Ата-әсәгә изгелек

Ата-әсәгә изгелек

Белегеҙ, эй мосолмандар, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ беҙгә, иң яҡшы изгелек − ата-әсәңдең яратҡан кешеләре менән бәйләнеш тотоу, тип әйтеп ҡалдырған. Ә ата-әсәне тыңламау, уларҙы ҡайғыға һалыу, ғазаплау − иң ауыр гонаһтарҙың береһе. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: “Иң ауыр гонаһ − кешенең үҙ ата-әсәһен ҡарғауы”. Сәхәбәләр: “Йә Рәсүлуллаһ ﷺ, кеше нисек үҙ ата-әсәһен ҡарғай ала?” − тип һораған. Пәйғәмбәр ﷺ: “Ул икенсе бер кешенең атаһын яман һүҙҙәр менән әрләй, ә теге − уның атаһын; ул башҡа берәүҙең әсәһен тиргәй, ә теге − уның әсәһен”, − тип яуап биргән.

Аллаһу Тәғәлә ата-әсәгә изгелек ҡылырға ҡушҡан. Ҡөрьәндә әйткән (мәғәнәһе): “Аллаһ Үҙенән башҡа һис бер кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа, һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә әмер итте. Әгәр һинең янда ата-әсәңдең береһе йәки икәүһе лә ҡартайып китһә, көсһөҙләнһә, уларға һин асыулы һүҙ әйтмә, хатта “уф” та тимә. Уларҙы ҡатылыҡ менән тыйма, уларға яғымлы һәм йомшаҡ итеп өндәш. Уларға игелекле, итәғәтле, мәрхәмәтле бул һәм доға ҡыл: “Йә Раббым! Бәләкәй сағымда улар миңә мәрхәмәтле булған кеүек, Һин уларға рәхимле бул!” (“Әл-Исра”, 23-24-се аяттар).

Аллаһу Тәғәлә бәлиғ булған һәм аҡылы булған һәр кешегә (мүкәлләф) тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға бойорған һәм быны ата-әсәгә изгелек күрһәтергә ҡушыуы менән бәйләгән. Нисек итеп был ике бойороҡ бер-береһенә бәйләнгән? Беҙҙең был донъяла барлыҡҡа килеүебеҙҙең төп сәбәпсеһе − бары тик Аллаһ һәм беҙҙе тәрбиәләүсе лә ысынында − Ул. Шуның кеүек, ата-әсә лә − донъяға килеүебеҙҙең күҙгә күренеп торған сәбәпсеһе һәм тәрбиәсеһе. Аллаһу Тәғәләнең кешегә ҡарата булған ижад итеү (барлыҡҡа килтереү), Раббы булыу (рубубийә) һәм мәрхәмәтлек кеүек сифаттары иң тәүҙә әсәй-атайҙарыбыҙ аша тойола. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Ата-әсәгә изгелек ҡылыу – нәфел (өҫтәлмә) намаҙ, ураҙа, ҙур һәм бәләкәй хаж, Аллаһ юлында көрәшеүгә ҡарағанда өҫтөнөрәк”, − тигән. Ата-әсәгә изгелекле мөнәсәбәт, улар ҡартайғас, нығыраҡ арта, сөнки олоғая барған һайын, уларҙың бындай мөнәсәбәткә ихтыяжы арта бара. Шуға күрә беҙгә атай-әсәйебеҙгә “уф!” тигән һүҙ менән генә лә ризаһыҙлыҡ белдерергә ярамай, тыйылған. Был − ризаһыҙлыҡты белдергән һүҙҙәрҙең иң бәләкәйе. Ибне Ғәббәс  әйткән: “Әгәр ризаһыҙлыҡты белдереү өсөн “уф!”тан бәләкәйерәк һүҙ булһа, Аллаһу Тәғәлә уны ла тыйыр ине”.

Һағыш

Белегеҙ, һағыш − ул суфыйҙар сифаты, һәм Аллаһу Тәғәлә һағышлы йөрәкте ярата. Аллаһ үҙенең ҡолон яратһа, уның йөрәгенә илата һәм һағыш уята торған ниҙер һала. Ә Раббыла ҡолона ҡарата нәфрәт тыуһа, Ул уның йөрәгенә күңел асыуға, кәйеф-сафаға әүәҫләндерә торған нимәлер һала.

