Атҡа йәки транспортҡа ултырғанда

Атҡа йәки транспортҡа ултырғанда

«Бисмилләәһ, әл-хәмдүлилләәһ».

Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән, Аллаһҡа маҡтауҙар булһын!»

 

«Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙә үә мәә күннәә ләһүү мүкриниин. Үә иннәә иләә раббинәә ләмүнҡалибүүн».

Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ етмәй. Дөрөҫлөктә, беҙ Раббыбыҙ хозурына ҡайтып барабыҙ».

 

«Әл-хәмдү лил-ләһ, әл-хәмдү лил-ләһ, әл-хәмдү лил-ләһ, Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, сүбхәәнәкәл-лааһүммә! Иннии ҙаләмтү нәфсии фәғфир лии фә иннәһүү ләә йәғфируҙ-ҙүнүүбә илләә әнт».

Мәғәнәһе: «Бөтөн маҡтау – Аллаһҡа! Бөтөн маҡтау – Аллаһҡа! Бөтөн маҡтау – Аллаһҡа! Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк! Эй Аллаһым! Һин кәмселектәрҙән Пакһың. Дөрөҫлөктә, мин үҙемә золом яһаным, мине Үҙең ярлыҡа. Сөнки дөрөҫлөктә, Һинән башҡа гонаһтарҙы ярлыҡаусы һис кем юҡ!» (Әбү Дауыт, әт-Тирмизи)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...