын үткәрергә кәрәк, тигән теләк булды. Сөнки хәҙерге заманда кешенең холҡо боҙола, нәфсеһе үҫә, ике йөҙлөлөк арта. Ошо күңел ауырыуҙарынан «Изгеләр әҙәбе» китабында төрлө дауалау ысулдары килтерелә. Шулай уҡ ҡайһы бер ҡатна-шыусыларҙың фекерҙәрен килте-рәбеҙ. Баһаутдинова Фәниә, Сибай ҡалаһы: «Ошо бөйөк китапты өйрәнергә мөмкинлек биргәне өсөн мин Аллаһҡа ныҡ рәхмәтлемен. Уның асылына етер өсөн әле артабан да уны уҡырға ла уҡырға, аңларға кәрәк». Хиләжева Рәйлә, Өфө ҡалаһы: «Минең мөмкинлегем булһа, мин был китаптың авторына Нобель премияһын тапшырыр инем һәм һәр мәктәптә өлкән кластарҙа уҡытырға ҡушыр инем».

Ошо күркәм һәм файҙалы конкурс өсөн ойоштороусыларға, донъя мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, бар ҡатнашыусыларға ысын күңелдән оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Пандемия ваҡыты булһа ла, был сара бөтә Рәсәй мосолмандарын берләштереүсе матур рухи, дини байрам булды.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...