Өфө нурлы мәсеттәре менән!

Өфө нурлы мәсеттәре менән!

Өфө нурлы мәсеттәре менән!

Беренсе йәмиғ мәсете

 

Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә, Туҡай урамында урынлашҡан Өфөнөң беренсе йәмиғ мәсете Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең нәҫеле, олуғ шәйех Абдулҡадир Джилани исемен йөрөтә.

 

Был тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы 1830 йылда Ырымбур мосолмандары диниә назараты мөфтөйө Ғәбдесәләм Ғәбдрәхимов тәҡдиме менән 2-се гильдия сауҙәгәре Мөьмин Хоҙайсәйетов индергән иғәнәгә төҙөлә. Классицизм стилендә таштан һалынған ике ҡатлы, бер манаралы Аллаһ йорто 1920 йылдарҙа Рәсәй мәсеттәре араһында баш мәсет һанала. Мәсет эргәһендә «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм ике синыфлы рус-башҡорт училищеһы эшләй.

Беренсе йәмиғ мәсете үҙ эсенә күп тарих һыйҙырған. Бында оҙаҡ йылдар Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәс һәм һаҡал бөртөктәре, халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған төрлө яҙма ҡомартҡылар һаҡлана. Үҙәк диниә назараты мөфтөйө, күренекле дин ғалимы Ризаитдин Фәхретдинов та үҙенең киң билдәле «Аҫар» китабы өҫтөндә ошонда хеҙмәт түккән. СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының диниә идаралығы мөфтөйө, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе Ғабдрахман Рәсүлевтың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мосолмандарҙы фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә берҙәмлеккә өндәгән мөрәжәғәте лә ошонда яҙылған. «Труд» гәзитендә баҫылып сыҡҡан был мөрәжәғәт, Советтар Союзының мосолмандар йәшәгән бар төбәктәрендә лә мобилизация эштәрен яйға һалырға ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан фронтҡа оҙатыр өсөн кейем-һалым, фронт кәрәк-яҡтары туплана. Ғабдрахман Рәсүлев үҙе танк колоннаһы өсөн 50000 аҡса күсерә. Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған көслө диндарҙар менән Аллаһтан еңеүҙе яҡынайтыуын һорап тәһәжүд намаҙҙарын үткәрә.

1960-1992 йылдарҙа Беренсе йәмиғ мәсете Өфөлә эшләп килгән берҙән-бер иман йорто була.

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ике тиҫтәнән ашыу Аллаһ йорто булыуға ҡарамаҫтан Абдулҡадир Джилани исемендәге Беренсе йәмиғ мәсетенән кеше өҙөлмәй. Берәүҙәр намаҙға йә ғилем алырға ашыға, икенселәр никах теркәй, яңы тыуған балаһына исем ҡуштыра, өсөнсөләр Аллаһ ризалығы өсөн күренекле дин әһеле, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шейхы Ғабдрахман Рәсүлев ҡәберенә зыярат ҡыла, кемдәрҙер экскурсия маҡсаты менән юллана.

Сал тарихлы иман йорто изге ниәт менән килгән һәр кешегә йән тыныслығы табырға ярҙам итә, күңелдәрҙе нурлап, яҡтылыҡҡа әйҙәй.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...