Ҡәрҙәшлекте нығытҡан бәрәкәтле мәжлес

Ҡәрҙәшлекте нығытҡан бәрәкәтле мәжлес

Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында тотош Башҡортостан буйынса ойошторолған ислам нигеҙҙәрен һигеҙ айҙа дистанцион уҡыусы мөслимәләрҙең мәртәбәле йыйыны гөрләп үтте. Республикабыҙҙың Баймаҡ районы буйынса ахуны Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужиндың фатихаһы менән был сараны ойоштороусы Айһылыу Әмир ҡыҙы Сәләхованың шәкерттәре төрлө райондарҙан килеп еттеләр.

 

Бындай сараны Айһылыу Сәләхова инде алтынсы йыл рәттән үткәреп килә. Быйылғы шәкерттәре, иман, ислам нигеҙҙәрен, намаҙ-тәһәрәт тәртиптәрен, пәйғәмбәрҙәр тарихын, сираны уңышлы өйрәнгәндән һуң, ошо уҡыуҙары нигеҙендәге викторинала белемдәрен күрһәтеп ҡыуандырҙы. Уларға дәрестәрҙе Айһылыу Әмир ҡыҙы 2016 йылдан алып үҙе уҡытҡан шәкерттәре араһынан һайлап тәғәйенләгән уҡытыусылар менән бергәләп алып барҙы.

Мәҫәлән, Ейәнсуранан Сәриә Фәсхетдин ҡыҙы Йылҡыбаева, Баймаҡтан Фирҙәүес Рамаҙан ҡыҙы Мырҙабулатова, Мәләүездән Сәриә Зәки ҡыҙы Ҡәйүмова. Ошо мөғәллимәләр уҡытыуында аудиояҙмалар менән дәрестәр бирелеп, һәр биш-алты тема һайын видео осрашыуҙар аша һынауҙар үткәрелеп килде.

Был матур осрашыу − танышыу-күрешеүҙән башланып, хәләл ризыҡ-күстәнәстән ауыҙ итеү, оҫта Темәс мөслимәләренең иҫ киткес ҡул эштәрен, милли аш-һыу күргәҙмәһен баһалап, Гран-при тапшырыу, Гүзәл Искәндәрованың һәм Гөльямал Ғәлиәкбәрованың боронғо башҡорт кейемдәренең этнографик өлгөләре менән танышыу, Рәйсә Сырлыбаева һәм Мәүлиҙә Шәйәхмәтовалар етәкләгән Баймаҡ мөслимәләренең изге китабыбыҙ Ҡөрьән сүрәләренә тәджүид-тәфсирен тыңлау − ошо йыйында булыусы мөслимәләрҙең үҙҙәре яҙған дини шиғырҙары менән үрелеп барҙы. Донъя эштәрен ташлап, оҙон юлдар үтеп, динем, тип янған Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Мәләүез, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Темәс, Ишбирҙе, Сәйғәфәр мөслимәләренә Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәте яуһын! Шулай уҡ Рәйсә Сырлыбаеваға, Мәүлиҙә Шәйәхмәтоваға, айырыуса, Әлфирә Яхинаға, Тәнзилә Халитоваға, Гөлфиә Буранғоловаға, Нәжиә Иҫәнғужинаға, Лилиә Рәхимғоловаға бөтә мөслимәләр исеменән дә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Осрашыуға килгән мөслимәләр дини ҡәрҙәшлектәрен нығытып, рәхмәт хаттары, бүләктәр алып, Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн эш алып барғандарына һөйөнөшөп таралышты. Был изге сарала ҡатнашыусыларға Аллаһу Тәғәләнән иман ҡеүәте, оло сауап-тар һәм иҫәнлек-һаулыҡ насип булһын.

 

Гөлфиә Буранғолова

Баймаҡ районы Темәс ауылы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...