Телдәр – Аллаһу Тәғәләнең ниғмәте

Телдәр – Аллаһу Тәғәләнең ниғмәте

Йыл һайын ун дүртенсе декабрҙә Башҡортостан Республикаһында башҡорт теле көнө, ә ун һигеҙенсе декабрҙә иһә бөтә донъяла ғәрәп теле көнө билдәләнә.

 

Башҡорт теле көнөнөң тап ун дүртенсе декабрь көнөнә тәғәйенләнеүе башҡорт һәм төрки донъяһының оло мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бәйле булһа, ғәрәп теле көнөнөң нәҡ ун һигеҙенсе декабрҙә билдәләнеүе Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 1973 йылдың ошо көнөндә ғәрәп телен рәсми халыҡ-ара дипломатия телдәре ҡатарына индерелеүенә арналған.

Донъяла телдәргә бындай иғтибар бирелеүе уларҙың айырым ҡәүемдәр һәм дөйөм кешелектең тарихында, бөгөнгөһөндә һәм киләсәгендә мөһим урын алып тороуы тураһында һөйләй.

Ҡөрьән Кәримдең «Әр-Рахмән» сүрәһенең 1-4-се аяттарында Аллаһ Раббыбыҙ (мәғәнәһе): «Әр-Рахмән! Ул Ҡөрьән өйрәтте, кешене донъяға яратты, уны һөйләшергә (аңлашырға) өйрәтте», – тип әйтә. Тимәк, әҙәм балаларының өндәр, ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр, йәғни, тел, телмәр ярҙамында үҙ фекерҙәрен белдерә, аңлаша, аралаша алыуҙары ла һулаған һауабыҙ, эскән һыуыбыҙ, ашаған ризығыбыҙ кеүек үк ғаләмдәр Раббыһының оло ниғмәте ул. Һәр милләткә үҙенә генә хас айырым тел бирелеүе лә Раббыбыҙҙың мөғжизәләренән бер хикмәт, Уның сикһеҙ ҡөҙрәтенең, йомартлығының билдәһе. Был хаҡта Аллаһу Тәғәлә Үҙе «Әр-Рум» сүрәһенең 22-се аятында (мәғәнәһе): «Уның аяттарынса, Ул Күктәр менән Ерҙе яратҡан, һеҙҙең телегеҙ менән төҫөгөҙҙө төрлө-төрлө иткән. Ысынлап та, белгән кешеләргә бында аяттар бар!» − тип иҫләтә. Тимәк, беҙгә Раббыбыҙҙан бер мөғжизә, Уның оло ниғмәте, ҡөҙрәтенең, йомартлығының иҫбаты, ата-бабаларыбыҙҙың аманаты итеп бирелгән туған телебеҙҙең ҡәҙерен белеү, туған телдә аралашыу, һөйләшеү, уны, ул-ҡыҙҙарға, ейән-ейәнсәрҙәргә өйрәтеп, киләһе быуындарға тапшырыу − милли генә түгел, ә дини бурысыбыҙ. Быны онотмайыҡ, ҡәрҙәштәр!

Ә инде ғәрәп теленә килгәндә, Аллаһ Раббыбыҙ бөтә кешелеккә төбәлгән һуңғы һүҙе – Ҡөрән Кәримде башҡа телдә түгел, ә нәҡ ғәрәп телендә төшөргән, иң һөйөклө ҡоло, ғаләмдәргә рәхмәт булып килгән иң һуңғы пәйғәмбәре Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмде ғәрәп ҡәүеме вәкилдәре араһынан һайлаған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ күп һанлы исем-эпитеттарының береһе – Мостафа. Ғәрәпсәнән тәржемәһе − оло бер вазифаны, миссияны үтәр өсөн махсус һайланған кеше, тигәнде аңлата.

Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьән Кәримдә (мәғәнәһе): «Беҙ уны ғәрәп телендә Ҡөрьән итеп күндерҙек. Бәлки, һеҙ төшөнөрһөгөҙ!» − тип әйтте («Йософ» сүрәһе, 2-се аят).

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ Табәрани, Хәким, Бәйһаҡиҙарҙан риүәйәт ителгән бер хәҙис шәрифендә әйтә: «Ғәрәптәрҙе өс сәбәп арҡаһында яратығыҙ: минең ғәрәп булыуым сәбәпле, Ҡөрьән Кәримдең ғәрәп телендә иңдерелеүе сәбәпле һәм Ожмах әһеленең теле лә ғәрәп теле булыуы сәбәпле».

Ғәрәп телен яҡын күреү, уны яратыу, туған телебеҙ менән бер рәттән, уны өйрәнеү, белеү, балаларға өйрәтеү мөьмин мосолмандар өсөн сөннәт ғәмәл булып тора.

Туған телебеҙҙе беләйек, ҡәҙерләйек, аманат итеп йәш быуындарға тапшырайыҡ, ҡәрҙәштәр! Мөьмин мосолмандар, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ хаҡ өммәттәре булараҡ, ғәрәп телен дә яҡын күрәйек, яратайыҡ, өйрәнәйек, беләйек, өйрәтәйек! Ожмахтарҙа бергә йыйылып, ғәрәпсә һөйләшергә насип булһын, тип доғалар ҡылышайыҡ!

 

 

Башҡорт теле

 

Башҡорт теле – оло ниғмәт

Фәҡәт башҡорт халҡына;

Телемдә төкәнмәҫ хикмәт,

Халҡым йәне һаҡлана.

 

«Телдәрҙең төрлө булыуы −

Мөғжизә!» − тине Аллаһ;

Тик ошо төрлөлөк менән

Донъялар йәмле була.

 

Ошо мөғжизәнең ҡәҙ(е)рен

Берүк, ҡәрҙәш, беләйек;

Атай-олатайҙарҙың хаҡ

Вариҫтары булайыҡ!

 

Һаҡлайыҡсы ошо йәмде,

Юғалтмайыҡсы телде;

Туған телде беҙ юғалтһаҡ,

Йәме ҡалмаҫ был Ерҙең!

 

Ошо мөғжизәне, йәмде

Бирәйек балаларға;

Раббыбыҙҙың ҙур ниғмәтен

Тапшырайыҡ уларға!

 

Ҡиәмәткәсә яңғ(ы)раһын

Һәр өнө туған телдең;

Быға үҙ хеҙмәтен һалһын

Ул-ҡыҙы тыуған илдең!

 

 

 

Рамаҙан Оморҙаҡов, Өфө ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...