ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға

 

«Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән».

Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе юҡ. Шундай шифа бир, сирҙән бер нәмә лә ҡалмаһын» (Бохари).

 

Ниндәйҙер бер ауырыу менән һыналған кешене күргәндә

 

«Әлхәмдү лил-ләәһил-ләҙии ғәәфәәнии миммәб-тәләәкә биһ, үә фәддаләнии ғәләә кәҫиирин миммән халәҡа тәфдыыләә».

Мәғәнәһе: «Һине һынаған нәмәнән мине ҡотҡарған һәм мәхлүктәренең күбеһенән мине артыҡ иткән Аллаһҡа маҡтауҙар булһын!» (Бохари, Мөслим).

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...