Тоғро һүҙле булыу (сидҡ)

Тоғро һүҙле булыу (сидҡ)

Тоғро һүҙлелектең мәғәнәһе

Ысынында, тоғро һүҙле булыу ул – мөриттең таянысы, уның тәртибе, мәҙәниәте һәм камиллығы. Сидҡтың дәрәжәһе юғары, пәйғәмбәрлек дәрәжәһе артынса уҡ килә. Тоғро һүҙле булыуҙың − иң түбән кимәле, һинең йәшерен һәм асыҡ ғәмәлдәреңдең тап килеүе. Һүҙендә лә, ғәмәлендә лә һәм, ниндәй генә хәлдә булмаһын, тик дөрөҫлөктө тотҡан кешеләр була. Уларҙы сиддиҡ тип атайҙар. Йәғни, сиддиҡ ул − хаҡ, тоғро, ғәҙел, үҙенең сиктән тыш намыҫлы булыуы менән билдәлелек яулаған кеше. Шуны белегеҙ, сидҡ ул эстән дә, тыштан да − хәҡиҡәткә тоғролоҡ, йәғни эсеңдәге менән тышыңдағы бер булырға тейеш. Шуға күрә, сиддиҡ ул − йөрәгенең тоғролоҡло булыуы арҡаһында, башҡалар күңелендә уға ҡарата ихтирамдың юғалыуына иғтибар итмәгән кеше. Ундай кеше (сиддиҡ), ҡылған изге ғәмәлдәренең кескәй генә берәй өлөшөн күреп ҡалып, иғтибар итһәләр ҙә, яратмай, һәм уның ҡылығында ниндәйҙер насарлыҡ күрһәләр − асыуланмай. Имам әлДжүнәйд әйткән: “Тоғро һүҙлелек ул − ялғандан башҡа һис ниндәй ҡотолоу сараһы булмаған хәлдә лә, дөрөҫтө һөйләү. Бит ялған − шәриғәт тарафынан кире ҡағыла, һәм кешенең тәбиғәте лә уны ҡабул итмәй”.

Тоғро һүҙле булыуҙың фазиләте, мәртәбәһе

Ысынбарлыҡта − тел ул әҙәмгә бирелгән ҡиммәтле хазина, дәрәжә. Һәм кемдең теле хаҡ һүҙҙәр генә һөйләй, ул хөрмәт һәм абруй яулай. Тоғро һүҙле булыуҙың ҡиммәтен асыҡлау өсөн беҙгә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ әйткәндәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә: “Шикленән баш тартып, шик булмағанды һайла. Дөрөҫлөк ул – тыныслыҡ бирә, ә ялған − шик тыуҙыра”. Аллаһ Рәсүле шулай уҡ әйткән: Ысынында, дөрөҫтө генә һөйләү яҡшылыҡҡа килтерә, ә яҡшылыҡ Ожмахҡа илтә. Ысынында, ялғанлыҡ боҙоҡлоҡҡа килтерә, ә боҙоҡлоҡ Тамуҡҡа илтә”. Лоҡман әл-Хәкимдән: “Бындай дәрәжәгә һин нисек ирештең?”, − тип һорағас, ул: “Дөрөҫтө һөйләү һәм миңә ҡағылмаған нәмәләрҙе ҡалдырыу арҡаһында”, − тип яуап биргән.

Дин ғалимдары бөтәһе лә бер фекерҙә: кешегә төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа ла, хатта ҡайһы саҡ язаға дусар итһә лә, нәфсенең ҡотолоу юлы − фәҡәт дөрөҫлөктә. Улар әйтә: “Дөрөҫлөккә тотон, сөнки һин, ул миңә зыян килтерер, тип ҡурҡҡан ерҙә ул һиңә файҙа килтерер. Алдашма, сөнки һин алдашыуыңдан файҙа көткәндә, ул һиңә мотлаҡ зыян килтерер”. Һатыусы алдашыу юлы менән тауарын уңышлы һатырына нисек кенә иҫәп томаһын − ул ныҡ яңылыша. Бер риүәйәттә әйтелә: “Намыҫлы һатыусы фәҡирлеккә төшмәҫ”.