Пәйғәмбәр ﷺ күп ваҡыт һағышлы булған һәм һәр саҡ уйланған. Кеше йәшәмәгән өй нисек иҫкерә, емерелә, шуның кеүек, һағышһыҙ йөрәк тә туҙа, ҡыйрала. Кешене йөрәгендәге һыҡрау һағышландыра. Һағыш кешегә тыныс итеп ашарға ла ирек бирмәй. Ҡиәмәт көнөндә иманлы кешенең иң күп яҡшы ғәмәлдәре уның был тормошта үткәргән һағыш һәм борсолоуҙарынан торор. Һәр нәмәгә зәкәт һалынған кеүек аҡылдың зәкәте − оҙайлы һағыш.

Суфьян ибне Ғөйәйнә  әйткән: “Әгәр бер һағышлы кеше ниндәйҙер өммәт (халыҡ) өсөн илаһа, Аллаһ ул өммәткә рәхимле булыр”.

Ас тороу

Ас тороу − ул суфыйҙарға хас сифат һәм нәфсе менән көрәштә мотлаҡ булған шарттарҙың береһе. Ас тороу тәртибе − ғәҙәттә ҡабул ителгән ризыҡ күләмен бесәй ҡолағы дәүмәленә ҡалдырыу. Аслыҡ (ас тороу) − яҡтылыҡ, ә туҡлыҡ − ут. Был ут, хужаһын яндырып бөтмәйенсә, һүнмәй. Туҡлыҡ − донъя эштәренә, ә аслыҡ (ас тороу) − әхирәт эштәренә асҡыс.

Риүәйәт ителгән: Фатима  Аллаһ Рәсүленә ﷺ икмәк киҫәге алып килгәс, Пәйғәмбәр ﷺ: “Был нимә, Фатима”, − тип һорай. Фатима: “Был − үҙем бешергән йәймә. Мин, уның бер өлөшөн һиңә алып килмәйенсә, йәнемә тыныслыҡ таба алманым”, − ти. Пәйғәмбәр ﷺ: “Был һинең атайыңдың һуңғы өс көндә ашаған тәүге ризығы”, − ти.

Бер шәйех ныҡ асығыуҙан илай, унан илауының сәбәбен һорағас, ул: “Минең аслыҡтан илауым − Аллаһтың маҡсаты икәнен әллә һин белмәйһеңме?!” − тип яуап бирә.

Бер шәйехҡа берәүҙең тәүлегенә бер ҡабат ҡына ашауы тураһында һөйләйҙәр. Ул әйтә: “Былай итеп ситдыҡтар (Аллаһҡа айырым яҡын булғандар) ризыҡлана”. Унан тәүлегенә ике тапҡыр ашаған кеше тураһында һорағандар. Ул яуап биргән: “Был − иманлы кешеләрҙең туҡланыуы”. Ә инде унан тәүлегенә өс тапҡыр ашай торған кеше тураһында һорағас, ул: “Өйөңдәгеләргә әйт, һиңә тағараҡ (кормушка) әҙерләһендәр”, − тип яуаплаған.

Әбү Ғабдуллаһ бине Хафиф  һөйләгән: “Остазым миңә һәр кис ифтарға ун бөртөк йөҙөм килтерергә ҡушты. Мин, уны йәлләп, ун биш йөҙөм алып килдем. Ул миңә ҡараны ла: “Һиңә кем ул тиклем алып килергә ҡушты?” − тине. Ул унды ғына ашаны, башҡаларын ҡалдырҙы”.

