Солоҡсоға таҡтаташ

Солоҡсоға таҡтаташ

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәммәт ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан үҙенсәлекле таҡтаташ асылды. Ауылдаштары Бөйөк Ватан һуғышы яугире, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры, ҡасандыр ауыл муллаһы вазифаһын да үтәгән Сабир Заһиҙуллиндың иҫтәлеген ауыл эргәһендәге урман эсендә мәңгеләштәрҙе.

 

Уҙған быуаттың 50-се йылдарында Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарын үтеп ҡайтҡан ветеран ауыл урманындағы бер нисә ҡарағайға солоҡ уйып, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Ваҡытында ул был солоҡтарҙан күп кенә бал алыуға ирешкән. Дәһшәтле һуғыш яугире һәм дин әһеленә иҫтәлекле таҡтаташ тап ошо ҡарағайҙарҙың береһе эргәһендә ҡуйылды ла инде.

Сабир Заһиҙуллиндың вафатына инде 40 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ауылдың өлкәнерәк кешеләре солоҡ ҡарағайҙарының урынын яҡшы иҫләгән булып сыға һәм уны умартасының вариҫтарына күрһәтә. Ошо көндән алып олаталарының исемен мәңгеләштереү теләге менән янған ейәндәре изге хыялдарын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан бойомға ашырҙы. Таҡтаташты асыу тантанаһында ҡатнашыусылар Сабир Заһиҙуллиндың эшкә уңған, йомарт һәм сабыр холоҡло кеше булыуын иҫкә алды. Ҡаҡса ғына, ыҡсым буйлы ир уҙаманы һуғыштан һуң ең һыҙғанып колхозда эшләй, халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе була. 1968 йылдан алып 1985 йылда вафатына тиклем Сабир Заһиҙуллин ауылдаштарына иман нуры өләшә – Иҫке Мөхәмәттә указлы мулла вазифаһын үтәй. Әлеге ваҡытта Иҫке Мөхәммәт ауыл мәсетенең имам-хатибы Әмерхан Сәғитов белдереүенсә, Сабир Заһиҙуллин Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклем Үрге Ҡыйғы мәҙрәсәһен тамамлай. Ислам тәғлимәтен төплө үҙләштергән ир ауылдаштарын да һәр ваҡыт изгелеккә, миһырбанлыҡҡа өндәй. Бала йәнле кеше булыуы менән дә айырылып тора. Сабир Заһиҙуллиндың ейәнсәре Зәлиә Ғибәҙуллина олатаһының ауылдағы барлыҡ бала-сағаны кәрәҙле бал менән һыйларға яратыуын иҫләп, олатайлы бала сағының бик бәхетле булыуын тулҡынланып һөйләне. Ауылдаштары иҫләүенсә, умартасы уҙамандың йорт ихатаһында ла түмәр умарталар ултыра, солоҡсо ҡортсолоҡ менән мөкиббән китеп, ихлас шөғөлләнә.

 

 

 

 

Йөҙйәшәр ҡарағай эргәһендә ойошторолған тантаналы сараға абруйлы дин әһеленең ейәндәре һәм бүләләре күпләп килде. Ҡатыны Мәрғүбә менән дүрт ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән Сабир мулланың вариҫтары бергә йыйылһа, ысынында үҙе бер оло ҡор хасил була. Сабир Заһиҙуллиндың улдарының береһе Ишхужа Заһитов менән килене Зәйтүнәнең ғаиләһендә генә лә туғыҙ бала үҫкән! Шул да мәғлүм булһын – солоҡсоноң васыяты буйынса, хәҙер нәҫел ир-аттары олаталарының атаһы Заһиҙулла аҡһаҡалдың исеменән алынған Заһитов фамилияһын йөрөтә. Әлеге ваҡытта Заһитовтар ауылды йәшәтеүсе нәҫел тип әйтһәк тә, һис тә хата булмаҫ ине. Ишхужаның улдарының береһе Артур Заһитов ауылдың ғына түгел, райондың да уңышлы фермеры. Йылҡысылыҡ һәм олатаһынан ҡала умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Олатаһының исемен мәңгеләштереү эше лә Артур Ишхужа улының тырышлығы менән тормошҡа ашырылды. Ҡасандыр солоҡ балы биргән ҡарағай эргәһенә Сабир Заһиҙуллин тураһында ҡыҫҡаса белешмә яҙылған таҡтаташ ҡуйылды. Иҫтәлекле урында Ибрай ауыл хакимиәте башлығы Рифат Сәғитов арҙаҡлы солоҡсоноң иң кескәй вариҫына балта тоттороп, уның олатаһы кәсебен дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Киләсәктә туғандар һәм ауылдаштар ҡарағайҙың тирә-яғын төҙөкләндереп, бында ял урыны эшләргә ниәтләй.

Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Сабир Заһиҙуллин «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгәне өсөн» һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән булған. Батыр иҫтәлеген, еңеүсе илебеҙҙең данлы йылъяҙмаһы ғына түгел, ул күркәмерәк итергә теләгән тыуған ере, һәр ағас һәм япраҡ та һаҡлай.

Уҙған быуат урталарында арҙаҡлы умартасы солоҡ уйған йөҙйәшәр ҡарағай республикабыҙҙың мәҙәни мираҫ объекттары исемлеген дә тулыландыра алыр ине, моғайын. Киләсәктә был ниәттең тормошҡа ашырына ышанғы килә.

 

Гөлдәриә Йосопова, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....