Ялғандың зыяны

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ялғанлыҡтан иҫкәртеп торған, мосолмандың холҡонда шелтәле сифаттар күп булырға мөмкин, әммә алдашыуҙың мосолманға хас түгеллеген, ысынында, мосолман алдашмай икәнлеген беҙгә аңлатып ҡалдырған. Әбү Дәрдә: “Эй Аллаһ Рәсүле, мөьмин урлаша аламы?” − тип һораған. “Булыуы мөмкин”, − тигән Пәйғәмбәр e. Әбү Дәрдә яңынан һорау биргән: “Ә мосолман зина ҡыла аламы?” Пәйғәмбәр e: “Эйе, хатта Әбү Дәрдә бының киреһен теләһә лә”, − тип яуаплаған. Сәхәбә йәнә һораған: “Ә мосолман алдаша аламы?”.

Пәйғәмбәр e: “Кем иман килтермәгән − шул ялғанды уйлап сығара”, − тигән. Икенсе бер риүәйәттә әйтелгән: “Юҡ, ялғанды бары тик иман килтермәгән кеше генә уйлап сығара”. Пәйғәмбәр ﷺ айырыуса кеше йыйылған ерҙә халыҡты көлдөрөр өсөн алдап һөйләгән кешеләрҙе иҫкәрткән. Ул әйткән: “Кем кешеләрҙе көлдөрөр өсөн ялған һүҙ һөйләй, уға – ҡайғы-хәсрәт булһын! (һуңғы һүҙҙәрҙе 3 тапҡыр ҡабатлаған)”.

Аллаһ Илсеһе ﷺ өс осраҡта алдашырға мөмкин, тип, асыҡлап үткән: һуғыш ваҡытында, сөнки һуғыш – ул дошманды алдауға нигеҙләнгән; ике кешене яраштырыусыға; һәм ҡатыны менән ярашырға теләгән кешегә. Шик юҡ: ялған − ул барса гонаһтарға ҡапҡа. Сөнки алдашыу − ул иң насар сифат. Шундай риүәйәт килтерелә: Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бер кеше килгән һәм әйткән: “Мин өс төрлө гонаһ: алдашыу, зина ҡылыу, хәмер эсеү арҡаһында бәләгә тарыным. Уларҙан ҡотолорға сабырлығым етмәй”.

Пәйғәмбәр ﷺ уға былай тигән: “Алдашыуҙан туҡта!” Шулай тигәс, теге кеше киткән. Бер ваҡыт уның зина ҡылырға теләге тыуа һәм ул үҙ-үҙенә былай ти: “Әгәр мин был гонаһты ҡылһам, Пәйғәмбәр ﷺ ул турала һораясаҡ. Әгәр мин, зина ҡылдым, тип әйтһәм, ул миңә яза бирәсәк − йөҙ тапҡыр һуҡтырасаҡтар, әгәр алдашһам − вәғәҙәне боҙам”. Шулай итеп, ул был гонаһтан баш тарта. Ләкин оҙаҡламай уның хәмер эскеһе килә башлай. Ул тағы, юғарыла әйтелгәндәге һымаҡ, уйлана һәм был гонаһтан да ваз кисә. Шунда ул бөтә гонаһтарҙың да нигеҙендә алдашыу ятҡанлығын аңлаған. Мөхәммәд ибне әл-Һарауи әйткән: “Кеше өсөн иң ҙур бәлә − холҡондағы ике сифат: әжерсауабын белә тороп – дөрөҫтө генә һөйләүҙе ҡалдырыу, һәм, язаһын белә тороп − ялған һүҙ һөйләү”.