Истиҡәмәт

Истиҡәмәт (һис бер тайпылышһыҙ хаҡ юлды тотоу) − ул нәфсегә хас булған ғәҙәт-йолаларҙан йыраҡлашыу һәм Аллаһу Тәғәлә ҡушҡан хаҡ һәм тура юлды тотоу. Эй балаларым, эстән дә тыштан да ышаныслы булығыҙ, истиҡәмәт дәирәһенә, түңәрәгенә инегеҙ − был кәрәмәттәрҙән бөйөгөрәк.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, камил тәҡүәлек истиҡәмәт менән була. Истиҡәмәт нәфсеңде Ҡөрьәндә һәм хәҙистә әйтелгән әхлаҡҡа әйҙәй. Ғаләмдәр Раббыһы әйткән (мәғәнәһе): “Кешеләрҙең хаталарын ғәфү ит, яҡшылыҡҡа өндә, наҙандарҙан ситләш” (Әл-Әғраф” сүрәһе, 199-сы аят). Үҙеңдең замандаштарыңа ҡарата: кескәйҙәр өсөн − атай һымаҡ, ә өлкәндәргә улдары һымаҡ бул. Кешеләрҙе Раббың юлына хиҡмәт һәм матур нәсихәт менән саҡыр, улар менән йылы бәхәс-әңгәмә ҡор. Йомшаҡ бул, кешеләргә уларҙың аҡылы ҡабул итерлек кимәлдә, улар аңларлыҡ телдә мөрәжәғәт ит. Ул сағында, Аллаһ һине үҙенең ышаныслы кешеләренең береһе итер һәм һиңә иманлы ярҙамсылар бирер, тигән өмөт бар. Истиҡәмәт дәирәһенән сыҡма һәм Аллаһтың һине һынауҙарҙан (мәкер) ҡурсалауына иҫәп тотма, сөнки был − төпкәрәк йәшерелгән сер.

Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Хаҡиҡәттә, Раббыбыҙ − Аллаһ”, − тип әйткән һәм аҙаҡ истиҡәмәтле, диндә ныҡ булыусы кешеләргә үлем сәғәтендә фәрештәләр төшөп: “Ҡурҡмағыҙ ҙа, ҡайғырмағыҙ ҙа, фани донъяла һеҙгә вәғәҙә ителгән Ожмахҡа ҡыуанығыҙ”, − тип әйтерҙәр” (“Фуссыиләт” сүрәһе, 30-сы аят). Аллаһу Тәғәләнең: “Һәм аҙаҡ истиҡәмәтле...” − тигәнендә − иманлы кешеләрҙең ғәмәлдәрен ихлас, Аллаһ ризалығы өсөн башҡарыуы һәм Раббыға шәриғәт ҡушҡанса ғәмәл ҡылыуҙары тураһында һүҙ бара. Әбү Бәкер әс-Ситдиҡ , был − Аллаһтан башҡа бүтән бер илаһҡа ла мөрәжәғәт итмәһендәр, тигәнде аңлата, тип әйткән. Ғүмәр , бында − улар, хаҡ юлды һайлағандан һуң, ситкә тайпылмаһын, төлкө һымаҡ хәйләләшмәһен (шәриғәт ҡушҡанды урап үтергә маташмаһындар) тигән мәғәнә һалынған, тип әйткән.

Пәйғәмбәр ﷺ әйткән: “Истиҡәмәтле булығыҙ, һәм бының өсөн һеҙ уның әжер сауабын иҫәпләп бөтә алмаҫһығыҙ. Белегеҙ, динегеҙҙә иң яҡшы ғәмәл − намаҙ, һәм ысын мөьмин генә һәр ваҡыт тәһәрәтле йөрөргә тырыша”.

Шулай уҡ бел, истиҡәмәт − ул эштең тамам булып, камил итеп, еренә еткереп башҡарылыуын күрһәткән дәрәжә. Был кимәлгә фәҡәт бөйөк кешеләр генә етә ала. Бер шәйех менән булған хәл быға дәлил. Ул төшөндә Пәйғәмбәрҙе ﷺ күргән һәм унан һораған: “Йә Рәсүлуллаһ ﷺ, һин: “Һуд” сүрәһе төшкәс, сәсем ағарҙы”, − тигәнһең. Һинең сәсеңде нимә ағартты: пәйғәмбәрҙәр тарихымы, әллә ҡәүемдәрҙең һәләк булыуы тураһындағы ваҡиғалармы?” Пәйғәмбәр ﷺ миңә: “Улар түгел, ә Аллаһу Тәғәләнең (мәғәнәһе): “Истиҡәмәтле бул, тура юлды, һиңә нисек ҡушылған, шулай тот!” − тигән һүҙҙәре”, − тип яуап бирҙе”.

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ. “ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе, ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...