Яҡташтарға мәрхәмәтле ҡараш

Яҡташтарға мәрхәмәтле ҡараш

Күптән түгел Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылында «Ихлас” мәхәлләһе – йола һәм ғөрөф –ғәҙәттәр йорто асылды.

Мәсет халыҡты берләштереп, күңелде тыныслыҡҡа, йөрәкте илаһилыҡҡа солғап торған урын. Йылдар буйына намаҙға әйҙәгән аҙан тауышынан, күмәкләшеп фарыз ғәмәл үтәүҙән, Ҡөрьән аяттарын тыңлауҙан мәхрүм төбәктәр шыҡһыҙ. унда көн күреүҙең ырыҫы ла, нуры ла юҡ һымаҡ. Бөтә мосолмандар өсөн мәсет – иң ҡәҙерле урын. Ҡыйғы районы Йүкәлекүл ауылында ла ғибәҙәт йортон әллә ҡасан уҡ һалып сығырҙар ине, тик 8 йылға һуҙылған төҙөлөштө йомғаҡлар өсөн ҡайһы бер мәсьәләләр хәл ителеп бөтмәгән әле. 2020 йылдың март айынан йома намаҙын йәмәғәт менән уҡырға, ауылдың имам-хатибы Артур хәҙрәт Ғилмановтың вәғәзен тыңларға теләүсе мосолмандар «Ихлас» мәхәлләһендә йәғни йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр йортонда йыйыла. Мәхәллә хужалары – күршелә генә йәшәгән Разия Ғәбделхаҡ ҡыҙы һәм Шамил Хаматғәле улы Шәриповтар.

«Беҙҙең йорт янындағы еребеҙ әҙ, картуф ултыртырға урын юҡ, шуға ла ошо ташландыҡ ерҙе (ярым емерек өйө лә бар ине) һатып алырға булдыҡ, – тип һөйләй башланы Разия ханым. – Уны кесерткәндән таҙартып, йәшелсә сәстек. Шунан башыбыҙға шундай уй килде: ни өсөн был өй буш тора әле, ниңә уны яңыртмаҫҡа? Ауылға халыҡ ҡайтып тора. Ата-әсәһенең ҡәберен тәрбиәләргә ҡайтҡан ҡай берәүҙәрҙең ауылда ҡунып китергә урыны юҡ: атай нигеҙе һаҡланмаған, туғандары ла ҡалмаған. Тыуған ерҙең һауаһын һулап китеү үҙе бер ғүмер бит”. Йәнтөйәген һағынып, яҡындарының ҡәберҙәрен тәрбиәләргә ҡайтҡан яҡташтары хәҙер мәхәлләлә ҡунып китә ала. Теләге булһа, ошо йортта мәрхүмдәр рухына аят уҡытырға мөмкин, табын әҙерләү өсөн бында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар.

Ишек шаҡып ингән һәр береһе өсөн йөрәктәре асыҡ, мөғәмәләһе ихлас хужаларҙың. «Килгән һәр бер кешегә бар күңелдән ҡыуанабыҙ, – тип йылмайҙы Шамил Хаматғәле улы. – Беҙгә төндә лә килеп инергә мөмкин.» Шәриповтар оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп, Ырымбурҙа, Өфөлә лә йәшәп ала. Әммә Йүкәлекүл ауылында тыуып үҫкән Разияны йәмле Әй буйҙары һәр ваҡыт үҙенә тартып тора, төшөнә инеп йөҙәтә. Иптәше Шамил Хаматғәле улы, сығышы менән Федоровка районы Әтәс ауылынан, хәләленең теләгенә ҡаршы килмәй һәм Разияның яҡташтары бәхетенә Йүкәлекүлдә төпләнәләр. «Мәсет бик ауыр һалына әле, ҙур рәхмәт ошо төҙөлөштө башлап ебәргән ауылдашыбыҙ Искәндәр Йыһаншинға, – тип дауам итте һүҙен Разия Ғәбделхаҡ ҡыҙы. – Быйыл мөһим эшебеҙҙең осона сығып, мәсет асып, ауылыбыҙҙы аҙан тауышына күмергә ине, Алаһ бойорһа!»

Әлегә бөтә дини йолалар «Ихлас» мәхәлләһендә үтә: донъяға тыуған сабыйҙарға исем ҡушыла, йома намаҙын уҡыйҙар, вәғәз һөйләйҙәр. Шамил Шәриповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡын киләсәктә ислам дәрестәрен биреү ҙә күҙҙаллана. Йүкәлекүл ауылы ағинәйе Зәтиә Мостафа ҡыҙы Мирхәйҙәрова ла мәхәллә асыуға ҡыуанып бөтә алмай. «Разия һәм Шамил кеүек йәштәребеҙ күп булһын ине. Ауылды гөрләтеп йәшәйһе килә.» Ауылдаштарының тормошон дин, Ҡөрьән һүҙе менән нурландырырға ынтылып, күршеләренә, яҡындарына ихласлыҡтың гүзәл өлгөһөн күрһәтеп йәшәгән күркәм ғаиләне Раббыбыҙ ҙурлаһын, сауабын бирһен! Иман нуры балҡып, тыуған төйәгебеҙҙә һәр ваҡыт мәрхәмәт һәм тыныслыҡ булһын, ин шәә Аллаһ!

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...