Дөрөҫтө һөйләү хаҡында изгеләрҙең әйткәне

Дөрөҫлөк һәм уның олуғлығы тураһында күп аҫыл һүҙҙәр әйтелгән. Бына шуларҙың бер нисәһе:

1. Шәҡиҡ әл-Бәлхи әйткән: “Дөрөҫөн һөйләүсе мөриттең миҫалы − финик пальмаһы ултыртып, емеш урынына сәнскәк үҫер, тип ҡурҡҡан кешегә оҡшаш. Ә алдаҡсы мөрит − сәнскәкле ағас ултыртып, уның финик биргәнен көткән кешегә оҡшаш”.

2. Әбү әл-Фәтх әл-Мусилиҙән дөрөҫтө һөйләү тураһында һорағас, ул ҡулын тимерлек ҡаҙанына тығып, ҡыҙған тимерҙе тартып сығара ла усына һала һәм әйтә: “Бына нимә ул дөрөҫлөк”.

3. Шулай уҡ әйтелгән: “Тоғро һүҙле − ул, үҙендәге ниндәйҙер йәшерен серҙең асылыуынан ҡурҡмайынса, үҙ үлеменә әҙерләнеүсе кеше. Аллаһу Тәғәлә әйткән (мәғәнәһе): “Һүҙегеҙ хаҡ икән, үлем теләгеҙ” (“Әл-жөмға” сүрәһе, 6-сы аят). Әгәр бәндә тоғролоҡло булһа, әжәленә ихлас әҙерләнһә, үлем сәғәте ҡасан ғына килеп етмәһен, ул хафаланмаясаҡ, сөнки уның Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында оялырлыҡ ғәмәлдәре юҡ.

4. Зүн-Нүн әл-Мисри әйткән: “Дөрөҫлөк − ул Аллаһтың ҡылысы, Уны нимәлә генә һынап ҡарамаһындар, ул бөтәһен дә саба”.

5. Бер ғалим әйткән: “Кем үҙенең даими бурысын (фарызды) үтәмәй, ул кешенең билдәләнгән ваҡыт буйынса башҡарылған бурысы ҡабул ителмәй”. Унан, ә нимә һуң ул даими бурыс, тип һорағас, ул: “Дөрөҫтө һөйләү”, − тип яуап биргән.

6. Тәҡүәлеләрҙән тағы берәү әйткән: “Ялғансының билгеһе − йыш ант итеү, хатта быны унан талап итмәһәләр ҙә.

7. Шулай уҡ әйтелгән: “Үҙүҙен маҡтаған йәки башҡаларға ялағайланған кеше дөрөҫлөктөң еҫен дә тоймай”.

8. Аллаһу Тәғәләнең (мәғәнәһе): “Эй иман килтергән кешеләр, Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тоғро һүҙлеләр (сиддиҡтар) менән булығыҙ” (“Әт-Тәүбә” сүрәһе, 119- сы аят), тигән һүҙҙәренә ошондай аңлатма бирелгән: эй һеҙ, иман китергән Китап әһелдәре, хаҡ һүҙле мосолмандар менән булығыҙ, йәғни был донъяла, дөрөҫтө һөйләп, иманда тороғоҙ һәм, үлгәндән һуң, Йәннәттә дөрөҫтө генә һөйләүсе мосолмандар менән бергә булырһығыҙ.

9. Дин ғалимдары йәнә шулай ти: “Дөрөҫтө һөйләү − ул яҡшы хәлтороштоң иң юғары баҫҡысы. Йәғни хәл-торошоңдоң эстән дә, тыштан да бер кимәлдә, бер тигеҙлектә булыуы. Бындай хәл үтә һирәк була, һәм ул һинең яңғыҙ йәки кешеләр араһында булыуыңа ҡарамай”. Дөрөҫлөк һүҙҙәрҙә булған кеүек, шулай уҡ рухи хәлдәрҙә лә була. Был уның камилыраҡ төрө.

(дауамы бар)

ӘХМӘТ ХАЖИ АБДУЛАЕВТЫҢ

“ИЗГЕЛӘР ӘҘӘБЕ” КИТАБЫНАН

Әлфиә Батталова тәржемәһе,

ҡануни мөхәррир Азат Шәрипов

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...